Фән донъяһына сәйәхәт:ҡыҙыҡлы эксперименттар/Ҡыҙыл кәбеҫтә индикатор

Индикаторҙар менән химик матдәнең кислота (мәҫәлән, лимон һуты) йәки нигеҙ (мәҫәлән, аш содаһы) икәнен билдәләп була. Ҡыҙыл кәбеҫтә һуты индикатор икәнен беләһегеҙме? Ҡыҙыл кәбеҫтә кислоталы йәки содалы мөхиттә төҫөн үҙгәртә. Был pH күрһәткесе тип атала.

pH күрһәткесен белеү бик мөһим. Мәҫәлән, бассейнда һыу әсе (кислоталы) йәки һелтеле булһа, ул, беренсенән, сәләмәтлек өсөн хәүефле, икенсенән, бассейн ҡорамалдарын серетә.

pH дәүмәле 1-ҙән 14-кә тиклем билдәләнә. Нейтраль мөхит күрһәткесе — 7. pH 1-6 булһа — әсе (кислоталы), pH 7-14 аралығында булғанда — һелтеле тип атала.

ЭкспериментҮҙгәртергә

Эксперимент өсөн ҡыҙыл кәбеҫтә, лимон кислотаһы, сода алына. Индикатор әҙерләү өсөн ҡыҙыл кәбеҫтә ваҡ итеп турала. Шунан ул банкаға һалына, өҫтөнә эҫе һыу ҡойола. Шәмәхә (фиолет) төҫтәге төнәтмә булырға тейеш.

Ҡыҙыл кәбеҫтәнән индикатор әҙерләү

Өс стакан әҙерләгеҙ. Беренсе стаканға кәбеҫтә төнәтмәһен ҡойоғоҙ. Икенсе стаканға бер сәй ҡалағы сода һалып, өҫтөнә һыу ҡойоғоҙ. Өсөнсө стакан төбөнә лимон кислотаһы һалығыҙ, өҫтөнә һыу ҡойоғоҙ.

Лимон кислотаһы өҫтәгәндә, төҫө ҡыҙылға әйләнә

Кәбеҫтә һутлы стаканға әҙ генә лимон кислотаһы өҫтәгеҙ. Зәңгәрһыу төҫ ҡыҙылға әйләнә.

Сода өҫтәгәндә төҫө зәңгәрһыу-йәшелгә керә

Һыуы ҡыҙыл төҫкә ингән стаканға содалы һыу өҫтәһәгеҙ, төҫө киренән зәңгәрһыу-йәшелгә әйләнә.

Ни өсөн шулай була?Үҙгәртергә

Ҡыҙыл кәбеҫтә составында антоциан тигән пигмент бар. Тәбиғи төҫө — шәмәхә (фиолет). Кислота өҫтәгәндә, ҡыҙыл төҫкә керә. Һелтеле мөхиттә, мәҫәлән, сода өҫтәгәс, төҫө йәшелгә әйләнә.