Фән донъяһына сәйәхәт:ҡыҙыҡлы эксперименттар/Шартлаған күбек
Был экспериментты үткәрер өсөн хаҡ булырға кәрәк. Янығыҙҙа өлкән кеше булыуы мотлаҡ.
Кәрәкле әйберҙәр һәм ингредиенттар
үҙгәртергә- биҙрә
- һыу
- һабын
- мензурка йә пробирка
- тишекле пробка
- быяла өсмөйөш һәм резина торба
- тоҙ кислотаһы
- магнийлы таҫма
- зажигалка
Нимә эшләргә кәрәк
үҙгәртергә- Биҙрәне ныҡ һабынлы һыу менән тултырығыҙ.
- Мензурка йәки пробирканы яртыһынан тоҙ кислотаһы менән тултырығыҙ.
- Быяла өсмөйөштө һәм торбаны пробкаға эләктерегеҙ.
- Торбаның икенсе осон һабынлы һыу һалынған биҙрәгә төшөрөгөҙ.
- Магнийлы таҫманы стаканға һалып, тиҙ генә өҫтөн пробка менән ҡаплағыҙ (стаканды биҙрәнән түбәнерәк тоторға, торбаны әйләндермәҫкә).
- Биҙрәлә күбектәр хасил була.
- Бер нисә күбекте алып, зажигалка менән яҡтыртырға; матур күренә, ҡулды яндырмай.
- Күбектәр менән уйнап туйғас, биҙрәлә ҡалған барыһын да яҡтырта алаһығыҙ!
Аңлатма
үҙгәртергәМагний һәм тоҙло кислота водород һәм магний хлоридын барлыҡҡа килтерә. Химик тигеҙләмә:
Mg (s) + 2HCl (aq) --> H2 (g) + MgCl2 (aq)
Водород һауанан еңелерәк булғанға торба буйлап өҫкә күтәрелә һәм һыуҙа күбектәр хасил итә. Водород түбән температурала яна һәм ҡулығыҙға зыян килтермәй.