Шарлотка
Шарлотка
Был рецептың барлыҡҡа килеү версиялары бер нисә төрлө. Мәҫәлән, берәүҙәр һөйләүенсә, яуапһыҙ ғашиҡ булған ашнаҡсы уны үҙенең һөйгән ҡыҙы Шарлоткаға арнаған, имеш.
Икенселәр әйтеүенсә, рецептты Англия короле Георг Өсөнсөнөң ҡатыны Шарлотта тәҡдим иткән.
Әммә иң ҡыҙыҡлы версияһында, атаманың килеп сығыуын боронғо инглиз һүҙе charlyt (һөт, шәкәр һәм туҡылған йомортҡанан әҙерләнгән аҙыҡ) менән бәйләйҙәр.
Составы
үҙгәртергә- 160 грамм бойҙай оно
- 10 грамм шәкәр пудраһы
- 4 бөртөк йомортҡа
- 10 грамм аҡ май
- 200 грамм шәкәр
- 4 бөртөк алма
- 2 сәй ҡалағы онталған дәрсен
Әҙерләү
үҙгәртергәУны төрлө эслектәр менән бешерәләр. Ә иң таралғаны - алма менән.
- Алманы тышлығынан һәм емештәренән таҙартырға
- Миксерҙа 3-5 йомортҡаны шәкәр менән туҡырға
- Иләнгән он һәм дәрсенде өҫтәргә
- Аҙаҡ алма ҡушып, тағы туҡырға
- Табаны майлап, әҙер ҡатышманы шунда бушатырға
- 180 градуслыҡ эҫелектә 30-35 минут бешереп алырға
- Бешеп сыҡҡас, табала һыуытырға. Ипләп кенә алып һауытҡа һалғас, өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә