Көнтөшмәҫ тауы – Сик ауылына инеп, көнсығыш яҡтан ҡояшты ҡаплап торған ҡаялы тау. Был тау арҡаһында ауылда ҡояш бик һуң ҡалҡа. Битендә ҡайын ағастары һәм Һаҡмар тауҙарында ғына осратып булған артыш үҫә, йәй башында тау бите күгәрсен күҙҙәре сәскәһе менән ҡаплана. Ауылға килгән ҡунаҡтар был тау башына менеп ауылды, Һаҡмар буйҙарын ҡарарға ярата.
Оло юлға сығыр өсөн тауҙың уң битенәнҠайынүҙәк аша ташъюл һалынған. Тауҙың һул битендә Кәрим юлы исемле арба юлы бар, ул бик текә булһа ла Кәрим ағай йөк машинаһы менән шунан йөрөнө.
Көнтөшмәҫ тауының һул яғынан Соңғор йылғаһы аға, ул кескәй генә. Элек уның һыуын эсергә ала торған инеләр. Хәҙер ул эҫе йәйҙә ҡорой.
Ҡаҙра тауы – Оло Сик йылғаһының һул яғындағы түбә, өҫтә тигеҙлек, арыраҡ урман башлана. Был ерҙәр борон Ҡаҙра бай ерҙәре булған. Совет ваҡытында был ерҙәрҙә эре мал көттөләр. Хәҙер тауҙы урман ҡаплап бара инде, мал әҙәйгәс ул ерҙәрҙең халыҡҡа кәрәге ҡалмай башланы. Тауға менгән үҙәктәрҙә өсҡат, айыу баланы, бүре емеше ҡыуаҡтары үҫә, кейәү үләненең (чабрец) хуш еҫе аңҡый.
Аҡбута яланы – Оло Сик йылғаһының уң яғында ятҡан матур ғына аҡлан. Уртаһында өйәңке, уң яҡ ситендә муйыл ағастары, ә йылға буйлап еректәр һәм тирәктәр үҫә. Һалҡын һыуҙа бәрҙеләр һәм бағара балыҡтарын осратырға мөмкин. Беҙ бала саҡта көтөү-көтөү йөҙгән бәрлесәктәрҙе яулыҡ менән һөҙөп тота инек, бағараны ағайҙар мәскәүләп йә кискеһен сыраҡ яғып, сәнсеп ала ине.
Аҡбута яланының исеме дөйә һүҙенән алынғандыр инде. Башҡорттар элек дөйә аҫыраған, дөйә балаһын бута тип йөрөткән. Берәйһенең ошо аҡланда аҡ ҡына дөйә балаһы донъяға килгәндер. Алабута үләненең йомшаҡ япраҡтарын дөйә балаһы – бута яратып ашағандыр, дөйә үләне – расторопшаны өлкән дөйәләр үҙ иткәндер.
Яманай тауы - Сик ауылы халҡының кәзә-һарыҡ көтә торған урыны, Кесе Сик йылғаһынан уң яҡта ята. Тауға оҙон үҙәктәр буйлап менәләр, был үҙәктәрҙә ҡарама ағастары үҫә. Тау һыртында ер еләге бик уңа. Тау битендә селек, тубылғы һәм ноҡат ҡыуаҡтары үҫә.
Һажағай тауы - Сик менән Вәзәм ауылдары аралығында Һаҡмарҙың һул ярында текә булып ҡалҡып торған ҡая. Ҡая таштары араһында тау (кеше) йыуаһы үҫә. Был тау һыртындағы ерҙәр Һажағай (Хаж ағай) исемле байҙың ерҙәре булған, исеме шунан тороп ҡалған.
Яҙғы ташҡындан Һаҡмар Һыуы ҡайтҡансы, Сик ауылы халҡы йәйәүләп Әбешкә Һажағай тауы аша йөрөй ине. Тау бик текә, бик һирәктәр генә бер тында менә ала.
Әҙ генә арыраҡ – Ҡарағаслы тауы. Яҙғы ташҡын ҡайтҡас, Сик ауылы халҡы йәйәүләп Әбешкә барыр өсөн Һаҡмарҙың һул яры буйлап килә лә, тауҙан ағып төшкән тештәрҙе ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы кескәй йылға ағып төшкән ерҙән тауға менеп, шул тау аша сыға торған ине. Тау битендә йүкә һәм ҡайын ағастары үҫә, элек был тауҙа ҡарағастар үҫкәндер.
Бараҡал тауы – Һаҡмарҙың һул яғында Вәзәм менән Әбеш ауылдары араһында ята. Башҡортостанда был исемдәге тауҙарҙы һәм йылғаларҙы күп осратырға була. Ауыл халҡы “Пропал" тауы тип легенда сығарған, төрки һүҙен рус һүҙенә алмаштырған, ә миңә тәүге исеме нығыраҡ оҡшай.
Сик ауылы кешеләренең сабынлыҡтары төрлө исемдәр менән йөрөтөлә, мәҫәлән: Сәғәҙей һәм Бөркөт яланы, Имәнле йорт, Һәйпән, Өсҡабырға яланы, Оҙонғол һәм башҡалар тураһында яҙып ебәрәйек ауылдаштар!