Шагаев Әхмәт Тимерйән улы
Шагаев Әхмәт Тимерйән улы (15.03.1930, БАССР Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылы — сентябрь 1999, Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауылы) — Байназар мәктәбе уҡытыусыһы, “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы” знагы, “Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә” , “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Биографияһы
үҙгәртергәШагаев Әхмәт Тимерйән улы 1930 йылдың 15 мартында Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһы Хоҙайбирҙин Тимерйән менән әсәһе Хәфизәнең татыу ғаиләһендә 3-сө бала булып донъяға килә.
Башланғыс белемде үҙ ауылында ала. Артабан белем алыр өсөн Иҫке Собханғол ауылына юллана. Иҫке Собханғол мәктәбендә 9-сы класты тамамлағандан һуң , шул ауылдағы һаҡлыҡ кассаһында кассир булып хеҙмәт юлын башлай.
1953 йылда Темәс педагогия училищеһын ситтән тороп тамамлай. Белемле йәш белгесте кассир итеп эшләтеп ҡуймайҙар. Әхмәт Тимерйән улын тәүҙә Әбделмәмбәт мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы, һуңынан Байғаҙыға башланғыс класс уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр.
1956 йылда Әхмәт Тимерйән улы ғаиләһе менән Байназар урта мәктәбенә эшкә килә. Бер аҙ башланғыс кластарҙа уҡыта, һуңынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә. Үҙенең педагогик белемен артттырыу маҡсатында Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм 1962 йылда юғары белемле уҡытыусы дипломы ала. Үҙ фәнен бөтә нескәлектәренә тиклем белгән уҡытыусы уҡыусыларында башҡорт теленә ҡарата ихтирам уята, телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Һәм шуға ла күптәр уның юлынан китеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, журналист булып китеүе ғәжәп түгелдер.
Буранбаева Фәниә, Сураҡова Фәрхәнә мәктәптә эш башлағанда уның кәңәштәрен, ярҙамын тойоп, әле рәхмәтле булып йәшәйҙәр. Шағирә, көслө журналист Айһылыу Ғарифуллина ла уға рәхмәтен уҡып бөтә алмай. Һанай китһәң, күп инде улар.
Тырыш, намыҫлы, коллективта һәм ата-әсәләр араһында абруй ҡаҙанған уҡытыусыны мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эшә буйынса директор урынбаҫары итеп үрләтәләр.
Шагаев Әхмәт Тимерйән улы был эштә лә үҙен һынатмай, бөтә дәртен, көсөн, кәрәк саҡта һаулығын да ҡыҙғанмай эшкә егелә. Ул киң йәмәғәт эше лә алып бара. Оҙаҡ йылдар Байназар ауылында агитатор-пропагандист эшен алып бара. 1992 йылда хаҡлы ялға сыға.
Намыҫлы хеҙмәте, балалар тәрбиәләүҙә күрһәткән уңыштары өсөн Әхмәт Тимерйән улы “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы” знагы, “Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә” , “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы, Башҡортостан мәғариф министрлығының почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Хаҡлы ялда хаҡлы рәүештә ял итергә, иркенләп тормоштоң тәмен тойоп йәшәргә насип булмай уға. Үкенескә күрә яман сир уны аяҡтан йыға. 7 йыл буйы ҡаты ауырығандан һуң, 1999 йылдың сентябрендә Әхмәт Тимерйән улы баҡыйлыҡҡа күсә. Һоҡланғыс уҡытыусы, оло йөрәкле кеше, өлгөлө ғаилә башлығы тип иҫкә алалар уны.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы” знагы
- “В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы өлгөлө хеҙмәте өсөн” миҙалы
- “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы,
- Башҡортостан мәғариф министрлығының почет грамоталары