Хачапури
Хачапури — грузиндарҙың милли аҙығы. Рецептары күп төрлө. Бында иң еңел һәм тиҙ эшләнә торған рецепт бирелә.
Ингредиенттары
үҙгәртергә- Сыр (ҡырғыстан үткәрелгән) — 200 г
- Укроп (йәшел) — 100 г
- Тауыҡ йомортҡаһы — 2 шт
- Ҡаймаҡ — 200 г
- Бойҙай оно — 2 ст. л.
- Үҫемлек майы — 2 ст. л.
Әҙерләү
үҙгәртергәБарыһын да бергә һауытҡа һалабыҙ: ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы, ике йомортҡаны, ваҡланған укропты, 2 ашҡалаҡ ондо. Барыһын да, тигеҙ итеп аралашып, бер төрлө масса булғансы болғатабыҙ.
Табаға 2 ашҡалаҡ үҫемлек майы төшөрәбеҙ. Өҫтөнә ҡушымтаны һалып, ике яғын да алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерәбеҙ. Ут үтә көслө булмаҫҡа тейеш. Бер яғы бешкәнсе, һауытты ябып торабыҙ. Икенсе яғын бешергәндә, һауыт асыҡ була.
Бешереү өсөн 12 минут тирәһе ваҡыт китә.