Хат (йомаҡтар)
- Һүҙе килә — үҙе килмәй.
- Ялан ерҙең тапсығы,
Бында килеп тап итте. - Алыҫтан килгән аҡ тап,
Ишегем алдына килеп төштө. - Бәләкәй генә туры атым
Ырымбурҙан ураттым. - Мәскәүҙә ярған бүрәнә юнышҡыһы
Өфөгә килеп тап итте. - Аҡбур менән бурлаған,
Көмөш менән һырлаған,
Хаждан килеп тап итә. - Мәскәүҙәрҙә ағас ҡырҡтым,
Япрағы бында килеп төштө. - Бохарҙан килгән аҡ тай,
Бында килеп ер тапай.