Шәм (йомаҡтар)
Шәм, уның көлө
- Аҡ кеше ҡараһын ҡоя.
- Ҡолағын борҙом, —
Күҙен ҡыҫты. - Бағана яна, көлө-күмере аға.
- Һары бағана янып тора,
Ҡара күмере ҡалҡып тора. - Тешһеҙ айыу май ашай.
- Фәлән ерҙә сәмсерәк ташы яна.
- Ҡаланан килгән ҡарый
Ҡарта турап ултыра,
Һиңә лә бирмәй,
Миңә лә бирмәй,
Тик ҡаратып ултыра. - Күмере юҡ, көлө юҡ,
Бағанала ут яна. - Табаҡ,
Табаҡ өҫтөндә таяҡ,
Таяҡ өҫтөндә әлтерәй,
Әлтерәй өҫтөндә бәлтерәй,
Бәлтерәй өҫтөндә ҡалтырай,
Ҡалтырай өҫтөндә ялтырай. - Әлтерәй ҙә бәлтерәй,
Тирә-яғы ялтырай. - Ана тора маяҡ,
Маяҡ өҫтөндә таяҡ,
Таяҡ өҫтөндә ялтырай,
Ялтырай өҫтөндә ҡалтырай. - Ҡараңғы өйҙә аҡ ҡына бер ҡыҙ,
Танауын һөртһәң, ялт итә. - Ябалаҡ күҙе ялтырай.
- һыңар күҙле ябалаҡ
Төн буйына ялтырай. - Баҡыр башлы йылан күҙе,
Ҡояш байығас, асыла. - Бағана яна, баҙы ҡала.