Фән донъяһына сәйәхәт:ҡыҙыҡлы эксперименттар/Обскур камераһы
Обскур камераһы
үҙгәртергәТүбәндәгеләр кәрәк буласаҡ:
- Ҡатырға ҡумта
- Төйрәүес йәки энә
- Елем
- Ҡурғаш фольга
- Линейка
- Ҡайсы
Нисек эшләргә
үҙгәртергә- Ҡумтаның бәләкәйерәк яғынан 2.5 х 2.5 см ҙурлыҡта шаҡмаҡ тишек ҡырҡырға.
- Ошо тишекте уратып елем менән һылап сығырға, фольганы шаҡмаҡ өҫтөнә тишекте ҡапларлыҡ итеп һалырға.
- Елем кипкәс, фольгала төйрәүес менән бәләкәй тишек эшләргә.
- Ҡумтаның оҙон яғынан төбө күренерлек итеп тишек эшләргә.
Нисек ҡулланырға
үҙгәртергәКамераның тишеген ҡояшҡа йүнәлтегеҙ. Тишек аша яҡтылыҡ ҡаптың төбөнә төшәсәк. Ҡояшҡа тура ҡарау күҙҙәр өсөн зыянлы, ә Обскур камераһы аша ҡарау мауыҡтырғыс һәм хәүефһеҙ ысул.