Фән донъяһына сәйәхәт:ҡыҙыҡлы эксперименттар/Кислота менән тәжрибәләр

Был ашамлыҡ һәм эсемлек төрҙәрендә кислота бар:

Ашамлыҡтар

Лимон

Апельсин

Виноград (йөҙөм емеше)

Грейпфрут

Помидор

Эсемлектәр

Емеш һуттары

Газлы эсемлектәр.

Тәжрибә:

Башта бер стакан һөт алығыҙ.

Шунан лимонды уртаға бүлеп, ярты лимондың һутын һығып алығыҙ.

Һөт һалынған стакан янығыҙҙа ғына торһон.

Тикшереп ҡарағыҙ. Һөттө лимон һуты ҡушмай һәм лимон һуты ҡушып эсеп ҡарағыҙ.

Айырма бармы?

Принцип

Һөттөң тәме ныҡ үҙгәрә , сөнки бәләкәй генә лимон киҫәгендә бик күп лимон кислотаһы бар. Лимон кислотаһы бик күп ашамлыҡтарға осрай, сөнки ул арзан һәм көслө (тәме ныҡ һиҙелә).


Кислоталылыҡ - молекулала водород атомдары әүҙемлеген үлсәү . Ул «pH» тигән шкала буйынса үлсәнә, уның буйынса 7 берәмектән түбәнерәге- кислота, 7 -нән юғарырағы - нигеҙ (основание). Кислота менән нигеҙ основание ҡушылғанда, кислота менән нигеҙ молекулалары араһындағы бәйләнеш тарҡала. Ҡай бер осраҡта был реакция ваҡытында йылы бүленеп сыға ( шуға күрә ҡайһы бер мультфильмдар кислотаның ҡорос , йәки башҡа материалды тишеп сыҡҡанын күрһәтә).