Фәүзиә Алтынбаева яҙмалары

Башҡортостан топонимияһы.

ИҪӘКӘЙЕМ - ТЫУҒАН ТӨЙӘГЕМ



Иҫәкәйем, ауылҡайым,
Донъяла һин бер генә,
Гармунлы ауыл кистәре
Күңелемдә гел генә.


Селтербейем түбәһенән
Бөтөн ауыл күренә,
Ғәзиз Рәүҙәгемдең тәмен
Онотмамын ғүмергә.


Рәүҙәгемдең һыуын эсә
Өс ауыл кешеләре,
Өс ауылда йәшәүселәр
Бер туған ишеләре.


Ауылымдың иртәләре
Аҡ томанға төрөнгән,
Иртәнге ысыҡтар менән
Көмөш нурҙар үрелгән.


Иҫәкәйҙә беҙҙең тамыр
Ергә тәрәнгә киткән,
Шул ағастың емештәрен
Елдәр йыраҡҡа һипкән.


Беҙҙе тартҡан төрлө яҡтың
Ауылы,ҡалалары,
Беҙ бит тыуған ауылыбыҙ
Иҫәкәй балалары.


Тыуған ауыл Иҫәкәйҙә
Ҡанатыбыҙ нығынған,
Йылдар үтә барыу менән
Һине нығыраҡ һағынам.


Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ

РӘҮҘӘК. Был йырҙың премьераһы бөгөн Иҫәкәйҙә Тыуған ауылым Иҫәкәй байрамында булды! Мин ауылым байрамына йыр алып ҡайта алыуым менән бәхетлемен! Йырҙы башҡарыусы Минсәрә Суфияноваға һәм шиғырыма көй яҙыусы Риф Сәлишевҡа ҙур рәхмәтлемен!


РӘҮҘӘК Ауылыма һыйынып ҡына Аға Рәүҙәк йылғаһы, Күңелемдә һаман сыңлай Көмөш кеүек йырҙары. Ҡушымта : Рәүҙәгемдең һыуын эсә Өс ауыл кешеләре, Өс ауылда йәшәүселәр Бер туған ишеләре! Һандуғастар сут-сут һайрай Туғайында таллыҡта, Баласағымдың эҙҙәре Йылға буйы ташлыҡта. Рәүҙәгемдә һыуҙар инһәң Шифалы көсөн бирә, Ҡаршыма Рәүҙәк буйынан Йәш ғүмерем йүгерә.


Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ




ТЫУҒАН АУЫЛЫМ ИҪӘКӘЙ /йыр/


Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре, Минсәрә Суфиянова көйө һәм башҡарыуы
Бик һағындым тыуған Иҫәкәйем,
Ҡасан ғына ҡайтып күрермен,
Селтербейҙә үҫкән сәскәләрҙән
Матур таҡыялар үрермен?

Ҡушымта
Гармун моңло киске урамдарың
Беҙҙең күңелдәрҙә һаҡлана,
Ауылымда үҫкән кешеләргә
Бар тирә-яҡ ҡарап һоҡлана.

Һағындыра аҡлан, туғайында
Еләк-емеш йыйып йөрөүе,
Рәхәтләнеп йәйге эҫеләрҙә
Рәүҙәгемдә һыуҙар инеүе.

Төрлө яҡтан ғәзиз балаларың
Йыйылыштыҡ тыуған төйәккә,
Йәнтөйәгем, минең Иҫәкәйем,
Бигерәк һин яҡын йөрәккә!


Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева


ЫЛАСЫН ТАШЫ


Тыуған ауылыма яҡын ғына

  • Ыласын ташы * тигән бер ҡая,

Тырыша , тырмаша шул ҡаяға
Үрмәләнек гүйә беҙ бая.

Барыһы ла күҙ алдында тора,
Киртләс, киртләс ҡая баҫҡысы,
Ҡурыҡманыҡ осоп төшөрбөҙ тип
Беҙҙең ҡулда тылсым асҡысы!

Ҡая башындағы хозурлыҡтар
Таныш беҙҙең йәштәш күптәргә,
Яулап алып ошо бейеклекте
Баштарыбыҙ тейҙе күктәргә!


Аҫта урман! Икһеҙ, сикһеҙ урман,
Көмөш һыулы Рәүҙәк йылғаһы!
Беҙ торабыҙ Ыласын ташында
Ҡала ҡанат ҡына ҡағаһы!

Ә хыялдар беҙҙең ҡанатлылар,
Оса ине йыраҡ йыраҡҡа,
Күбебеҙҙең йәшлек хыялдары
Әйләнделәр ысынбарлыҡҡа.

Уҡып белем алып, донъя ҡороп
Үҫтерҙек беҙ ғәзиз балалар,
Хәҙер балаларҙың балалары
Ыласын ташына баралар.

Беренсе һәм туғыҙынсы майҙа
Буш булманы ошо тау юлы,
Күңелемдә һаман йәшеллектә
Өтәш менән Ҡара бит яланы.

Күп егеттәр тәүге һөйөүҙәрен,
Яратыуын шунда һөйләне,
Гармун уйнап йырҙар йырланылар
Йәштәр дәртле көйҙәр көйләне.

Күрше Һарғай ауылы йәштәре
Рәүҙәк кисеп бында килделәр,
Иҫәкәйҙәр менән бергәләшеп
Ыласын ташына ла менделәр.

Ҡая башындағы аҡланлыҡта
Үҫә ине матур сәскәләр,
Әле лә бит элеккеләй итеп
Улар унда һаман үҫәлер?

Олатайҙар инде тиҫтерҙәрем,
Ҡыҙҙар инде күптән өләсәй,
Йәшлектәге матур хәтирәләр
Күңелдәрҙә яҙылып йәшәй.

Әле генә булып үткән кеүек
Ҡая башындағы минуттар,
Ыласын ташына үрмәләүҙәр
Бик күптәргә ҡуйҙы ҡанаттар.

Яҙҙар етеп ҡайтһам ауылыма
Менер инем Ыласын ташына!
Иҫкә алыр инем йәшлегемде
Ҡунаҡлаһам ҡая башына!


Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ 18.01.2016



МОҠАЙ ТАУЫ



Бөгөн Ташбүкәнгә сәфәр ҡылдыҡ,
Һөйгәнемдең тыуған яғына,
Ташбүкәнгә ҡайтып күмәкләшеп
Мендек бейек Моҡай тауына!

Моҡай түбәһенән ике ауыл
Ус төбөндә генә күренә,
Ташбүкән дә ерҙәге йәннәттәй
Тойолалыр беҙҙең күңелгә!

Моҡай тауы яланғас, пеләш тау
Ниндәй генә тарих күрмәгән,
Ғашиҡтар үҙ һөйөүөн әйтергә
Моҡай түбәһенә үрләгән.

Яратам мин һине Моҡай тауы,
Яҙмышыма төшкән Ташбүкән,
Парлы тормошомдоң уң ҡанаты
Ғәзиз йәрем һиндә бит үҫкән.

Ул һөйләгән ине үҫкән саҡта
Моҡай тауҙан саңғы шыуғанын,
Май айының байрам көндәрендә
Йәштәр тауҙа байрам ҡорғанын.

Ташбүкән ауылы –иҫке ауыл,
Күп тарихтар ташҡа яҙылған,
Тоҙаҡтауы менән Ҡарауылтау
Эҙен һаҡлай аҡ һәм ҡыҙылдың...

Француз яуын кире ҡайтарырға
Яуға күтәрелгән улдары,
Ат атланып Еңеү яулап ҡайтып
Үткән Изге һуғыш юлдарын.

Фашистәргә ҡаршы тағы ирҙәр
Киткән Ташбүкәнен ҡалдырып,
Оҙатып ҡалған бейек Моҡай тауы,
Әсәләр көткән күҙ талдырып.

Тәү киткәндәр яуҙа һәләк булған,
Иҫән ҡайтҡандар ҙа күп булған,
Минең ҡайным Мөхәмәтғәленең дә
Ете йылы әрмелә уҙған.

Иҫән ҡайтҡан ғүмере бөтмәгәс,
Һаҡлағанмы әсә доғаһы,
Көтөп кенә алған, күҙ терәгән
Ул булған берҙәнбер балаһы.

Ҡайным менән ҡәйнәм өйләнешеп
Ташбүкәндә донъя көткәндәр,
Үҙҙәренең нәҫел ағасына
Ете бала бүләк иткәндәр.

Иң олоһо – минең уң ҡанатым
Мөхмәтғәле улы Әнүәр,
Ташбүкәндә ерендә буйға еткән
Минең өсөн тыуған ғәзиз йәр.

Һыйынышып бергә баҫып торҙоҡ
Ташбүкәндә Моҡай башында,
Йылдар үткәс ошо шиғырым да
Тарих булып ҡалыр ташында.

Шиғыр яҙҙым йәмле май айында
Моҡай тауҡайының башында,
Үрге һәм Түбәнге Ташбүкәндәр
Йәйрәп ята минең ҡаршымда.


Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ 30.05.2016


ТАШБҮКӘН


                                                                                                                                                                            
Ташбүкәнгә килен булып төшкән
Йәш йылдарым ҡалды йыраҡта,
Иңдәремә көйәнтәләр аҫып
Тәүләп һыуға барыу Ҡашҡатҡа.
                                                                                                                                          
Тәбиғәте матур был ауылдың ,
Кешеләре әйбәт, яғымлы,
Әйтерһең дә мин бында тыуғанмын,
Яҡын күрә мине барыһы.
                                                                                                                                                 
Ташбүкәндә тәүләп тәпәй баҫҡан
Миңә насип булған һөйгән йәр,
Ошо ерҙәр уның йәшлегенең
Онотолмаҫ мәлен һөйләйҙәр.
                                                                                                                                                 
Гөл-сәскәле матур Ташбүкәндә
Гүзәллеккә күңел кинәнә,
Һин бит инде күптән әйләнгәнһең
Яҡын булған ғәзиз еремә!
} Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбаева




Ҡалып:Poem


ТАШБҮКӘНДЕҢ ҺЫУҘАРЫ



Килен булып төшкәс тәүге тапҡыр
Һыуҙар алған йылғам Ҡашҡатым,
Бөгөн иңгә көйәнтәләр һалып
Шул хистәрҙе ҡабат яңарттым..

Һул яғыңда һинең Ҡашҡат аҡһа,
Уң яғыңда аға Әрметең,
Ике матур йылға араһында
Урынлашҡан ауыл –әкиәтем.

Ошо ауыл мине әйләндерҙе
Апайлыҡтан еңгә, киленгә,
Татыным мин ҡатынлыҡ бәхетен
Ташбүкәнем ,һинең ереңдә.

Дүрт тиҫтә йыл элек еңгә булып
Көйәнтәне һалып иңемә,
Килен булып төштөм Ҡашҡатыма
Бүләк биреп ҡәйнеһеңлемә.

Һаман да шул Ҡашҡат! Көмөш һыулы,
Үтә күренәлер таштары,
Тик ауылда хәҙер күренмәйҙәр
Һыулауына төшөр аттары.

Ташбүкәнем! Һиндә үҫмәһәм дә
Тыуған ауыл кеүек яҡынһың,
Иҫәкәйем менән йәнәшәләп
Урын алырға һин хаҡлыһың.

Хәс тә әкиәттәй урыны бар!
Әрмет йылғаһында Таш бүкән!
Күркәм тәбиғәтле башҡа ауыл
Ғафуриҙә юҡтыр ул бүтән.

Ҡоштар йыры ике йылға ярын
Ғәжәйеп бер моңға тултыра,
Умырзая үҫкән май аҡланы
Күңел түрҙәрендә ултыра.

Илаһилек, һиллек ояһында
Күңелемдән тыуа йырҙарым
Сәхрәләргә сыҡтым йыр һуҙырға
Яңғыратып Әрмет буйҙарын.

Ҡурғашлынан Ташбүкәнгә таба
Ярты юлда аға бер йылға,
Урман араһынан Оло йылға
Саф һыуҙарын Әрметкә ҡоя.

Түбәнге ауылда Таҙлар осон
Биҙәп аға тағы бер йылға,
Ҡондорошло тигән кесе йылға
Әрметкә ҡоя ла юғала...

Юғалмайҙар...Барып ҡушылалар
Үҙҙәренән оло Әрметкә,
Ҡашҡат, Ҡондорошло, Оло йылға,
Мәйгәшле лә бергә Әрметтә.

Әрмет ашығалыр Рәүҙәгенә,
Ә Рәүҙәге ҡоя Егәнгә,
Егән ҡушылалыр Ағиҙелгә,
Ағиҙеле Оло Иҙелгә,
Оло Иҙел Каспий диңгеҙгә.

Шул диңгеҙҙә кескәй Ҡашҡаттың да
Йыйылғандыр мең-мең тамсыһы,
Силәктәрем тулы Ҡашҡат һыуы
Һеҙгә тамсы- тамсы яуһасы!

Сайпылтмайса ҡырға бер тамсыһын
Ҡашҡатымдан алған һыуымдың,
Мин килтерәм , дуҫҡайҙарым,һеҙгә,
Ҡандырырға һеҙҙең һыуһындың..

Тирә-яҡҡа тамсы, тамсы һибәм
Ҡашҡатымдан алған Илһамды,
Килен булып төшкән Ташбүкәндә
Булып ҡалһам ине бер тамсы..


Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ 29.05.2016





ИШЕМБАЙ – ТЫУҒАН ЯҒЫМ (Шиғри маҡтау)



Тыуған яғым –Ишембай,
Тәбиғәтең шундай бай!
Шихандарың хозурлығы
Бар донъя халҡын арбай.
Тауҙарға һыйынып аға
Көмөш һыулы Ағиҙел,
Ағиҙелем гүзәллеген
Маҡтап бөтәрлек түгел.
Рәүҙәк, Әрмет, Егән, Тәйрүк,
Һикәҙе һәм Һәләүек,
Тыуған яғым йылғалары
Хәс тә әкиәт кеүек.
Күк арауыҡ шарлауығын
Кем генә белмәй икән?
Яҙғы моңдарын тыңларға
Маҡарға килмәй икән..
Һинең тупрағыңда үҫкән
Күп шәхестәр, шағирҙәр,
Мәңгелек урманын данлар
Яҙыусы Ноғманың бар.
Шағирәләр, сәсәндәрең
Маҡтап шиғыр яҙалар,
Шиғырҙары йырҙар булып
Халыҡта йырланалар.
Вәлидиҙе тыуҙырған ер-
Юрматыларҙың ере,
Ишембайым, тыуған ерем-
Батыр ирҙәр төйәге.
Ҡара алтын иле булып
Танылдың һин Ишембай,
Һинең ҡыйыу, сая халҡың
Эшсән, уңған һәм ябай.
Күптән түгел һинең ерҙә
Яңы тарих яҙылды,
Ҡуштауҙағы Оло Еңеү -
Мөғжизәле хәл булды!
Берҙәмлек һинең ереңдә
Яралды бит Ишембай,
Тауҙарҙағы тере тауыш
Һаман күңелдә шаңдай.
Күп михнәттәрҙе кисергән
Ишембай –ғәзиз ерем,
Башҡа минең тыуған ер юҡ,
Һин минең берҙәнберем.
Изгелек, ҡаһарманлыҡты
Иҫбатланың Ишембай,
Яуызлыҡтың да барлығын
Күрһәттең һин Ишембай.
Яҡшылыҡты Яманлыҡтан
Айырып ҡуйҙы Ҡуштау,
Юрматылар ерендәге
Башҡорт илендәге тау!
Сәсән ҡыҙың булып һиңә
Ҡайттым мин йылдар аша,
Тамырҙарым һинең ерҙә
Үткәндәргә тоташа.
Ата-бабам, атам –әсәм
Һинең ерҙә күмелгән,
Баласаҡтан, йәш ваҡыттан
Хәтирәләр үрелгән.
Алтынбикә тигән минең
Сәсәниә атым бар,
Телен яҡлар, ерен һаҡлар
Ғорурланыр халҡым бар..
Ишембайым –тыуған ерем,
Тамырым һиндә минең,
Тыуып үҫкән ерем данлап
Маҡтау яҙҙым мин бөгөн.
Тәбиғәттең матурлығын
Һаҡлау –халыҡ теләге,
Башҡортостаныбыҙ ере
Рәсәй иле йөрәге!


Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ 16 .10.2020