(ХХ быуат башына тиклем)
Ике йөҙ йыл тирәһе элек, XVIII быуат башында, бәләкәй генә Мунса
йылғаһының ярында, кешеләр урынлашып йәшәй башлай. Был йылға
Ирәндек тауҙарының итәге буйлап ағып ятҡан Урал йылғаһы бассейнына
ҡараған. Тирә-яҡта кеше аяғы үтә алмаҫлыҡ ҡуйы урман булған. Йәшәргә
яраҡлы берҙән-бер урын – Елбаш тауы эргәһендәге тигеҙ ҡалҡыулыҡ икән.
Архив материалдары буйынса тап ошо урында Түңгәүер волосының
башҡорттары тарафынан ауылға нигеҙ һалына. Документтарҙа ул беренсе
тапҡыр 1795 йылда күренеп ҡала. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа ауылым Елбаш
исеме аҫтында телгә алына. Йәнәһе, йәйләүгә килгәс, кусмә тормош алып
барыу ауырлыҡтарынан йонсоған кешеләр был урындарҙа ҡалырға
булғандар.
Ата-бабаларымдың төп шөғөлө – мал көтөү һәм ер эшкәртеү булған.
Ваҡыт үтеү менән Елбаш ауылының исеме Әбделнәсиргә үҙгәртелә.
Әбделнәсир исеме ҡаҙаҡ-мишәр ғәскәрендә рәсми рәүештә сотник
вазифаһында хеҙмәт итеүсе Әбделнәсир Аслаев хөрмәтенә бирелә. Ауылдың
тәүге кешеләре ошо ғәскәрҙән булғандар ҙа инде. Улар Ырымбур
губернияһының Ырымбур өйәҙе башҡорттары булған. Ҡайһы бер яҙма
сығанаҡтарҙағы аҡһаҡал Юлдыбай Аслаевтың иҫтәлектәре буйынса, элек
халыҡ Ҡыуат ауылында йәшәгән, ә Әбделнәсир ауылы территорияһына
йәйләүгә генә күсеп килер булғандар. Тирмә ҡорғандар, һыйыр, һарыҡ, ат,
дөйә көткәндәр. Ваҡыт үтеү менән, халыҡ күсмә тормош алып барыуҙан
туҡтаған. Эргә-тирәләге урмандарҙы ҡырҡып, ер һөрөп, ерҙе эшкәртә
башлағандар, мал үрсеткәндәр, һунарсылыҡ, умартасылыҡ менән
шөғөлләнгәндәр.
Ауыл эргәһенән “Ҡәнифә юлы” үткән. Юл Ырымбур ҡалаһын
Ҡарауанһарай менән тоташтырған. Иң киң билдәле боронғо юл ул, Ҡәнифә
юлы. Легенда буйынса, Ҡәнифәнең әсәһен ҡаҙаҡтар урлаған, был ваҡытта
ҡатын йөклө була. Күп тә үтмәй, Ҡәнифә донъяға килә. Тотҡондағы ҡалған
башҡорт ҡатындары был кескәй ҡыҙсыҡтың үҙҙәренең яҙмышын
ҡабатламауын теләп, уны ата-бабалар төйәгенә ҡасып ҡайтырға өгөтләйҙәр.
Гел тау һырты буйлап, төньяҡҡа, Тимер Ҡаҙыҡ йондоҙона ҡарап барырға
ҡушалар. Бер нисә ай юлда үткәргәндән һуң, ул, ниһайәт, әсәһенең тыуған
еренә ҡайтып етә.
Әйтеп үтеүебеҙсә, был юлдың ауыл эргәһенән үтеүе халыҡ өсөн бик
уңайлы булған: улар үҙҙәренән артып ҡалған емеш-еләк, аҙыҡ-түлек менән
һатыу иткән.
Ауыл яйлап ҙурая, халыҡ һаны арта башлай. 1816 йылда Әбделнәсир
ауылында 300 тирәһе кеше йәшәгән. Улар Ырымбур өйәҙенең 9-сы кантон
старшинаһы Әлибай Ирғәлин ҡарамағы аҫтында булғандар.
XX БЫУАТТЫҢ 1900-1940-СЫ ЙЫЛДАРЫ
Тыуған яғымдың тарихын өйрәнгән ваҡытта, бер материалға юлыҡтым.
Унда ауылда мәсет 1900 йылда асылған тигән күрһәтмә бар. Шулай уҡ
үҙенең иҫтәлектәрендә лә Юлдыбай Аслаев 1917 йылға ауылдың ике
тапҡырға ҙурайыуын һәм мәсет янында өс мәҙрәсә асылыуын әйтеп үтә.
Мәҙрәсәләрҙең береһендә – ҡаҙаҡ, ҡалған икәүһендә башҡорт балалары
һабаҡ алған. Тағы ике йылдан мәсет бинаһында тәүге мәктәп асыла. Бәлки,
ауыл ҙурайғандан ҙурая барыр ине, әммә, 1921 йылда тыуған илемә килгән
аслыҡ әфате бик күп ғүмерҙәрҙе өҙә. Ул йылдарҙағы архив материалдарына
күҙ һалһаң, кешеләрҙең күпләп ҡырылғанын күрергә була. Ни бары 60 ҡына
йорт һаҡланып ҡала. 1926 йылда 5 йорттан 22 кеше Аллаяр утарына, 1929
йылда 19 йорттан 78 кеше Суҡай-таш утары булып бүленеп сыға.
Коллективлаштырыу ваҡытында, 1926 йылдың көҙөнән алып, 1930
йылға тиклем, ауыл Әбделнәсир ауыл советының үҙәге була. Унда БАССР
Йылайыр кантоны Хәйбулла волосының Әбделнәсир, Рафиҡ, Үрге Смаҡ,
Түбәнге Смаҡ ауылдары инә. Колхоздың председателе –Ҡәләмбай Аслаев, ә
иҫәп-хисапсы, минең ҡартатайым (прапрадед) –Әхмәткәрим Әбделнәсиров
булған.
Тыуған ауылымдың тарихын өйрәнгәндә, ирекһеҙ рәүештә, бөтөн ил
тарихы менән параллель үткәрергә тура килә. Күҙ алдыма үткәндәр килеп
баҫа: революция, индустриалаштырыу, коллективлаштырыу, репрессия...
Минең ауылым тормошона ла репрессияның әсе еле ҡағылмай
ҡалмаған. Был турала күп сығанаҡтарҙа әйтелә, шулай уҡ, өләсәйем
һөйләгәндәр ҙә хәтеремдә. Өләсәйем тырыш, эшһөйәр Аллабирҙе тигән
кешенең яҙмышы тураһында йыш һөйләй торғайны. Аллабирҙенең ҙур
соланлы ҙур ағас өйө, етмәһә, ишек алдында мунса, келәт кеүек башҡа
төҙөлмәләре лә булған. Бер көтөү һарығы, бер көтөү һыйыры, бер көтөү
йылҡы малы, һәр көтөүҙең үҙ һарайы, һауа торған урындары, хатта
сепараторы ла булған, ти. Әлбиттә, был элекке заман өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ
ҙур байлыҡ. Аллабирҙегә “кулак” мөһөрөн тағып, бөтә мөлкәтен колхозға
бирәләр, 1934 йылда үҙен дә ҡулға алалар. “Граждандар һуғышы ваҡытында,
батша төҙөлөшө янында яуаплы йә серле вазифа биләп, эшсе класҡа һәм
революция ваҡиғаларына ҡаршы актив хәрәкәт йәки актив көрәш алып
барғаны өсөн ”, тип яҙылған архив материалдарында. Аллабирҙене 5 йылға
иркенән мәхрүм итәләр. Уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ, әммә 1989 йылда
ул реабилитацияланған. Шулай уҡ икенсе версия ла йәшәй халыҡ телендә.
Йәнәһе лә, НКВД-ла уның яҡын туғаны эшләгән һәм ул Аллабирҙене ҡулға
алырға йыйыныуҙары тураһында алдан иҫкәрткән. Ир тәүҙә ҡаҙаҡ
далаларына ҡаса, шунан Силәбе өлкәһенең Пласт ҡалаһына барып сыға.
Тарихи документтарҙа, ысынлап та, Аллабирҙе Пласта булған һәм улдары
менән алтын табыу шахтаһында эшләгән тигән мәғлүмәт бар. Силәбе
өлкәһенең был ҡалаһында бөгөнгө көндә лә сығышы менән Әбделнәсир
ауылынан булған кешеләрҙән торған ҙур булмаған диаспора йәшәп килә.
Шуға күрә лә, Аллабирҙе ҡасҡанмы, әллә ҡулға алынғанмы икәне билдәһеҙ.
Үткән быуат башында, бөтә илдәге кеүек, Әбделнәсир ауылында ла
коллективлаштырыу хөкөм һөргән тигән һығымтаға килергә мөмкин.
Байҙарҙың һәм урта хәлле крәҫтиәндәрҙең бөтә мөлкәтен тартып алып,
уларға “кулак” исеме тағып, Себергә һөргөнгә ебәргәндәр, йәки ҡулға
алғандар. Ә колхозсылар икмәк етештереү планын үтәү өҫтөндә эшләгәндәр.
Үҫтергән бөтә иген менән колхоз тыуған ил “запасын” тултырған.
БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ЙЫЛДАРЫНДА АУЫЛ
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Әбделнәсир ауылынан 100 ир-егет
фронтҡа китә. Был ауылдың ул ваҡыттағы кешеләр һанының ҡап яртыһы. Ни
бары 22 кеше генә тере әйләнеп ҡайта; уларҙың фамилиялары ауылыбыҙҙың
обелискында мәңгеләштерелгән. Күптәр һуғыштың тәүге айҙарында уҡ һәләк
була, ҡайһылары хәбәрһеҙ юғала.
Бөтә ир-егеттәр һуғышҡа киткәс, ауылда уларҙың өлкән йәштәге атаәсәләре, ҡатындары, һеңле-апалары, балалары ғына тороп ҡала. Элек
ирҙәрҙең иңендә булған ауыр эш уларға күсә. Улар иртә таңдан алып,
ҡараңғы төнгә ҡәҙәр бил бөгөргә мәжбүр булғандар. Икмәк өсөн көрәш -
еңеүҙең иң төп шарты икәнен ауыл халҡы яҡшы аңлаған.
Ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса ауыр булған: ҡайһы ваҡыт хәленән
килмәгән ирҙәр эшен дә башҡарырға тура килгән. Әммә, улар бер ҙә
зарланмаған, тыуған ил өсөн, еңеү өсөн тырышҡандар, бер-береһенә терәк,
таяныс булғандар. Ҡатындар кистәрен, эштән һуң, ҡәһәр һуғыш тураһындағы
һөйләшеүҙәр артында йыйылып, һалдаттарға бейәләй-ойоҡбаштар
бәйләгәндәр. Бөтәһе лә һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын, үҙҙәренең
яҡындары тиҙерәк имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләгән...
Бөйөк Еңеү штыктар, автоматтар менән генә яуланмаған, ә ураҡ менән
дә ҡойолған тиһәң, хаҡ булыр. Сөнки, ир-егеттәр фронтта дошман менән
һуғышҡан саҡта, ауылда кесеһенән алып олоһона тиклем “Бөтәһе лә фронт
өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн” тигән девиз аҫтында, алһыҙ-ялһыҙ тир түккән...
Әбделнәсирҙең уртаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан
ауылдаштарым иҫтәлегенә обелиск тора, унда яуҙан тере әйләнеп ҡайтҡан 22
яугирҙың исем-шәрифе яҙылған. Күптәр һаман да үҙҙәренең хәбәрһеҙ юғалған
яҡындарын таба алмай. Улар тураһындағы мәғлүмәттәрҙең бик аҙ, йәки
бөтөнләй булмауы эҙләү эштәрен тотҡарлай.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығында ла ауыл халҡы актив ҡатнашты:бөтә
Рәсәй “Үлемһеҙ полк” акцияһына дәррәү ҡушылдыҡ. Ҙур ғорурлыҡ менән
үҙҙәренең яҡындарының фотоһүрәте менән китеп барған ауылдаштарымды
күреү – минең өсөн ҙур ҡыуаныс булды.
Беҙҙең ғаиләнән дә яу яланында ятып ҡалған һалдат бар. Ул минең
ҡартатайым – Әбделнәсиров Әхмәтҡужа Сөләймән улы. Ҡартатайым
хәбәрһеҙ юғалған. Ҡыҙғанысҡа күрә, уның фотоһы ла, уның тураһында бер
ниндәй мәғлүмәт тә һаҡланмаған. Шулай ҙа, беҙ өмөтөбөҙҙө өҙмәйбеҙ, илдең
төрлө архивтарына һоратыуҙар ебәреп торабыҙ, яҡын кешебеҙҙең ҡайҙа
ерләнгәнен табырбыҙ тип ышанабыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәр Һалдаттың һәм ветерандың яу
юлы минең өсөн дә, ауылдаштарым өсөн дә мөһим һәм кәрәкле. Шуға күрә,
уларҙың бер-нисәүһенә айырым туҡталып үткем килә.
Аслаев Абрар Әғзәм улы 1924 йылда Әбделнәсир ауылында тыуған.
1942 йылда 18 йәшлек Абрар үҙенең тиҫтерҙәре менән фронтҡа
алына. 153-сө уҡсылар дивизияһына ебәрәләр. Яуҙарҙың береһендә ул
яралана. Госпиталдә әҙерәк дауаланғас, уны 563-сө дивизияға күсә. Абрар
Әғзәм улы Брянск, Смоленск ҡалаларын алғанда һәм башҡа бик күп яуҙарҙа
ҡатнаша. 1944 йылда ҡаты йәрәхәтләнә: аяҡһыҙ ҡала. Оҙаҡ дауаланғандан
һуң, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ныҡыш, сабыр, түҙемле булыуы
арҡаһында, тормош ҡуйған ауырлыҡтарға бирешеп ҡалмай. Күп йылдар
ауылда иҫәп-хисапсы булып эшләй, аҙаҡтан бухгалтер вазифаһын башҡара.
Абрар Әғзәм улы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Ул
күптән инде гүр эйәһе, ә бына балалары иҫән-һау. Улар хаҡлы ялдалар,
күптән инде олатай-өләсәй булып бөткәндәр.
Икенсе ауылдашым –Аманбаев Хөрмәтулла Ғизәт улы.
Ул 1925 йылда Әбделнәсир ауылында донъяға килгән. Башланғыс
мәктәпте ауылда тамамлағас, артабан Үрге Смаҡ ауылының ете йыллыҡ
мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Һуғыш башланғас, ваҡытынан алда, мәктәпте
тамамлау тураһында таныҡлыҡ ала. Ә ул ваҡытта Әбделнәсир ауылының
иҫәп-хисапсыһы фронтҡа алынған булған. Урынына ҡуйырға башҡа кеше
булмағас, мәктәп директоры Хөрмәтуллаға был вазифаны тәҡдим итә. Ҡыҫҡа
ваҡыт эсендә Хөрмәтулла иҫәп-хисапсы һөнәрен үҙләштерә: Юлдыбай
ауылында ике айлыҡ курс үтеп, колхозда эш башлай.1943 йылда ул армияға
алына. Беренсе хәрби әҙерлекте ул Тоцк хәрби лагерендә ала, артабан
Тбилиси ҡалаһында радиотелеграфистар курсын үтә. 1944 йылдың 8
ғинуарында Хөрмәтулла 3-сө Украин фронтының 316-сы уҡсылар
дивизияһына радист итеп ебәрелә. Һуғышта саҡта Мостай Кәрим менән
осрашыуы хаҡында һөйләгәйне ул, беҙҙең мәктәпкә осрашыуға килгән саҡта.
Фронтта хәрби фотокорреспондент менән осраша, уның да Башҡортостандан
икәнен белгәс, ҡосаҡлашып алалар, һөйләшеп китәләр, хатта иҫтәлеккә
фотоға ла төшәләр. Был яҡташ егет –Башҡортостандың буласаҡ шағиры
Мостай Кәрим була.
Аманбаев Хөрмәтулла Ғизәт улы Сиваш йылғаһын аша сыҡҡанда,
Балатон алышында, Венгрияны азат итеүҙә ҡатнаша, еңеүҙе ул Австрияла
ҡаршы ала. Ул ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу һалдат булған. Был турала уның күп
һанлы наградалары һөйләй: Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы
ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Будапешты алған өсөн”, “Берлинды алған өсөн”,
“Германияны еңгән өсөн” һәм башҡа күп миҙалдар менән бүләкләнгән.
Бөтә илдәге кеүек, минең ауылымдың да аҫыл ирҙәре үҙҙәрен бөйөк
Еңеү өсөн ҡорбан иткән. Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарынан үрнәк
алырға, улар менән ғорурланырға һәм, әлбиттә, бер ваҡытта ла онотмаҫҡа
тейешбеҙ.
ХХ БЫУАТТЫҢ ИКЕНСЕ ЯРТЫҺЫНАН АЛЫП БӨГӨНГӨ
КӨНГӘ ТИКЛЕМГЕ ӘБДЕЛНӘСИР АУЫЛЫ
Һуғыш тамамланғас, кеше тыныс тормош тергеҙеү менән мәшғүл була.
Әлбиттә, ауыл халҡына еңел булмай,бик күп энергия,туҙемлек,талапсанлыҡ,
ихтыяр көсө талап ителә. Ауыл тарихы колхоздарҙың үҫеше менән тығыҙ
бәйләнгән.
1954 йылдан алып районда сиҙәм күтәреү йылдары башланған.
Меңәрләгән-меңәрләгән сиҙәм ере эшкәртелгән. Әбделнәсир ауылы тирәләй
өс совхоз барлыҡҡа килә: “Хәйбулла”, “Маҡан”, “Матрай”. Беҙҙең ауыл
тәүгеһенә ҡарай. Яңы ер эшкәртелгәс, ем культураларын да күпләп
үҫтерәләр, малсылыҡ продукттарын етештереү ҙә арта. Бөтә ауыл кешеләре
йә баҫыуҙа, йә ауылда эшләй. Таңдан алып кискә ҡәҙәр тир түгә улар. 1970-
1980 йылда Әбделнәсир ауылы ер эшкәртеү һәм малсылыҡ өлкәһендә бик
юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Дәүләткә 30 мең центнер ашлыҡ 8 мең литр
һөт, 1 мең центнер ит тапшырыла.
1981 йылда ауылда яңы клуб асыла, 1989 йылда – магазин. Юлдар
һалына, мәктәп төҙөлә, балалар баҡсаһы, фельдшер пункты асыла.
90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороу осоро ауылым яҙмышында ла
сағылмай ҡалмай. 2000 йылдың яҙында Әбделнәсир ауыл хужалығы
кооперативы барлыҡҡа килә, аҙаҡ ул коллектив-фермер хужалығына
үҙгәртелә һәм күп тә үтмәй банкрот тип табыла. Шулай итеп, ауыл үҙенә үҙе
тапшырыла. Әҙме-күпме бюджет организациялары эшләп килә. Яйлап-яйлап
яҡшы эш хаҡы түләнгән эш урындары юҡҡа сыға. Ауылда тик пенсионерҙар
ғына ҡалған, ә йәштәр ауылда ҡайтырға ашыҡмай. Кемдер ҙур ҡалаларҙа,
кемдер район үҙәгендә йәшәргә ҡала, ә кемдер себер юлын тапарға мәжбүр.
Минең ата-әсәйем дә, мин мәктәпте тамамлағас, район үҙәгенә күсергә
йыйына. Был уйҙан миңә бик моңһоу булып китә.
Әммә, бөгөнгө ауырлыҡтарға ҡарамай, ауылым йәшәй, ә уның халҡы
ауыл тергеҙелеүенә ысын күңелдән ышана. Ер йөҙөндәге һәр кеше үҙенең
тыуған илен яратырға, иҫләргә, кәрәк булһа, яҡларға ла тейеш. Р. Ниғмәти
әйтмешләй, Ватан тыуған ауылдан, тыуған йорттан башлана. Шуға күрә лә,
үҙеңдең тамырыңды, ата-бабаларыңды, тыуған яғыңдың мәҙәниәтен һәм
тарихын белеү зарур.
Был эшемдә Әбделнәсир ауылынан сыҡҡан кешеләр хағында ла яҙып
үткем килә. Улар ошо бәләкәй генә ауылда тыуып үҫкәндәр, мәктәпте
тамамлап, белем алып, арҙаҡлы кешеләр булып киткәндәр һәм
республикамдың үҫешенә лайыҡлы өлөш индергәндәр. Ауыл халҡы улар
менән сикһеҙ ғорурлана. Бына улар:
Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы - партия һәм дәүләт эшмәкәре,
1918-1923 йылдарҙа БАССР хөкүмәт ағзаһы;
Аманбаев Хөрмәтулла Ғизәт улы – Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены кавалеры, II
дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, “СССР-ҙың маҡтаулы радисты”
маҡтаулы исеме кавалеры;
Аслаев Абрар Әғзәм улы – “Почет билдәһе” Ордены кавалеры, “Сиҙәм
һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы кавалеры, I дәрәжә Ватан
һуғышы ордены кавалеры, 1959-1963 йылдарҙа Хәйбулла районы Сиҙәм ауыл
советы председателе;
Аслаев Әнүәр Абрар улы - “Халыҡ ижады ынйылары” республика
фестиваленең лауреаты, 2003-2007 йылдарҙа Хәйбулла районы Сиҙәм ауыл
советы председателе;
Аслаева Гөлсирә Сәлих ҡыҙы – “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы
отличнигы” почет билдәһе кавалеры;
Иҫәнбаев Ишбулды Солтанғәле улы - “Почет билдәһе” Ордены
кавалеры;
Сәйетов Уйылдан Ғилман улы - “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми
нәшриәте директоры,Башҡортостан республикаһының Рәсәй Фәндәр
академияһы Президиумы ағзаһы, Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған
матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре;
Фәйзуллин Айытбай Абдулхаҡ улы –Башҡортостан Республикаһының
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле
солисы, “БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы” маҡтаулы исем кавалеры, “БАССРҙың халыҡ артисы” маҡтаулы исем кавалеры;
Фәйзуллин Хәйбулла Сәйфулла улы - «БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл
хужалығы хеҙмәткәре» маҡтаулы исеме кавалеры;
Сиражитдинов Юлай Дидар улы – “Башҡортостан республикаһының
атҡаҙанған уҡытыусыһы” маҡтаулы исеме кавалеры, бөгөнгө көндә Хәйбулла
районы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы етәксеһе
Аманбаев Рәис Зиннур улы – ЭЭМ полиция подполковнигы
Әбделнәсиров Фәрит Хажмөхәмәт улы – ЭЭМ ЮХХДИ майоры.
Бына улар, ауылымдың аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары.
АУЫЛЫМДЫҢ УНИКАЛЬ УРЫНДАРЫ
Беҙҙең Әбделнәсир ауылы бик матур, үҙенсәлекле урында урынлашҡан.
Хәйбулла ере сал ҡылғанлы далалары менән дан тотһа ла, ауылым тирәһендә
урман да, тауҙар ҙа, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙар ҙа бар. Уларҙың атамаларына
туҡталып үткем килә:
Дөйә ялаған таш
Урындағы аҡһаҡалдар һөйләүе буйынса, был таш бик боронғо. Элек,
ауыл халҡы хужалыҡта дөйәләр тотҡан ваҡыттан алып һаҡланған ул.
Кешеләр уны юл йөрөү өсөн уңайлы, сыҙамлы, әрһеҙ булғанға ғына тотмаған
икән. Дөйәнең һөтөн дә эскәндәр, итенән аш та бешереп ашағандар. Был
таштарҙа тоҙ бар икән, ә тоҙ хайуандарҙың организмына бик кәрәкле матдә.
Дөйәләр тоҙло ташты ялағандар, тора - бара ташта тәрән тишектәр барлыҡҡа
килгән. Ташты дөйә ялаған тип атай башлағандар.
Елбаш тауы
Был тауҙың бейеклег диңгеҙ кимәленән 585 метр. Уйлап ҡараһаң,
бейек тә түгел һымаҡ, әммә уның түбәһенә күтәрелһәң, яҡын тирәләге 7
ауылды күрергә мөмкин. Елбаш Урал тауҙарына ҡараған Ирәндек тауының
бер тармағы булып тора. Уның башы текә түгел, тигеҙ, йоморо тиһәң дә була.
Көньяҡ битләүе аҙлап түбәнәйә барып, ҡылҡыулыҡҡа күсә, һәм артабан
бөтөнләй тигеҙ ергә әйләнә. Уның түбәһендә, ҡасан күтәрелһәң дә, һәр ваҡыт
көслө ел. Шуға күрә уны Елбаш тип атағандар ҙа инде. Елбаштың
битләүенда тау сейәһе, селек, гөльемеш үҫә, итәгендә ҡылған ,төрлө үләндәр
бар. Йәй көндәре беҙ унда рәхәтләнеп еләк-емеш йыябыҙ.
Күпйәшәр ҡарағай
Әбделнәсир һәм күрше Иҫәнгилде ауылы уртаһында, бер бейек
булмаған тау битендә ҡарағай ағасы үҫеп ултыра. Был мөһабәт, яңғыҙ ағас
әллә ҡайҙан уҡ күҙгә салынып тора. Был уникаль ағас тураһында тәүге
тапҡыр район гәзитендә телгә алына. 2013 йылдың 3 октбрендә донъя күргән
“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең №113-сө һанында былай тиелгән:
“...Әбделнәсир һәм Иҫәнгилде ауылдары уртаһында үҫкән меңйәшәр ҡарағай
тағы ла бер тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Уның олононоң ҡалынлығы
метр ярымға тиклем барып етә. Ҡарағай, ике ҡалҡыулыҡ уртаһында, һөҙәк
урында үҫә. Күрәһең, ошо ағасты күп йылдар әсе ел-дауылдарҙан һаҡлаған.
Бындай урын дымлылыҡты ла яҡшы тота. Артабан, районыбыҙҙың тәбиғәтте
өйрәнеүселәр йәмғиәтенең председателе Шәһит Баймырҙин, был великанҡарағайға урындағы “тәбиғәт ҡомартҡыһы” тигән статус биреү өсөн
документтар әҙерләнеүе хаҡында хәбәр иткән. Әлбиттә, бик ышанғы килә
был һүҙҙәргә. Әгәр ҙә кешеләр был ағасҡа һаҡсыл ҡараһа, ул 500 йылға
тиклем йәшәй ала. Ғөмүмән алғанда, дала ерендә ҡарағай ағасы һирәк осрай.
Ауыл тирәһендә ҡайын сауҡалығы, бәләкәй уҫаҡ урмандары бар. Улар
янында йөҙйәшәр ҡарағайҙың үҫеүе, ысынлап та, мөғжизә.
Ҡаҙаҡ артышы
Әбделнәсир ауылынан өс саҡрым тирәһе алыҫлыҡта, Дауыт һаҙы тигән
урын бар. Унда Мунса исемле бәләкәй генә йылға ағып ята.
Шул йылғаның уң яҡ ярында, боҙлоҡ дәүеренә тиклемге осорға
ҡараған реликт, ҡаҙаҡ артышы үҫә. Реликт - үткән дәүерҙәрҙән һаҡланып
ҡалған биологик төр. Тимәк, был үҫемлек тә, үткән дәүерҙән беҙҙең көндәргә
тиклем һаҡланып ҡалған тигән һүҙ. Ҡаҙаҡ артышы Башҡортостандың Ҡыҙыл
китабына индерелгән. “Ҡаҙаҡ артышы(можжевельник казацкий) – кипарис
һымаҡтар ғаиләһенә ҡарай. Түшәлеп үҫкән мәңге йәшел ҡыуаҡлыҡ,
бейеклеге 1-2 метрға етә. Япраҡтары тәңкә һымаҡ, ҡапма-ҡаршы
урынлашҡандар, йомро, үрендегә һыйынып торалар... Башҡортостанда
Ейәнсура, Күгәрсен һ.б. райондарҙа осратырға мөмкин. Башҡорт дәүләт
ҡурсаулығының Прибельский филиалында һаҡлана.” Ҡыҙыл китаптағы
һүрәтләмә Дауыт һаҙында үҫкән артышҡа тулыһынса тап килә.
Был урынға килеп, ҡайын ағастары араһына инһәң, ниндәй йыл миҙгеле
булыуына ҡарамаҫтан, артыштан йәп-йәшел “балаҫ” түшәлгән. Танауға
шунда уҡ ылыҫлы еҫтәр килеп бәрелә. Әбделнәсир ауылының аҡһаҡалы
Сафиуллин Б.З. былай, ти: “Мин был урынға ат менән һыйыр эҙләгәндә
килеп юлыҡтым”, ти ул.
Артыштың емештәрен кеше аҙыҡ итеп ҡулланмай, ҡайһы ваҡыт халыҡ
медицинаһында осратырға мөмкин. Күп сығанаҡтарҙа ҡаҙаҡ артышы ағыулы
үҫемлек тип әйтелә. Медицинала, ғәҙәттә, ыуыныу өсөн ҡулланыла.
Ашағанда, бик һаҡ, һәм әҙ күләмдә генә мөмкин. Иң төп файҙалы матдә
булып ауыр составлы эфир майҙары тора.
Башҡорт халыҡ медицинаһында артышты алама еҫтәрҙе бөтөрөү һәм
ен-зәхмәттәрҙе ҡыуыу өсөн ҡулланғандар. Өйгә, йәки һарайға артыш
ботаҡтарын элеп ҡуйһаң, мал-тыуарҙы, кешеләрҙе ауырыуҙар урап үтә тип
ышанғандар. Шулай уҡ, артыштың емештәренән һәм ботаҡтарынан ревматик
ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ванналар эшләгәндәр. Бындай ҡыҙыҡлы
рецептты мин Мамлеев Н.Ш. “Ветеринар практикаһында Башҡортостандың
дарыу үләндәре” китабында осраттым. 1792 йылда Петербург ҡалаһында
донъя күргән “Ҡош-ҡорт ҡураһы” тигән китапта түбәндәге юлдар бар: “Аҙна
һайын кетәктәрҙә ҡаты еҫле үләндәрҙе, иң яҡшы артышты, төтәтеп алырға
кәрәк. Сөнки башҡа бер ни ҙә, уның еҫе кеүек, алама һауаны һәм биҙгәкте
юҡҡа сығара алмай, беттәрҙе бөтөрә алмай.” Тимәк, ысынлап та артышты
ҡулланыу киң таралған.
Ауылыбыҙ эргәһендә, мәңәр йылдар аша үтеп, беҙҙең көндәргә тикле
килеп еткән реликт бар икән, - беҙ уны һаҡларға тейешбеҙ.