Хәл белешеү – сауаплы ғәмәл

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, шулай тип өйрәткән:

  • «Яҡын кешеләрегеҙгә барғанда, бүләк алып барығыҙ. Әгәр бүләк алып барырлыҡ хәлегеҙ булмаһа (аҡса юҡлыҡтан) бүләкһеҙ барып хәлен белегеҙ. Әгәр барып хәлен белешер мөмкинлегегеҙ юҡ икән, шул кешене (яҡын кешегеҙҙең) күңеленә хуш килерлек берәй эш ҡылығыҙ йәки бүтәндәр аша хәлен белешегеҙ. Әгәр яҡын кешегеҙ һеҙҙән алыҫта йәшәй икән, хат яҙып, элемтә тотоғоҙ».
  • «Яҡын кешегеҙгә (кешеләрегеҙгә) сәләм ебәреп булһа ла уның менән элемтәлә булығыҙ».
  • «Мин һындарҙы юҡ итергә (һындарға табыныу ғәҙәтенән кешеләрҙе арындырырға) һәм туғандарға изгелек ҡылырға ебәрелгәнмен».

Ошо өс хәҙис кенә лә туғандарҙың ҡәҙерен белергә, туған-тыумасаға иғтибар күрһәтергә, яҡын кешеләрҙең үҙ-ара элемтәне өҙмәүенә өйрәтә.

Хәл белешеү – сауаплы ғәмәлҮҙгәртергә

Бер-береңдең хәлен белешеү - сауаплы эш. Бигерәк тә балалар ата- әсәнең хәлен белергә, ситтә йәшәһәләр, тыуған йортҡа йышыраҡ ҡайтырға онотмаһа икән.

Ошо ғәмәлде йәш сағында һанға һуҡмаған кеше, олоғая барған һайын күңел ғазаптарын көслөрәк кисерәсәк.

Атай-әсәй мәңге йәшәй алмай фани донъяла. Улар Ахирәткә күскәс, ҡәҙерҙәрен яҡшыраҡ белә балалар. Әммә һуң була. Шуға күрә лә атай- әсәйгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү улар тере саҡта булырға тейеш.

Бының өсөн әллә ни күп кәрәкмәй. Йышыраҡ ҡайтып күреү, мөмкин ҡәҙәр ярҙамлашыу атай-әсәйҙең күңелен күтәрә, уларҙы рухи яҡтан нығыта. Әгәр ҡайтып күреү форсаты йыш теймәй икән, хат яҙырға, йышыраҡ яҙырға мөмкин. Телефон аша һөйләшеп тороу ҙа атай-әсәйҙең күңелен күтәрә.

Тугандар бер-береһе менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға тейеш. Үҙ-ара асыуланышҡан туғандар мотлаҡ ярашырға тейеш.

Бер-береһен ғәфү итеү - сауаплы. Бер-береһен ғәфү итмәгән кешене Аллаһ һис ярлыҡамаҫ. Бына ни өсөн үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә мосолмандар һәр саҡ ҙур иғтибар бирергә бурыслы.