Шихан тауҙары
Шихан тауҙары— пермь осороноң мәрйен рифтары ҡалдыҡтары.Ишембай районы, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары тирәһендә урынлашҡандар.
Шихан тауҙары
үҙгәртергәШихан тигән һүҙ икенсе төрлө әйткәндә, тау тигәнде аңлата. Шихандар тауҙарҙың үҙенсәлекле бер төрө булып тора.Улар бөтәһе дүртәү һәм Башҡортостанда, Ағиҙел йылғаһы буйында, 20 саҡрым аралыҡта урынлашҡандар.
Торатауҙан (402 м), Йөрәктауҙан (м 336), Ҡуштауҙан (371 м), Шахтауҙан (нигеҙенә тиклем ҡаҙылған) торған тау комплексын тәшкил итәләр.
Миллион йылдар элек был урында тропик диңгеҙ булған. Шихан тауҙары — шул диңгеҙ төбөндә барлыҡҡа килгән мәрйен (коралл) рифтары.
Хәҙер улар Ишембай районы, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары тирәһендә урынлашҡандар. Шихан тауҙарының башына махсус әҙерлекһеҙ ҙә менеп була. Уның иң бейек урыны — 402 метр. Иң юғары нөктәһендә икһеҙ-сикһеҙ матурлыҡтың панорамаһы асыла.
• Риүәйәт.
Борон заманда Ашаҡ исемле ғәййәр егет йәшәгән. Егеттең Ҡарт Уралдың ҡыҙы Ағиҙелгә күҙе төшкән. Егет ҡыҙҙы ҡиммәтле бүләктәр биреп һатып алмаҡсы булған, тик теләгенә ирешә алмаған — Ағиҙел ҡасып киткән. Ашаҡ атҡа атланып ҡыуа төшкән. Инде ҡыуып еттем тигәндә ҡыҙҙы арҡаһынан ҡамсы менән һыҙыра тартҡан. Ҡарт Урал был хәлгә түҙеп тора алмаған — ҡыҙын ағын һыуға әйләндергән. Ашаҡ инде һыу артынан ҡыуа икән. Ыласынын сөйөп ҡараған — барыбер тота алмаған. Бер хәл дә итә алмағас күкрәгенән йөрәген йолҡоп алып ергә ташлаған. Быны күргән Ағиҙел бер аҙға туҡтап ҡала, тик бер ниҙә эшләй алмай, сөнки ул мәңгелеккә йылғаға әйләнгән. Был хикәйәттең иҫтәлеге булып Ашаҡтың Ағиҙелде туҡтатырға маташҡан урынында дүрт тау ҡалҡып сыҡҡан — Йөрәктау, Шаһтау, Ҡуштау һәм Торатау.
Ҡуштау янында ял итеү базаһы һәм тау саңғыһы комплексы эшләп килә.
Йөрәктау менән Торатау — уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары.