Эс-ҡарын (йомаҡтар)

  1. Ауыҙын бөргән ҡапсыҡ,
    Эсе тулы балсыҡ.
  2. Әсәйемдең баҙы,
    Эсе тулы ҡаҙы.

Эсәк

  1. Сытырман эсендә
    Сытыр-сатыр ҡыл арҡан.
  2. Сытыр-мытыр арҡан
    Келәткә инеп ятҡан.
  3. Төйөнлө-төйөнлө арҡан
    Тар келәткә инеп ятҡан.