Шәрипова Шәмсикамал

* * *


Шәрипова Шәмсикамал Хөбөтдин ҡыҙы 1921 йылдың 1 февралендә Тимер ауылында һунарсы Яманғолов Хөбөтдин һәм Мәғәфүрә ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Аҙаҡтан Исмәғзәм, Зәлифә, Шәмсиямал тыуа. Әсәйем Шәмсикамалға 9 йәш, ә иң бәләкәйҙәре Шәмсиямал 40 көнлөк кенә сағында, 26 йәшлек әсәйҙәре Мәғәфүрә өҙлөк булып үлеп китә. Әсәйҙән ҡалғас, сәңгелдәктәге сабый ҙа оҙаҡ йәшәмәй. Атаһы икенсегә Мәрғиә исемле ҡатынға өйләнә. Мәрғиә бик аҡыллы, яҡшы ҡатын була. Үҙәренең уртаҡ балалары Ғәле һәм Мансур исемле малайҙары менән бергә үгәй балаларҙы ла ҡаҡмай-һуҡмай тәрбиәләп үҫтерә ул.
 
Туғандарында йәшәп, Байназар мәктәбендә уҡый. Әсәһе Мәғәфүрә Байназарҙыҡы була, шуға ла атаһы Шәмсикамалды Мәғәфүрәнең бер туған ағаһы Маликов Рамаҙандарға фатирға урынлаштыра.
Яңы Монасип ауылында мәктәп төҙөлгәс шунда күсеп белем ала. Мәктәпкә күк кенә күҙле, оҙон буйлы һылыу ғына яңы уҡытыусы килгән тигәнде ишеткәс, ҡыҙҙар менән йүгерешеп уны ҡарарға сығалар. Йәш кенә был уҡытыусы уның буласаҡ тормош иптәше икәнен ҡыҙ белмәй әле.

1937 йылда әсәйем колхозда эш башлай.
1938 йылда әсәйемде район советы депутаты итеп һайлайҙар һәм ошо уҡ йылда Шәрипов Ғылмитдин Ғәйнетдин улына кейәүгә сыға.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас эшкә яраҡлы ирҙәр фронтҡа китеп бөтә, әсәйем Иҫке Монасип ауылында колхозда бригадир булып эшләй, район советы депутаты итеп һайлана. Бригадир булған сағында тәүәккәл, сая, уҫал булырға тура килә уға.

1944 йылдың аҙағында уны, район советы депутаты булараҡ, Байназар ауыл советына сельсовет председателе итеп ебәрәләр. Ул ваҡытта уның улы Иреккә өс кенә йәш була. Шәрипова Шәмсикамал ауылдар буйлап йөрөп халыҡтың тормошо-йәшәйеше менән таныша, ныҡ ауыр хәлдә йәшәгәндәргә ярҙам ойоштора. Ғәҙел етәксе була ул.

Бөйөк Еңеү килгәс, кире Иҫке Монасипҡа ҡайта. Тик август айҙарында Байназарға кире күсеп килергә тура килә, сөнки ирен Байназар ете йыллыҡ мәктәбенә директор итеп ҡуялар. Бында төрлө эштәрҙә эшләргә тура килә уға. Пекарняла икмәк бешерә, склад мөдире булып эшләй, мәктәптә йыйыштырыусы ла була.
 
46 йәшендә генә тол ҡалған ҡатын 8 балаһына терәк-таяныс булып, балаларына белем алырға һәм оло тормош юлына баҫырға ярҙам итә. Балалары бәләкәй саҡта, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ире һуғыштан алып ҡайтҡан “Зингер” машинаһында кешеләргә матур-матур күлдәктәр, пинжәктәр тегеп кейҙерә. Оҫтаға яҡын-тирә ауылдарҙан да килеп, кейем тектереүселәр бихисап була.

2007 йылдың сентябрендә Шәрипова Шәмсикамал ҡаты ауырыуҙан вафат була.


Ҡыҙы Рая Зәйнуллина-Шәрипова иҫтәлектәренән