Шайтан-Көҙәй этнонимы

Салауат районының ер-һыу атамалары Салауат районы ауылдары Өфө өйәҙе Себер даруғаһына ингән. Барыһы алты олоҫҡа бүленгән: Шайтан-Көҙәй, Ҡыр-Көҙәй, Мырҙалар, Тырнаҡлы, Түбәләҫ, Ҡаратаулы.

Шайтан-Көҙәй: 1795 йылғы ревизия документтарында Әлкә, Иҙрис, Йонос, Шағанай ауылдары теркәлгән.

1773-1775 йылғы Емельян Пугачёв һәм Салауат Юлаев етәкселегендәге ихтилал баҫтырылғандан һуң, Аҙналы, Юлай, Ҡасай, Тәкәй, Яҡуп, Смаҡ, Исмаил, Морат ауылдары яндырылған.

Шайтан-Көҙәй ырыуының килеп сығыуы тураһында легенда

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең Серпиевка ауылынан йыраҡ түгел Шайтанбикә мәмерйәһе урынлашҡан.

Урыҫтар уны «Пещера Колокольная» тиҙәр.

Алыҫ ҡарттайыбыҙ Дөрмән ул яҡҡа йыш ҡына һунарға йөрөгән, сөнки ундағы ҡарурмандарҙа кейектәр, йылғаларҙа балыҡтар күп булған.

Бер ваҡыт ул төнгә ҡалған һәм ҡунырға булған. Ҡая башында усаҡ яғып, ашарға бешереп бөтөүгә аҡ һаҡаллы ҡарт килеп сыҡҡан, ҡулында тимер таяғы булған.

Уның: “Һаумы“,- тип иҫәнләшеүенә Дөрмәншикләнеп ҡуя, мосолмандар бит: “Әссәләмәғәләйкүм“, — тип һаулыҡ һораша. Хәл-әхүәл һорашып, ашап-эсеп алғас, йоҡларға яталар.

Һунарсы теге ҡарттың тимер таяғын утлы күмер эсенә тығып ҡуйғанын шәйләп ҡала. “Был ҡарт тиккә генә шулай эшләмәйҙер “, — тип уйлай ҙа, теге йоҡлап киткәс, әкрен генә тора һәм, сәкмәнен кеше ятҡан һымаҡ төрөп һала ла, үҙе ағас артына йәшеренә.

Ярты төн уртаһында теге ҡарт, уянып, таяғын ҡулына ала ла: “Дөрмән, үл, үл, беш, беш “, — тигән һүҙҙәр менән һунарсы ятҡан урынды бышҡыслай башлай.

Шул саҡ һунарсы атып ебәрә, ләкин ҡарт ҡаса. Дөрмән уны баҫтыртып артынан китә һәм, ҡуйы урман эсендә бәләкәй генә өй күреп, ошонда бара.

Өй эсендә өс ҡыҙҙы күрә, уларҙан: ”Атайығыҙ ҡайҙа?“ — тип һорай. Ҡыҙҙар иҫке аласыҡҡа күрһәтәләр. Дөрмән унда барып керһә, ҡартты таный һәм үлтерә.

Аҙаҡ бер ҡыҙын үҙенә кәләшлеккә алып ҡайта. Улар арыу ғына донъя көтәләр.

Улдарына Әлкә, Йонос, Иҙрис, Шағанай тип исем ҡушалар.

Ҡатыны ире һунарға киткән һайын: “Ҡайтҡанда һәр ваҡыт тауыш бир “, — тип иҫкәртеп ебәрә икән.

“Ниңә ул миңә гел шулай тип әйтә икән, әллә берәй кеме бармы? “ — тип уйлап, бер тапҡыр шым ғына килеп, ҡарындыҡ тәҙрәнең бер урынын тишеп, өйгә күҙ һала. Ҡатыны сәстәрен алдына һалып, бетен сүпләп ултыра икән.

Йоҡлағанда ҡатыны: “Һин ҡосаҡлайым, тип яңылыш ҡына ла ҡулыңды минең ҡултыҡ аҫтына тыҡма“, — ти.

Дөрмән бының ниндәйҙер ғилләһе барҙыр, тип уйлап, төндә тегенең ҡултыҡ аҫтына ҡулын тығып ебәрә һәм күренеп торған йөрәген килтереп сығара. Ҡатыны шундуҡ йән бирә.

Шунда ғына Дөрмән уның шайтан ҡыҙы булыуын аңлай.

Шулай итеп, алыҫ ҡарттайыбыҙ Дөрмән, ә ҡәртнәйебеҙ Шайтанбикә булған, уларҙан Шайтан-Көҙәй нәҫеле таралған.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Әлкә ауылында йәшәүсе төбәк тарихын өйрәнеүсе Сафин Вилмир Иштимер улынан 2013 йылдың мартында яҙып алынды.

Яҙып алыусы

үҙгәртергә
  • Салауат районы Янғантау урта мәктәбе уҡытыусыһы Ишбулдина Алия