Фән донъяһына сәйәхәт:ҡыҙыҡлы эксперименттар/Шыжлай торған ванна таҙартҡыс, уны нисек эшләргә

Ванна таҙартҡысты үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ- был мауыҡтырғыс тәжрибә!

Ингредиенттары үҙгәртергә

Ҡамыр ҡабартҡыста натрий бикарбонаты NaHCO, 3 шулай уҡ лимон һуты йәки лимон кислотаһы була (H8O7), тимәк беҙгә кәрәкле һелте һәм кислоталар.

Лимон кислотаһы ванналар өсөн эшләнгән газлы лимон һәм апельсин кристалдарының төп ингредиенты (өлөшө), Европала лимон кислотаһы йыш ҡына E330, бикарб - E500 тип күрһәтелә.

Ҡайһы бер аптекаларҙа саф кристалл бикарбонат һәм лимон кислотаһының кристалдары була, ләкин был матдәләр магазиндарҙа һатылған башҡа әйберҙәрҙә лә була. Тик ул ҡатнашмаларҙағы төп матдә- беҙгә кәрәкле матдә булырға тейеш (үҙе генә булһа, бигерәк тә шәп), ләкин уларҙың төҫө, тәме һәм текстураһы төрлө буласаҡ.

Тәжрибә үҙгәртергә

«Иң шәп ҡатнашма»ның сифаты тапҡан әйберҙәргә бәйле. Әгәр ике ингредиент 1: 1, йәки һәр береһе 50% булһа, бигерәк тә яҡшы.Бәлки һеҙгә иң шәп, ҡайнап торған реакция килеп сыҡҡансы төрлө ҡатнашмалар эшләп ҡарарға тура килер: 1: 1, 1: 2, 1: 3, сөнки ҡаһы бер ҡамыр ҡабартҡыстарҙа дөгө оно була. Ике ҡоро порошокты бергә ҡушып бутағыҙ, шунан таҙа еүеш ҡулығыҙға алып, усығыҙҙа йомарлаҡ (шар) эшләп ҡыҫып ҡарағыҙ, реакция үҙен һиҙҙерер. Ҡулығыҙ ҡабырсаҡ ролен уйнаясаҡ. Ләкин ҡулығыҙҙа киҫелгән, сыйылған урындар булһа, быны эшләмәгеҙ, сөнки йәрәхәтегеҙ аҙып китеүе бар. Йомарлаҡ ҡатҡас, уны ҡоро ергә һалығыҙ, ҡулығыҙҙы яҡшылап йыуып, ҡоротоғоҙ. Бәлки хаталарығыҙ ҙа булыр, кәрәкле сифатлы шар килеп сыҡһын өсөн әллә күпме тырышырға кәрәк!


Хәҙер ваннаға бер аҙ ҡайнар һыу тултырығыҙ, эшләгән йомарлаҡты һыуға бәреп ҡарағыҙ, нисек килеп сыҡты икән? Һеҙ уға куланарияла ҡулланылған хуш еҫле порошоктар өҫтәһәгеҙ ҙә була (кипкән лаванда, ваниль, мускат сәтләүеге һәм башҡаларҙы). Бына хәҙер булды!