Шоколадлы бәлеш
Был шоколадлы бәлеш «Crazy cake» исеме аҫтында киң билдәле.
Татлы бәлеш тураһында уның рецебын үткән быуаттың 30-сы йылдарында АҠШ-тағы «бөйөк депрессия» осоронда уйлап тапҡандар, тип яҙалар. Ул дәүерҙә кешеләр аҙыҡ-түлекте тәләфләмәй, аҡсаны «ҡыҫып» тотоп йәшәгән булған. Шуға рецепт та ҡатмарлы түгел. Бары он, шәкәр, көнбағыш майы, какао һәм һыу кәрәк. Бына ошондай ябай ғына ашамлыҡтарҙан үтә лә тәмле шоколад бисквиты килеп сыға.
Кәрәкле аҙыҡ-түлек
үҙгәртергә- Он — 1,5 стакан
- Шәкәр — 1 стакан
- Какао — 0,5 стакан
- Тоҙ — 1 балғалаҡ
- Сода — 1 балғалаҡ
- 9%-лы һеркә − 1 аш ҡалағы
- Ванилле шәкәр — 1 пакет (15г)
- Көнбағыш майы — стакандың 1/3 өлөшө
- Һалҡын һыу — 1 стакан
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергәБөтәһен дә бергә болғағас, 180 градуслыҡ мейескә ҡуябыҙ. Ярты сәғәттә бешеп сыға. Әҙерлеген шырпы менән тикшереп ҡарайым. Шырпы ҡоро сыҡһа, тимәк, татлы бәлеш әҙер.
Бисквитты яратҡан кремығыҙҙы һылап, йә иһә өҫтөнә глазурь ҡойоп та биҙәргә мөмкин.