Ырғыҙлы ауылы
Ырғыҙлы ауылы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы ауылдарының береһе.
Ырғыҙлы — бай тарихлы бик боронғо ауыл. Был изге ерҙә төрлө милләт халҡы быуын-быуын ғумер кисерә. Завод төҙөлөп, күпләп крепостной крәҫтиәндәрҙең, эшселәрҙең этап менән килеп михнәт күреуҙәрен, Пугачев яуын, Кинйә Арыҫланов һыбайлыларын, аҡтар-ҡыҙылдарын, колхозлашыу, артель, кустарсылыҡ осорон, ағас ағыҙыу, мал ҡыуыу — барыһын да кисерә Ырғыҙлы.
Ырғыҙлы мәктәбе тарихы
үҙгәртергәОлоларҙың һөйләүенә ҡарағанда, Ырғыҙлы ауылында мәктәп 1911 йылда асыла. Унда 8 йәштән 11 йәшкә тиклемге балаларға ике йыллыҡ башланғыс белем бирелә.
Мәктәпкә тирә-яҡтағы ауыл, утарҙарҙан балалар йыйыла. Бигерәк тә Ҡыңғыр, Ҡыуаламат, Төтәлән, Проломск, Ҡарағаййылға, Имәнйорттан балалар күп була. Мәктәптең тәүге уҡытыусылары Якушин, Морозов, Рассадников, Мочалиндар була. Улар тураһында белешмәләр һаҡланмаған, исемдәре генә халыҡ телендә ҡалған.
1930 йылдарға тиклем мәктәп - өс йыллыҡ, шунан дүрт йыллыҡ итеп үҙгәртелә.
1930 йылдар аҙағында мәктәптең директоры һәм берҙән-бер уҡытыусыһы булып В. А. Рычков эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, балаларҙың яратҡан укытыусыһы, ауыл халҡының хөрмәтле кешеһе Василий Аркадьевич үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм унда батырҙарса һәләк була.
Һуғыш осоронда һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ырғыҙлы ауылы ағас әҙерләү һәм Ағиҙелдән ағыҙыу үҙәге була. Тирә-яҡтан эшсе көстәр килтерелә, улар төрлө-төрлө йәштәге, төрлө милләт халҡы була. Ауыл ҙурая, балалар күбәйә, шунлыҡтан мәктәпте киңәйтеү проблемаһы килеп тыуа һәм 1952 йылда мәктәп 7 йыллыҡ итеп үҙгәртелә.
1953-1954 йылдарҙа мәктәптә 120 бала уҡый. Дүрт бүлмәле генә бина хатта өс сменала ла уларҙы һыйҙыра алмай. Милләт төрлөлөгө лә хайран ҡалдыра: 120 укыусының 73-ө — урыҫ, 33-ө башҡорт, ҡалғандары — татар, мари, мордва, сыуаш. Уларҙың 13-ө комсомол ағзаһы, 90-ы пионер була.
1956-1957 йылдарҙа мәктәп яны интернатында 23 бала йәшәй.
Шуныһы ҡыҙыклы: 50-60 йылдарҙа өлгәшмәүсе уҡыусылар һаны бик күп була. Мәҫәлән, 1955 йылда 124 уҡыусының - 61-е, 1957 йылда 94 уҡыусының 36-һы өлгәшмәй. Бер класта икешәр-өсәр йыл ултырған укыусылар күп була. Хәҙерге заман менән сағыштырғанда, был иҫ киткес һандар, ә ул йылдарҙа был ғәҙәти күренеш була. Балалар бигерәк гә урыҫ теле һәм математика фәндәренән өлгәшмәй.
1959 йылда мәктәп 8 йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Ырғыҙлы урман участкаһы контораһы бинаһын мәктәп итеп күсереп ултырталар. Бөтә ауыл халҡы ҡатнаша был төҙөлөштә. "Ҡыҙыл өмәләр", айырым кешеләрҙең ярҙамы ойошторола.
1962 йылда мәктәптә 13 уҡытыусы эшләй, киске мәктәп ойошторола. Ырғыҙлы мәктәбе иң ҙур һәм алдынғы мәктәптәр рәтенә сыға. Кластар киңәйтелә, уҡыу кәрәк-яраҡтары алына, матди-техник базаһы нығына. Физика, химия, биология кабинеттары булдырыла. Спорт залы һәм майҙансығы йыһазландырыла, оҫтахана эшләнелә.
1963-1964 йылдарҙа укыусылар һаны 226-ға етә. Тиҙ арала мәктәп һәм интернат бинаһын төҙөү проблемаһы килеп тыуа. Йылайыр районы Кананикольск урман хужалығына ҡараған Каней утарынан алты бүлмәле торлаҡ йорт күсереп килтерелеп, мәктәп итеп ултыртыла. Ошо ук йылда интернат бинаһы ла төҙөлә.
1968 йылдан башлап ошо көндәргә тиклем Ырғыҙлы мәктәбе урта белем бирә. 1965-1975 йылдар - мәктәптең иң күркәм йылдары. Директор булып бик инициативалы ойоштороусы, оҫта педагог В. В. Лапшов эшләй. Уның тураһында һәр ваҡыт тик яҡшы һүҙҙәр генә ишетергә була. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған укытыусыһы Василий Васильевич мәктәпте күтәреүгә ҙур көс һала. Беҙ БДУ-ла укыған ваҡытта, профессор, мәрхүм Ғәли Сәитбатталов та Василий Васильевичты белеүе, хатта уның менән хат алышыуы тураһында кинәнеп һөйләгәйне.
1970 йылдар урталарында Ғәли Ғәли улы ике юлдашы менән Ырғыҙлыға килә. Маҡсаттары - күп милләтле халыҡтың тел үҙенсәлектәрен, этнографияһын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү.
Көн кискә ауышҡан, урамда кеше-фәлән күренмәй, шулай ҙа мәктәпте гиҙ табалар. Утынлыҡта чабанлы быйма кейгән, һырма салбарлы, фуфайкаһының билен быуған оҙон ғына буйлы бер ир утын яра. Кирелеп-кирелеп саба, түмәрҙәре бик ботаҡлы, ярылып бармай икән. Был өсәү ипләп кенә яҡынлаша, Алпамышалай бәһлеүән балтаһын эләктереп ҡуйыр, тин борсолалар.
Шулай ҙа утын ярыусы бик һиҙгер икән, улар яҡынлашҡансы, балтаһын түмәргә сабып, ҡулын һөртә-һөртә, уларға йылмайып сәләм бирә. "Мәктәп директоры кәрәк ине", - тигән һорауға: "Мин булам", - ти был кеше. Ҡунаҡтар аптырап китә, баштан-аяҡ ҡарап, ышанмайыраҡ торалар. Василий Васильевич, аҡланғандай итеп: "Мәктәп тирәһен ҡараштырып ҡайтайым гип килгәйнем, интернатҡа бик насар, ботаҡлы утын килтереп ауҙарғандар. Балалар нисек ярып яҡһын уны? Исмаһам, иртәнсәк яғырлығын ярып бирҙем", - ти. Ошо иҫтәлек тә Лапшовтың ниндәй кеше булыуы тураһында һөйләй.
Мин дә ошо мәктәптә, 1970-1974 йылдарҙа уҡып, һигеҙ класс тамамланым. Ин матур, күңелле, бәхетле мәктән йылдары! Ветеран укытыусы Әсеғолов Тимерйән Рамаҙан улы, Желудков Михаил Алексеевич, Байшөғөрова Зөлхизә Ғәли ҡыҙы — үҙҙәре тере тарих була торғайны.
Йәп-йәш кенә математика уҡытыусыһы Зәйнетдинова (Ҡасимова) Рәмилә Мөхәмәт ҡыҙы, Гольцов Николай Николаевич, Самохина Фәриҙә Абдулла ҡыҙы - һаман да остаз, күренекле кешеләр. Оҙаҡ йылдар буйы ошо мәктәптә тырышып, үҙҙәрен йәлләмәй эшләнеләр.
Йор һүҙле, бай телле Ишбулатов Мөнир Сибәғәт улының әҙәбиәт дәрестәре әле лә хәтерҙә. Физкультура дәрестәре лә бигерәк яҡшы үтә ине. Кластағы 32 уҡыусының 16-һы ботинкалы саңғы менән Ҡотан яланында йүгерә торғайныҡ. Ул тиклем саңғыларҙы Лапшов ҡайҙан алды икән ул заманда? Хеҙмәт дәрестәрен үҙ эшенең оҫтаһы Әсеғолов Тимерйән Рамаҙан улы алып бара ине. Мин шунда балта, йышҡы тоторға өйрәндем. "Ҡыҙ кешегә нимәгә ул?" — тиеүсе булманы. Был белем тормошта әле лә ярап ҡала.
1978 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, Ырғыҙлыға эшкә килдем, ошо ваҡытта бында 160 тирәһе бала уҡый ине. Иҫке Аҡбулат, Ҡотан, Мәҡсүт, Ғәҙелгәрәй ауылы балалары "Б" класында башҡортса, Ырғыҙлы баталары "А" класында урыҫ телендә уҡытылды.
Интернатта 78 уҡыусы йәшәне, бүлмә һайып 20-шәр бала, ике яруслы койкаларҙа ятты. Шарттар - ауыр.
Шулай итеп, йылдар үтә тора, мәктәп тә үҙгәрә, үҫешә. Матди-техник базаһы Ырғыҙлы урман участкаһы, сплавкон-тора менән бәйле ипе.
1980 йылдарҙа сплавучастка бөтөрөлөп, егерменән ашыу ғаилә Мәләүез, Күмертау ҡалаларына күсенеп китте. Уҡытыусы Ишбулатов Мөнир Сибәғәт улы: "Ырғыҙлының киләсәге юҡ, ауыл утар булып ҡала, 90-сы йылдарға ауыл бөтөнләй бөтәсәк", -тип, "Таң" гәзитендә яҙып сыҡҡайны.
Бөтмәне Ырғыҙлы ауылы! Әлеге көндә бик күп йәштәр ер алып, өй һалып, ихласлап йәшәп яталар. Күп милләтле халыҡ татыу йәшәй бында. Балалар 2005 йылдан өр-яңы ике ҡатлы, бөтә шарттар булдырылған мәктәптә белем алалар. Иркен спорт залы, оҫтахана, яҡты бүлмәләре, компьютер класы, урыҫ теле, биология, физика кабинеттары йыһазландырылған.
Әле унда Ырғыҙлы, Ҡотан, Мәҡсүт ауылдарынан 117 бала уҡый, уларға 17 уҡытыусы белем бирә. Тырыш коллектив эшләй был мәктәптә. Уңыштарыбыҙ ҙа етерлек. Ауылдың киләсәге — мәктәп. Мәктәп бар һәм эшләй.
Х. СИТДИҠОВА. Ҡотан ауылы. Мәктәбем — йәшлегем минең