Атайыбыҙ Хәсәнов Ғилметдин Шәмситдин улы 1925 йылдың 16 июнендә Хәйбулла районының Рафиҡ ауылында тыуған. Уның һөйләгән иҫтәлектәре: бала сағында ул ауырыу, сибек кенә бала булған. “Әсәйем көсләп тамағыма ашата торған ине,”- тип һөйләй ине. Үҫә торғас, ул үҙен-үҙе тәрбиәләй башлай, тәнен дә, йәнен дә тигәндәй. Үрге Смаҡ ауылына йөрөп уҡып, 7 синыф белем ала. Мәктәпте гел 5-ле билдәләренә тамамлай (ғаилә архивында уның мәктәпте тамамлағас алған аттестаты һаман да һаҡлана). Уҡытыусылары уны үҙҙәре рәтендә күрергә теләүҙәрен белдерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһын иртә юғалтыуы, ә әсәһенең ҡаты ауырыуы сәбәптән артабан уҡырға мөмкинселек булмай, иртә эш башлай. Һуғышта башланып китә. Атайыбыҙ үҙенән саҡ ҡына өлкәнерәк ике туған апаһы Рәхимә инәй Аслаева менән 16 йәшлек үҫмерҙәр яҙ, ҡар иреп ятҡанда, атҡа сана егеп Сара станцияһына сәсергә ашлыҡ орлоҡ алып ҡайтырға (ниндәй заманалар булған, көҙөн ашлыҡты Сараға, ә яҙын киреһенсә) барғандарында бер йылға аша боҙ өҫтөнән сығып, кире әйләнеп ҡайтыуҙарына шәре сығып, йылғаны аша сыҡҡанда боҙ уйылып китеп ашлыҡты ҡотҡарам тип боҙло һыуға сумғанын һөйләй торған ине. Бына үҫмер генә балалар илем-халҡым, киләсәгебеҙ тип үҙҙәрендә аямағандар.

17 йәш ярымда, 1943 йылдың февраль айында үҙе теләп һуғышҡа китә. Уң яҡ ҡулы бала сағында йәрәхәтләгәндән һуң зәғиферәк икәнен йәшерә. Алкинола һуғышҡа әҙерлек үтеп Украина фронтына мото-стрелковый полкка эләгә, наводчик була. Тула ҡалаһын, Украинаны, Ҡырым ярымутрауын азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта ла боҙло Сивашты кисеп сыҡҡандары тураһында һөйләй торған ине. Һуғыш тамамланғас, атайыбыҙ Еңеү парадында ҡатнашыусылар рәтенә индерелә. Уларҙың полкы Мәскәү ҡалаһына юл тотҡанда, ике мотоцикл боҙола. Командирҙары “кемдәр ошо мотоциклдарҙы кире частҡа алып барып тапшыра, өйҙәренә ҡайтарабыҙ”, ти. Атайыбыҙ тиҙерәк өйгә ҡайтырмын тип ризалаша. Ҡайтҡанда Сара станцияһына тиклем поезда килә, артабан эре таш-тоҙ тейәгән машинаның кузовына тоҙ өҫтенә ултырып ҡайта. Шофер машинаны ҡыуа, юл насар, яман һикертә, тоҙ менән ҡуша ырғыйым ғына. Түҙмәнем, шоферға “Һуғыштан тере ҡайтып еттем тигәндә үлеп ҡалайыммы”, тип әйткәс кенә, иплерәк алып ҡайтты тип һөйләй торған ине. Өйгә ҡайтҡас ялда итеп тормайынса колхоз эшенә егелә. Һуңыраҡ Силәбе ҡалаһында инженерҙар курсын тамамлап инженер-механик, “доставщик”, үҙәк ремонт-мастерскойының мөдире булып эшләй. Совхозда трактористар әҙерләү курсында ла уҡыта.

Бала сағындағы һәм һуғыштағы боҙло һыуға сумыуҙар үҙенекен иткәндер, атайым эштә ауырып киткеләп өйгә хәлһеҙ булып ҡайтып йығылыр ине. Ул температураһы күтәрелеп китә... саҡ-саҡ тын алып ята… Әҙерәк хәл кереп арыуланһа тағы ла эш тип 5 саҡрым ергә ямғыр, буран, һыуыҡ тимәй йәйәүләп эшкә йөрөй. Беҙҙелә шулай сыҙамлы, ауырлыҡтарға бирешмәй, дөрөҫөрәге һалдат кеүек итеп тәрбиәләй торған ине.

Aтайыбыҙ бик ярҙамсыл кеше булды. 60-сы йылдар, унан һуңда әле, тормоштоң ауыр сағы. Ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары атайыбыҙға, кемдер ярыҡ сәйнүген ҡоршарға, кемдеңдер самауырының йә һемәгенән, йә төбөнән һыу аға, биҙрәһенең ҡылысы төшкән, сәғәте боҙолған, һанһыҙ ауыл мәшәҡәттәре, йүнәттерергә киләләр. Атайыбыҙҙың эштән арып ҡайттым, тамағыма ла ашамағанмын, үҙемдең эш күп, ваҡытымда юҡ тигәнерәк һүҙҙәр менән кире бороп ҡайтарғанын белмәйбеҙ. Ултырып ала ла тотона бар күңелен һалып кеше эшен эшләргә. Әсәйебеҙҙә һис бер ваҡыт ауыҙ асып ҡаршы төшкәне булманы. Ул ихласлап тороп тотонғас ни беҙҙә уға “ярҙам” итешеп ҡушылып китәбеҙ. Бына ошо инде тормош һабағы.

Атайыбыҙ мәрхүм әҙәпле, тәрбиәле, кешелекле-кеселекле булды. Туғандары ғына түгел, дуҫтары һәм таныштары ла бихисап ине. Шуныһы ҡыҙыҡ – улар беҙгә лә, балаларына, атайыбыҙға ҡараған кеүек хөрмәт менән ҡарайҙар ине. Атайыбыҙ бөтәһенә лә аҡыллы кәңәштәре менән дә ярҙам итә ине. Әйтә торған ине “Тел ярҙамынанда ҙур ярҙам юҡ”, тип. Күп кешенән ишеткәнебеҙ булды нисек атайыбыҙҙың тел ярҙамы (кәңәштәре) ярҙам иткәнен. Ул вафат булғас, “Эй… Шәмсутдинович булһа ине ярҙам итешеп ебәрергә”, тип әйткеләй торған инеләр. Сабыр ғына өйрәтә белде. Атайыбыҙ бик ғәҙел кеше булды. Уның менән булған бер мәҙәкте лә яҙып үтәйем. Ул сельсовет депутаты булғас бер инәй таң менән киленен ошаҡларға килә торған ине. Килене лә бер йәш кенә бала булған, иртәнсәк һыйыр һауырға тора алмағандыр күрәһең. Ә мин бала аҡылы менән “килене ҡалай яман кеше икән, атайым шуны барып әрләһә булмаймы икән“, тип уйлайым. Атайым бер ни өндәшмәй тик ултыра, әбей “эсен бушатала“, ҡайтып китә.

50-се йылдар аҙағы… Элек кеше өйҙә әллә ни ҡош-ҡорт тотманы, ашатырға еме лә юҡ ваҡыт. Атай-ағайҙар ауға йөрөйҙәр – өйрәк, ағүнә, һуйыр, ҡуян һ,б. атып алалар. Беҙҙең әле бәләкәй генә сағыбыҙ. Беҙ тағы ла атайға ярҙамға киләбеҙ, беҙһеҙ эш бармай бит. Кем пыж, дробҡа свинец ҡырҡа, кем ҡатырғанан түңәрәктәр киҫә, ә кемдер ике табала дробь тәгәрәтә, гильзе тултырыша. Быйма төпләшергә, мурҙа, септә үрешергә ярҙамлашабыҙ. Шулай итеп бәләкәй генә өйҙөң уртаһында иҙәндә гөж киләбеҙ, әсәй ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй. Бер ҡасанда “Мәшәҡәтләйһегеҙ” тигән һүҙ ишетмәнек. Атайыбыҙ киреһенсә балалар менән сыр-сыу килергә ярата ине. Ҙур өй эшләп сыҡҡас ауылдың бала-сағаһы беҙҙә йыйылыр ине... атайыбыҙ беҙҙең менән һәпәләк, ҡапта-ҡоп тигән уйын һәм шуға оҡшаш бергәләшеп уйнаған уйындарҙы уйнай. Ә китап уҡырға ҡалай яратты, беҙгә лә уҡый. Мин әле лә аптырайым, ул ҡасан ял иткәндер, беҙ йоҡлап китәбеҙ, ул китап уҡый, иртәнсәк иртә менән уянып китһәң ул китап уҡый, эшенә лә һуңламай сығып китә, эшҡә бик яуаплы ҡараны. Газета-журналдарҙы күп яҙҙырҙы. Миңә лә бик күп китаптар бүләккә алып ҡайта ине. Сыңғыҙ Айтматов, Войнич, Лобачевский һ.б. Өйөбеҙҙә лә үҙ библиотекабыҙ булды, ниндәй генә авторҙарҙың китабы булманы. Ә һөйләгән әкиәттәре... “Атайым мәрхүм һанһыҙ күп әкиәттәр белә ине,” тип әйтә ине. Шулай уҡ атайыбыҙ тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл булырға өйрәтте. Миндек әҙерләүгә барыу үҙе бер байрам ине беҙгә. Урманға балта тотоп барғанын иҫләмәйем. “Ошолай итеп аҫҡы ботаҡтарҙы ғына һындырып алығыҙ”, тип өйрәтер ине. Шулай уҡ һыуҙы ла бысратырға ярамағанын төшөндерҙе. Рәхмәт инде.

Бигерәк балалар яратты. “Эштән арып ҡайтып килгәндә балаларымды күрһәм, барса арығандарым бөтә,” ти торған ине. Ул командировкаға китһә, ҡайтырға тейеш көнө беҙ йоҡларға ятмай, ҡыш көнө инде тәҙрәнең боҙон иретеп, тәҙрәгә аҫылынышып алып, тамағыбыҙға ла ашамай, көтә торғайныҡ. Беҙ үҙ ғәиләләребеҙҙе ҡороп өйҙән таралашҡас “Балаларымдан да ҡәҙерле ҡунағым юҡ”, тип ҡабатларға яратты. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең килеүе уның өсөн оло байрам ине… Әммә ләкин беҙгә атайыбыҙҙы түргә ултыртып оҙаҡ һыйларға насип булманы, ни ҡәҙәре йәшәргә тырышһа ла әжәл үҙенекен итте, ҡаты аурып китеп 1998 йыл мәрхүм булып калды. Атайыбыҙ шул тиклем тормошто яратты, барына ҡәнәғәт булып һис бер нигә зарланмай, мал артынан ҡыумай йәшәне. Ул вафат булғас бар донъя туҡтағандай булды. Ишек алдында бушлыҡ. Тере сағында, бигерәктә яҙ көнө атай йортона ҡайтһаң, иҫ китмәле була ине – атай ишектән күренеүе була аттары кешнәп ебәрә, һыйыр-башмаҡтары мөңрәй, һарыҡ-кәзә үҙҙәренсә сәләмләп баҡыра, ҡаҙ ҡаҡылдай, әтәс-тауыҡтар шатлыҡтарынан йырлай, сыйырсыҡ-ҡарлуғастары ла ҡушыла. Уны шулай итеп барыһыла яратты – кешеләрҙә, мәхлүктәрҙә.

Атайыбыҙҙы әсәйемдең туғандары ла бик яҡын күрҙе. Әсәйемдең өлкән ағаһы Миңлеғәле олатайым менән теп теүәл ярты быуат бер туғандай бер-беренә ярҙам итешеп дуҫ йәшәнеләр. Олатайым атайыбыҙҙан 1 йәшҡә оло булһа ла атайыбыҙҙан кәңәш һорарға тартынманы, һоҡланғыс дуҫ мөнәсәбәттә булдылар икәү-ара. Ҡәйнештәре лә, уларҙың балалары һәм башҡа туғандары атайыбыҙҙы ныҡ хөрмәт иттеләр, һаманда һағынып иҫкә алалар. Ғөмүмән кемдәр генә атайыбыҙҙы йылы һүҙҙәр менән иҫкә алмай! Эшендә лә гел алдынғылар сафында булды. “Награда өсөн эшләмәнем”, тип әйтһә лә, уның маҡтау ҡағыҙҙары, медаль, наградалары бихисап. Беҙҙе хәрәмгә йәшәмәгеҙ, үҙ көсөгөҙ менэн маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ тип өйрәтә торған ине.

Ҡайғы-хәсрәттәрҙе лә әҙ татыманы. Ҡустыбыҙ Усман Афғанстанда бытырҙарса һәләк була. Әммә ләкин атайыбыҙ ныҡ булды, ҡайғыһын һылтау итеп кешелектән сығып йөрөмәне. Әсәйебеҙ менән теп теүәл 50 йыл бергә ғүмер иттеләр. Аҡыллы, сабыр холоҡло булдылар икеһелә. Бер ваҡытта ла өйҙә тауыш сыҡҡаны булманы. Командировкаға йыш йөрөгәс бар нәмәне үҙе һатып алып ҡайта. Әсәйебеҙҙән ауыр эш эшләттермәне. Ысын мосолман ире ине.

Бер улы, 4 ҡыҙы, килен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәре, булә-бүләсәләре исеменән ҡыҙы Иҙрисова Зөлфирә, Сибай ҡалаһы.