Хәҙерге туй йолалары
ВКонтакте - Бәйләнештә сайтындағы "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөндә хәҙерге һәм борондан ҡалған туй йолаларын яңыса башҡарыу тураһында яҙмалар күп. Бына уларҙың бер өлөшө [1]. [2]
Ҡыҙ һоратыу
үҙгәртергәӘсәйемдәр Бөрйәнгә ҡыҙ һоратырға барғайнылар. Уның һөйләүенән. Иң тәүҙә ижап уҡыталар, әсәйем хәйер таратҡан, шунан ҡоҙа менән ҡоҙағыйға ата тун, инә тун кейҙергән(күлдәктәр) яҡын туғандарына күлдәк кейҙерәһең, Мәһәр һалаһың, киленгә көмөш, йә алтын бүләк итәһең, ул һырға һабағы тип атала,тағы ла дебет шәл бүләк итә ҡәйнәһе. Өс еңгәһенең билдәренә яулыҡ бәйләйһең, улар ҡыҙ менән егетте ҡуша торған еңгәйҙәр була инде. Шунан ҡыҙ ҡаса, алдан әҙерләнгән, әммә егет белмәгән өйгә. Егет йәшерелгән еренән эҙләп тапҡас, аҡса түләп һатып ала. Иртәнсәк ҡыҙ менән егет ҡәйнәләренә күлдәк әйтә. Ижапта туй тураһында һөйләшеп ҡайталар. Нисә дуға саҡырыла һәм башҡалар (Гөлфиә Назарова) .
Ҡот тағып барыу
үҙгәртергә- Хәйбулла районында туйға ҡот тағып барыу йолаһы бар.
Беҙ Хәйбулла р-да туйҙа булғанда күрҙек ул ҡотто)))Таң атҡансы һеңлем ҡот яһатты.Бер ҡолғаға яулыҡ,туҡыма киҫәге,таҫмалар,таҫтамал бәйләп машина тәҙрәһенән сығарып тотоп барҙыҡ күрше ауылғаса.Көлөп арып бөттөк)))Ул ҡотто үҙеңә тейеш ҡоҙа ала ла үҙеңә шундай 2-се ҡот алып килә...(Сарбиямал Ихсанова)
- Ҡоҙаларҙы ҡаршылау өсөн элегерәк иң етеҙ ат һайланған булһа, хәҙерге ваҡытта мотоцикл йәки машина менән барып, киләсәк ҡунаҡтарҙы ауыл осона сығып көтәләр. Аттың дуғаһына йәки машинаға ҡыҙыл ситса материал бәйләйҙәр . Ҡоҙаларҙы ҡаршылап, уларҙы ҡымыҙ, буҙа менән һыйлағандан һуң, бәйге эленгән ат ауыл яғына сабырға, ә уны килгән ҡоҙаларҙың береһе ҡыуып етеп, бәйгене сисеп алырға тейеш. Был ҡот алыу йолаһы. Етеҙ егеттәргә йәйәү ҙә баҫтырышып бәйгене алырға була (Әминә Яхина).
- Ул ҡотто алып ҡасалар, баҫтырышып алыуы үҙе бер ҡыҙыҡ. Беҙҙең яҡта шундай йола бар?Ляля Рафикова)
- Ул "һөбә" тип атала؛ элҽк ат менән туйға барғанда ярышҡандар - ҡҽм бҽрҽнсҽ бара, шуға "һөбә" - яулыҡ йә таҫтамал бирә торғайнылар (Зифа Йыһаншина)
- Эйе, бар ине шул шундай йола. Ауыл аша ҙур машинала туй үтеп барһа, ҡоттарын һанап, туйға нисә пар китеп барғанын белә инек. Бәләкәй саҡта ҡоҙаларҙың ҡотона эй ҡыуана инек. Байраҡ һымаҡ әҙерләнә ине. Туҡымаһы ҡоҙаға, яулығы ҡоҙағыйға, ҡульяулыҡ, бантик, таҫмалар бәләкәй ҡоҙа-ҡоҙасаларға бит. Ҡапма-ҡаршы ҡотло туй (Әнүзә Йәмилева).
Туй эскортын биҙәү
үҙгәртергә- Машина ишегенә француз яулыҡтар, һөлгөләр тағып барыу ҙа күҙәтелә
- Элек аттар менән туйға барғанда дуғаға бәйләп, ат өҫтөнә ябып бара торгайныҡ.Аттар теҙелешеп йәйғор һымаҡ матур була. Иҫләргә генә гена ҡалды.(Саида Хусаинова-Хунафина)
- Ҡоҙаларҙы ҡаршылау өсөн элегерәк иң етеҙ ат һайланған булһа, хәҙерге ваҡытта мотоцикл йәки машина менән барып, киләсәк ҡунаҡтарҙы ауыл осона сығып көтәләр. Аттың дуғаһына йәки машинаға ҡыҙыл ситса материал бәйләйҙәр . Ҡоҙаларҙы ҡаршылап, уларҙы ҡымыҙ, буҙа менән һыйлағандан һуң, бәйге эленгән ат ауыл яғына сабырға, ә уны килгән ҡоҙаларҙың береһе ҡыуып етеп, бәйгене сисеп алырға тейеш. Был ҡот алыу йолаһы. Етеҙ егеттәргә йәйәү ҙә баҫтырышып бәйгене алырға була (Амина Яхина).
Мылтыҡ атыу
үҙгәртергә- Беҙҙең яҡтарҙа бала сағымда ошондай бер йола барлығы хәтеремдә ҡалған: кейәү йортона килен төшкәндә(ҡапҡанан килен ултырған аттар ингәндә генә) мылтыҡтан аталар ине. Еңгәйҙәрем килен булып төшкән саҡта атайым шулай иткәйне .Бынан бер нисә йыл элек абызыйым , улы кәләш алғанда , шул йоланы яңыртты. Аңлауымса, мәғәнәһе - ен-шайтандарҙы,ҡара көстәрҙе ҡыуып,килендең ҡәйнә,ҡайны йортона инеүен нығытыуҙалыр (Танзиля Бикбаева) .
Никах уҡыу
үҙгәртергә- Ишембай, Мәләүез яҡтарында батмусҡа аҡса һалыу юҡ, әммә никах уҡылғандан һуң һәр ҡунаҡ (пар) йәштәргә теләктәр теләп бүләк һала (юрған, плед, сәй сервизы һ.б. донъя кәрәк-яраҡтары). Ә туйға саҡырылғандары туйҙа ла бүләк бирәләр (хәҙерге заманда аҡсалата яҡшыраҡ инде). Егет кәләшенә алтын биҙәүестәр бүләк итә, ә егет әсәһе килененә шәл йәки үәл (паутинка) ябындыра. Башҡаса мәһәр, тигән нәмә юҡ.Ата-әсәләр туйҙың йәштәр өсөн оло байрам икәнлеген генә онотмаһындар (Хаят Йосопова).
Ҡыҙ ҡушыу
үҙгәртергә- Ҡыҙ ҡушыу бик яуаплы бурыс ,никах уҡығандан һуң ,еңгәләре улар икәү ,өсәү булыуы мөмкин ,кыҙҙы аулаҡ өйгә алып барып ,кәңәштәрен әйтеп ,урын-ерен яңы постель,гигиена әйберҙәре әҙерләп ,кейәүҙе ҡаршы алырға тейеш. Кейәү беҙҙең яҡта кейәү егете (дуҫы) менән килә. Кейәүҙе ишектән индермәй, мәрәкәләп хаҡ һорай торғайнык.Мәҫәлән . "Ишек бауы мең тәңкә ,бикәсебеҙ миллион тәңкә" йәки " ишек бауы шуныңса" тип (үҙеңдең хаҡыңды һорап), кейәү егете менән һатыулаша-һатыулаша бер хаҡҡа килешәһең, был гел мәрәкә, шаярыу менән уйынсылап эшләнә.Хаҡҡа килешкәс, ишекте асып кейәүҙе йыртышҡа баҫтырып индерә торған инек ,уныһы үҙе бер йола ,хәҙер ул бөткән шикелле. Шунан йөштәрҙе сәй эсереп, уйынсалап кәңәштәреңде биреп, еңгәләре кейәү егетен алып, йөштәрҙе бикләп сығып китәһең, тик йәштәр ябылған өйҙө шыпа ташлап китмәйһең, яҡын-тирәлә аңдыңҡырап йөрөйһең, донья хәлен белеп булмай - йә ауыл егеттәре ,йә бүтән еңгәйҙәр йәштәрҙе аптыратып йөрөмәһен өсөн. Бәлки хәҙер улай түгелдер, но беҙ ҡыҙ ҡушҡанда төндө йоҡламай торған инек, таң менән мунса яғып, ҡоймаҡ ҡойоп, йәштәрҙе мунса әҙер булғас мунсаға ебәреп, урындарын йыйыштырып, иртәнге сәй әҙерләй торғайныҡ.Кейәү кеше постелгә аҡса йәки бүләктәр йөшерә торған ине, уны эҙләп хәтһеҙ ваҡыт үтә торған ине (Вәсилә Ҡарағужина).
Ҡороҡлау йолаһы
үҙгәртергә- Баймаҡ яғында ҡоҙаларҙың аяҡтарын сыбыртҡылайҙар.Сыбыртҡының осо аяғыңа эләкһә,осона аҡса бәйләргә кәрәк.(Тәнзиля Бикбаева)
- Йылайырҙарҙа бар ине ҡороҡлау йолаһы.Ике таяҡтың осона эсәк бәйләп ҡыҙ яғы ҡоҙасалар егет яғыныҡыларҙы ҡороҡлай. Муйыныңа эсәк кейгең килмәһә аҡса биреп ҡотолаһың инде (Филүзә Башарова
Туйҙың икенсе көнө
үҙгәртергә- Туйҙың икенсе көнөнә, йә бер-ике көндән килен бауырһағына йыйыу бар беҙҙә. Килен сәйе тип тә әйтәләр. Күрше-тирә, олораҡтар, туйға барһын да йыйып бөтөп булмай бит, саҡыраһың. Эскеһеҙ үтә. Шунда бауырһаҡ тәмләйҙәр, батмусҡа аҡса һалып. Йәштәргә ҡотлап, бүләктәр ҙә бирәләр. Ҡәйнә. килен бүләге итеп, яулыҡ тарата. Ирҙәргә нәски. Туй хәлдәрен, ҡыҙыҡтарын һөйләп, теләктәр әйтешеп, бик матур үткәргәйнек.(Асия Хазиева)
Ҡоҙаларҙы оҙатыу (сыбыртҡылау)
үҙгәртергә- Тағы бер йола.Ҡоҙаларҙы өс көн һыйлағандан һуң ҡайтыр ваҡыт еткәс,хужалар яғынан бер ҡоҙа тышҡа сыға ла бүрәнәме йәки икенсе берәй нәмә алып, ҡоҙалар ултырған түрьяҡтың стенаһын доңҡолдатып төкәтә.Ҡайтыр ваҡыт еткәнен аңлата.Ҡоҙалар һикереп тора ,ҡайтыр яҡҡа ыңғайлай башлайҙар (Тәнзиля Бикбаева).
- Ә беҙҙең яҡта туй аҙағына яҡынлашҡас "сыбыртҡылау"йолаһы бар.Хужалар "сыбыртҡы ашы "тип "бишбармаҡ"бешерә.Хужалар яғынан йәшерәк ҡоҙа-ҡоҙаса таҫмаларҙанмы,һалабаштанмы матур сыбыртҡы үрә лә тоҡсайға һарыҡтың баш-тояғын,бушаған шешә-фәлән һалып,тундың эсен әйләндереп кейеп ҡоҙаларҙы сыбыртҡы менән "туҡмай"."Ашар-эсергә бөттө,ҡайтаһыңмы-юҡмы?!-тип һамаҡлайҙар үҙҙәре.Ҡоҙалар сыбыртҡыға ҡағыҙ аҡса бәйләй.Шунан һуң табынға аш ҡуйып, тағы ла бер һыҙыра һыйлап, ҡоҙаларҙы оҙаталар (Сәрбиямал Ихсанова).
- Сыбыртҡылау беҙҙең Баймаҡта бар.Ҡыҙ йортонда булған туйҙың аҙағында ҡоҙаларҙы сыбыртҡылап ҡайтаралар.Таҫма осона кем күпме аҡса бәйләй ала,бәйләп ҡотола. Ҡыҙҙы оҙатып барғас,ҡаршы яҡтар сыбыртҡыламайҙар.(Карима Аралбаева)
- Сыбыртҡы ите ашатыу тип атала ул. Ҡоҙаларҙың ҡайтыр ваҡыты еткас, табынға ит ултыртыла. Шул мәл һыйлаусы ҡоҙаларҙың береһе тунын тиҫкәрегә әйләндереп кейеп,мәжлес барған бүлмәгә инә. Ҡулына төрлө бауҙарҙан торған "сыбыртҡы" (йәғни, ысын сыбыртҡы түгел, ә таяҡҡа бәйләнгән бауҙар, күбеһенсә ни өсөндөр ҡыҙыл төҫтә). Ул һыйланып ултырған ҡоҙаларға : " Ҡайтыр ваҡытығыҙ етте, ни эшлап һаман ултыраһығыҙ?" - тип ҡулындағы "сыбыртҡыһы" менан һуғырға ынтыла. Ә ҡайтырға тейешле ҡоҙа: " Итте ашап бөтмәй ҡайтмайым! - тип"сыбыртҡыны" тотоп ала һәм бауына аҡсамы йәки икенсе бер нәмәме бәйләй. Был йола уйын-көлкө, шаян таҡмаҡтар менән бергә үрелеп бара. Ҡоҙаларға күрһәткән иң һуңғы хөрмәт бына шул! (Хаят Йосопова)
- Ҡоҙаларҙы сыбыртҡылағанда таҡмаҡ йырлайҙар: итте ашап бөттөгөҙ, майҙы ашап бөттөгөҙ. инде һеҙгә ни ашатам - әйҙә ҡайтып китегеҙ (Әлфиә Ҡотоева)
- Сыбыртҡылағанда берәй ҡоҙаса таҡмағын да әйтеп, бейеп торалар бит. Бына бер нисә таҡмаҡ. Кәрәге тейер, бәлки.
Ҡайыштан да, йүкәнән дә
Сыбыртҡыны үрәбеҙ.
Ҡайтмай ятҡан ҡоҙаларҙың
Кәрәгенә бирәбеҙ.
Аяҡай ғынаһы,
Тояҡай ғынаһы.
Ите бөттө, ҡалды инде
Һөйәкәй генәһе.
Ашанығыҙ , эстегеҙ,
Уйнанығыҙ, көлдөгөҙ.
Ҡоҙаның ҡәҙере өс көн,
Бөттө һеҙҙең көнөгөҙ. Һ.б. (Таңһылыу Вәлиева)