- Килдем, килдем,
Тышҡа ҡуйып индем.
- Барам-барам — башы юҡ,
Осам-осам — осо юҡ,
Бөтмәй ҙә, юғалмай ҙа.
- Барам-барам — осо юҡ.
- Башы аранда, ҡойроғо яланда.
- Ҡайынлыҡ аша ҡайыш арҡалыҡ
- Арҡа арҡыры арҡан һуҙыла.
- Арҡа ергә арҡалыҡ таҡтым.
- Оҙон дилбегәне йыйып булмай.
- Тауым арҡыры таҫма һуҙылған.
- Оҙон таҫма ята —
Күтәреп булмай.
- Килтерҙем — һөйәй алманым,
Өйөңә һыя алманым.
- Өйҙән өйгә йөрөй,
Үҙе өйгә инмәй.
- Тау аша таяҡ ташланым.
- Ағастан оҙон,
Үләндән тәпәш.
- Бер тауға менеп китә,
Бер түбән төшөп китә,
Донъяны киҫеп үтә.