Шырпы (йомаҡтар)
Шырпы ҡабыҙыу
- Бәләкәй генә малайҙың башы ҡанай.
- Тотһам, бармаҡ осона һыя,
Һыҙһам өйгә һыймай.
- Бәләкәй генә әрйә,
Эсе тулы мәрйә. - Бер бүлмәгә япҡандар,
Теҙелешеп ятҡандар,
Бик ғәжәп был кескәйҙәр,
Ашамайҙар, эсмәйҙәр,
Булмай уларҙан башҡа
Ҡайнар сәй, эҫе аш та. - Бәләкәй генә һандыҡ,
Эсе тулы халыҡ,
Баштарында бүрек. - Бәләкәй генә амбар,
Эсендә етмеш биш пожар. - Бер вагондың эсендә етмеш биш кеше,
Бөтәһе лә аҡ халатлы,
Ҡара эшләпәле. - Бер өйҙә етмеш биш кеше,
Барыһы ла ҡара салмалы. - Бәләкәй генә оя,
Етмеш биш кеше һыя.