Шыршы, ҡарағай (йомаҡтар)
- Ай айланым, ҡыш ҡышланым,
Йәшел ҡытат тун тышланым. - Ҡышын да, йәйен дә йәшел.
- Йәй ҙә егет, ҡыш та егет,
Йөрөй йәшел кейем кейеп. - Йәй ҙә егет, ҡыш та егет,
Ҡартайғаны юҡ — гел егет. - Сит-ситендәп юғары менер,
Сит-ситендәп түбән төшөр,
Йәшел ҡытат тунын тышлар. - Йәй йәйләүҙән буш ҡалмаҫ,
Ҡыш ҡышлауҙа ҡымшанмаҫ.
Көндәр нисек торһа ла
Йәшел тунын ташламаҫ.