Ырымбур өлкәһенең Кваркен районы Сосновка(Ҡарағайлы) ауылының топонимдары

00°00′00″ с. ш. 00°00′00″ в. д. (G)

Ырымбур өлкәһенең Кваркен районы Сосновка(Ҡарағайлы) ауылының топонимдары


Ҡарағайлы үҙәк ауылы(хәҙер Сосновка) 1885 йылда түңгәүер ырыуының Юлдыбай ауылынан сыҡҡан кешеләр тарафынан нигеҙләнгән. ЭргәһендәҠарағайлы йылғаһы ағып ята. Ул йылға Үртәзем йылғаһына ҡоя. Үртәзем йылғаһы үҙ сиратында Яйыҡҡа барып ҡушыла. Ул йылғаны бындаУрал тип атайҙар.

Ҡарағайлы ауылы эргәһендә Үтәташ тип аталған мәмерйә, Елбаш тауы бар.

Үҙенең һыуҙарын Яйыҡҡа ҡойоусы Үртәзем йылғаһы буйындағы мәрмәрле тауҙар, иҫәпһеҙ- хисапһыҙ мәмерйәләр боронғолоҡто һаҡлай. Тау баштарындағы таштарҙың миллион йылдар элек ҡайнап торған масса булғанлығы әле лә аңлашылып тора, иреп торған таш ҡатып ҡалған, тауҙарҙың хатта һынған урындары ла беленеп тора. Разлом була инде.
Беҙҙең Торатау һәм башҡа шихандар кеүек мәрмәр тоҡомло тау теҙмәләре һуҙылып киткән . Хөкүмәт тарафынан тәбиғи ҡомартҡы итеп баһаланған был урынға тәүләп килеүебеҙ. Үртәзем йылғаһы буйын тәбиғи музей тип атарға ла булалыр: бындағы тауҙар эсендәге мәмерйәләр бихисап сер һаҡлай, үҫемлектәр донъяһы үҙенсәлекле, ҡоштары, балыҡтары ла бик күп. Был урында Е. Пугачев эҙҙәре ҡалған. Ошо мәмерйәләрҙең береһендә Бүгәс үҙенең байлыҡтарын йәшергән, тигән тарихты ишетергә тура килде.
Үтәташ тип аталған мәмерйә стеналарында боронғо хайуандарҙың умыртҡа һөйәге фрагменттары, балыҡ ҡойроғо, айғолағы, ҡабырсаҡтар, үҫемлектәрҙең төрлө өлөштәре ҡатып ҡалған. Боронғо океан төбөндә йөрөп ятабыҙ. Иҫ китмәле күренеш! 340 миллион йыл элек бында океан шаулаған.
12 галереянан торған бер мәмерйәнең ауыҙы Үртәзем йылғаһы ярында, унан сыҡҡан ере тауҙың икенсе яғында.
Үртәзем йылғаһында балыҡ ҡарпый, томбойоҡтар сәскә ата. Ярында ҡамыштар бейеп тора, шағир әйтмешләй, боланут хуш еҫ тарата. Был яҡтарҙың боланут сәйе лә сихәтле булыр, тип ышанам.
Беҙ барған Сосновка ауылы 135 йыл элек Юлдыбай ауылынан сығыусы түңгәүерҙәр тарафынан нигеҙләгән, борон ул Ҡарағайлы үҙәк ауылы булған. Аҫаба башҡорт ерҙәрен ят бауырҙарға бирмәү өсөн шулай эшләгән беҙҙең зирәк аҡыллы ата- бабалар. Тик был ерҙәрҙе башҡа халыҡтар яйлап һуғышһыҙ ғына баҫып алған - телен ҡырҡҡан.


https://vk.com/topic-36676061_46528914 Ляля Рафикова Шәрипова Сания еңгәмдән яҙып алғандарҙан