53°48′13″ с. ш. 58°12′10″ в. д. (G)

Яланғас тауы


Быйыл сентябрь айында Яланғас тауына һыбай турпоходҡа барып ҡайтылды. Белорет районында урынлашҡан был тауҙың исеме тураһында мин бөтөнләй баш ватманым - түбәһе ташлы, ҡаялы, ағастар итәгендә генә күренә, шуға халыҡ "яланғас" тигәндер тип.

Бер ваҡыт, һырттараҡ килгән бер Өфө ҡунағы экскурсия ойоштороусыһынан ҡыҙыҡһынғайны - тегеһе: "От башкирского "йылан" это название - "Змеиная" переводится, потому что здесь змей много, я сам много раз видел", - тип шаҡ ҡатырҙы. Эҙләнеп ҡарағайным - ғалим А.К.Матвеевтың китаптарында был топоним "асыҡ, яланғас" башҡорт һүҙҙәренән килеп сыҡҡан тип иҫбатлана, тимәк, Змеиная түгел - Голая гора тип тәржемә итергә мөмкин.

P.S. Яланғас тауының бейеклеге 1297 м, Белорет районында урынлашҡан


Информатор:Альбина Галеева