Ыумас ашы
Ыумас ашы — бойҙай, арыш, борсаҡ, ҡара бойҙай, һоло ононан әҙерләнә.
Ингредиенттар
үҙгәртергә- һыу 400 г
- он 35-40 г
- һурпа йәки һыу 30-35 г
- төплө һуған 30 г
- эс майы 30-35 г
- ҡатыҡ йәки ҡорот 30-40 г
- йәшел тәмләткестәр 3-5 г
- тоҙ һәм борос тәме буйынса
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергәЫумас ашын һыуҙа, һурпала йәки һөттә картуф менән йәки картуфһыҙ әҙерләйҙәр.
Тоҙланған ҡайнар һыуға киҫәкләп туралған картуф һалып, уны талғын утта бешерергә ҡуялар.
Ондо иләгәс, уға тоҙланған һыу йәки һурпа (туҡмас ҡамырына һалғандан әҙерәк күләмдә) ҡойоп, бик яҡшылап бутайҙар.
Аҙаҡ ҡамырҙы бармаҡтар менән борсаҡ ҙурлығындағы төйөндәр (ыумас) хасил булғансы ыуалар.
Әҙер ыумасты, тағы ла ыуа-ыуа ҡайнап торған ашҡа төшөрәләр.
Ыумас өҫкә йөҙөп сыҡҡас, тағы ла бер нисә минут ҡайнатып алалар.
Аш бешеп сығыр алдынан эс майында ҡыҙҙырылған һуған, тәмләткестәр һалалар.
Ыумас ашын өҫтәлгә туралған йәшел тәмләткестәр һибеп, ҡорот менән бирәләр.