Яуымбай ауылы ер-һыуы тарихы мәғлүмәттәре
Яуымбай ауылы ер-һыуы тарихы мәғлүмәттәре
үҙгәртергәБөрйән районының Яуымбай ауылында хоҙай үҙе ҡыҙығыр ерҙәр күп. Мин ауылымдың ер-һыу тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһынып тотондом. Күп кенә мәғлүмәтте ауылыбыҙ яҙмышына битараф булмаған уҡытыусыбыҙ Фаяз Бирғәле улы Ғиҙәтуллин авторлығындағы "Яуымбайҙың хәтер китабы. Бөрйән районы Яуымбай ауылы тарихы һәм ер-һыу атамаларының килеп сығышы" исемле китабы менән танышып, ауыл ер-һыуы тарихын өйрәнә башланым һәм, шул урындарҙы барып күреп, ер-һыуыбыҙ исемдәрен , тарихи урындарҙы иҫемдә ҡалдырып, был эшкә ҡыҙыҡһыныуым артҡандан арта бара.Атайым менән әсәйемдең, уҡытыусымдың йоғонтоһо ла был ҡыҙыҡһыныуымды арттыра ғына.
Ишемғол үҙәге
үҙгәртергәҠара тәкә яланынан Ҡайнөй йылғаһына төшкән тәрән үҙәкте Ишемғол үҙәге , тип әйтәләр.Был үҙәктә Ишемғол исемле ҡарттың сабынлығы булған. Үҙәктең Ҡайнөй йылғаһына тоташҡан ерендә ҙур ғына ҡая бар. Ул ҡаяны Өкө ҡаяһы , тиҙәр. Борон-борондан бында өкөләр оя ҡорған. Шуға ярашлы исемен дә тапҡандар. Был урын Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.Һомай (Һаҡалтай ябалаҡ) — бик һирәк осраған өкө, ошонда төйәк итә.
Ҡоҙаш тауы һәм йылғаһы
үҙгәртергәБыл тау ауылдан төньяҡ-көнсығышта ике саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Элек был ерҙә Ҡоҙаш исемле кеше туй (туғанлашыу йолаһы) үткәргән була. Бәлиғ булған балаларҙы өйләндереү элек-электән сауаплы, изге эш һаналған. Шуға ла уларҙы башлы-күҙле итеү бурысын һәр ата-әсә лайыҡлы итеп, урын еренә еткереп үтәп ҡуйған. Бынан тыш, ике яҡтың да ата-әсәйҙәре үҙ-ара килешеп, ҡунаҡ саҡырып, мәжлес ҡороп, туй үткәреү йолаһын һәр саҡ атҡарып килгән. Туй йолаһы буйынса төрлө уйындар үткәргәндәр, һыйлап, уйнап-көлөп, күңел асҡандар.
Ҡоҙаш тауы һәм йылғаһы бигерәк матур ерҙә урынлашҡан. Шуға ла был ерҙә Ҡоҙаш табын әҙерләп, үҙенең ҡоҙа-ҡоҙағыйын һыйлаған. Шуға ла был ерҙе Ҡоҙаш (ҡоҙа ашы) тип йөрөтәләр. Ҡоҙаш тауы эргәһенән аҡҡан йылға Ҡоҙаш исемен алған. Ҡоҙаш йылғаһы аръяҡтан ағып килеп, Ҡайнөй йылғаһына ҡоя.
Был Ҡоҙаштың бер туған Ҡолош исемле булған. Ул Арҡа тауы яғынан менгән үҙәктә ерләнгән, тиҙәр. Ҡолош үҙәге шунан ҡалған.
Ҡасҡындар үҙәге
үҙгәртергәҠоҙаш тауының бер үҙәге ошолай атала. Элек, 1930 йылдарҙа, "халыҡ дошманы", тип эҙәрлекләүҙәр башланғас, ауылдан ошо үҙәк буйында йәшеренеп, ҡасып йәшәүсе кешеләр булған. Был ер Ҡасҡындар үҙәге тип ошо ваҡиғаларҙан һуң атала башлаған.
Әбдерәш яланы
үҙгәртергә1918 йылдың йәйендә Блюхер рейды мәлендә Каширинсылар отряды , ҡыҙыл сепрәктәр тағып, Мәһәҙейҙең Саптарат йәйләүенә килеп сығалар. Маликов Суфыян ҡарттың өйөр айғырын егеп, арбаһына затлы кәрәк-ярағын тейәп, ауыл яғына юл тоталар. Күп тә үтмәй, улар киткән яҡтан ҡара төтөн күтәрелә. Ауыл яна. Ауылға килеп сыҡҡан юламан: "Һеҙҙекеләр Саптараттың был яғында, таланып, аптырашта ултыралар",-тигән. Унда ла аптыраш, бында ла аптыраш. Шунан һуң был яланды Аптыраш яланы, тип йөрөтә башлағандар. Ҡалын һуҙынҡылар нәҙеккә әйләнеп, Әптерәш булып киткән. Хәҙер ялан Әптерәш яланы тип атала.
Ҡылмый төртөндөһө
үҙгәртергәАуылдан көнсығышта дүрт саҡрым алыҫлыҡтағы ер Ҡылмый төртөндөһө тип атала. Был ерҙә Ҡарасурин Ғылмитдин исемле кеше ер һөргән һәм ҡул менән иген сәскән. Шул мәлдән алып был урын Ҡылмый төртөндөһө булып ҡала.
Уя буйы (Уя әбей)
үҙгәртергәЙәмилә исемле апай һауынсы булып Яуымбай ауылына эшкә килә. Уға колхоз Уя буйына өй һалып бирә. Өй һалынғас, үҙенең әсәһе Шәмсениса инәйҙе бергә йәшәргә, тип күсереп алып килә.Аҙаҡтан Йәмилә апай ҡырға кейәүгә сығып китә. Ә Шәмсениса инәй бында йәшәп ҡала. Шәмсениса инәйҙе бөтәһе лә, ниңәлер, Уя эбей тип йөрөтәләр. Бәлки, ул Уя буйында йәшәгәнгә шулай тигәндәрҙер. Бәлки, уның исемен әйтеүе ауыр ҙа булғандыр. Бөгөнгө көндә лә был ер Уя буйы тип атап йөрөтөлә.
Әҙерләне: Хәйбуллина Яҙгөл Исрафил ҡыҙы, Бөрйән районының Яуымбай мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы, Яуымбай мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы.
Яуымбайым – ер-һыуым – үткәнем, бөгөнгөм һәм килер көнөм!
үҙгәртергәМинең тыуып-үҫкән ауылым – Яуымбай. Ауылымдың һәм уның ер-һыу атамалары тарихын бала саҡтан өйрәнеүгә әсәйем Эльмира Йәҙгәр ҡыҙы булышлыҡ итте. Һәр саҡ урманға еләк , бәшмәк йыйырға барған саҡта, һәр ерлек тураһында әсәйем ҡыҙыҡлы итеп уларҙың тарихын һөйләй-һөйләй йөрөүе күңелемдә ауылым ер-һыуы тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятты. Әсәйемә Зәйтүнә өләсәйем менән Ишбулды олатайым мәрхүмдәр һөйләп ҡалдырған. Мин ауылымды ныҡ яратам. Ауылым тураһында күберәк белгем, өйрәнгем, яңынан-яңы серҙәренә төшөнгөм килә минең.
Тарих һаҡлай Яуымбай ауылы
үҙгәртергәЯуымбай ауылының икесе исемдәре лә булған: Абласкин, Иҫке Ыҙма, Ҡайнөй, Яуымбай. Был һаналып үтелгән исемдәрҙең һәр береһендә – ауыл тарихы.
Ауылға 1775 – 1780 йылдарҙа нигеҙ һалына, тип фаразлана. 1840 йылда, ауылдар барлыҡҡа килә бвашлағас, Яуымбай исеме ҡушыла. Уға тиклем дә ата-олатайҙарыбыҙ ошо ерҙә йәшәгәнлеге билдәле. Яуымбай ауылында әлеге ваҡытта 160 хужалыҡ, 183 йорт, 670 кеше йәшәй, тип иҫәпләнә. Яуымбай атамаһы ике ҡатынлы 1779 йылғы Яуымбай Ҡошйетәров исеме менән бәйле.
Яуымбай ҡарт бик бай кеше булған. Өйөр-өйөр йылҡыларын ул яланға йыйып, иҫәпләмәһә, осона сыға алмаған. Ялан тулһа, мал теүәл, ә тулмаһа- малына бер-бер хәл булған була. Ҡыш көнө улар тибендә йөрөгән.Яҙ еткәс, Яуымбай ҡарт Үҙән буйҙарында йәйләүгә күсенгән.. Үҙе һәр саҡ алдан барыр булған. Ә көтөүе артынан эйәргән. Атһөйәр ҡарт ауылдан өс саҡрым алыҫлашыуға , көтөүҙең артҡы осо саҡ ауылдан сыҡҡан.
Оҫта ҡурайсы, йыраусы Яуымбай ҡартты бөтәһе лә ихтирам иткән. Яуымбай ҡарт уйнаған көйҙәр ауылда быуындан-быуынға күсә килгән.
Аҡ ҡотоҡ
үҙгәртергәЯуымбай ауылында бик матур һәм мөғжизәле урындар бихисап.
Ауылдың һырт яғында аҡ ҡотоҡ бар. Уның һыуы таҙа, йомшаҡ булғанлыҡтан, Аҡ ҡотоҡ исемен алған ул. Кер йыуырға был һыу бик уңай булған.
Ишбулды ҡотоғо
үҙгәртергәИшбулды ҡотоғо Ҡайнөй йылғаһы буйында урынлашҡан. Ул ҡотоҡто минең олатайым Назаров Ишбулды Хәйбулла улы ҡаҙған.Элек олатай-өләсәйемдәр шул ҡотоҡтан биҙрәләр менән көйәнтәләп һыу ташығандар. Әле лә унан беҙ һыу алабыҙ. Һыуы әле лә бик таҙа. Ул – шифалы һыу.
Көнтеймәҫ тауы
үҙгәртергәЯуымбайҙан Байназарға китеп барғандағы, юлдың һул яғындағы тау Көнтеймәҫ, тип атала. Был тауға ҡояш нурҙары төшмәгән өсөн үрҙәге исем менән йөрөтөлә. Ҡыш көнө бында бөтөнлә ҡояш төшмәй. Ә йәйгелек ҡай саҡта тау өҫтөнә нур төшә.
Көнтеймәҫ тауындағы ағастар шаулаһа, көн аяҙ була, тип тә әйткән был тау хаҡында оло кешеләр. Ҡараҡайын йәки “Ҡараҡайын мороно” Аждаһасыҡҡанды үткәс , Ҡырынтарбаҡтың үҙәгенә төшөп етеп барғанда, юл эргәһендә элек ҡара ҡайын үҫеп ултырған.Ҡайындың олоно ҡап-ҡара төҫтә, ә япраҡтары йәшел төҫтә булған. Шул ҡайын ағасы үҫеп ултырған ерҙе “Ҡараҡайын мороно” тип атап йөрөтәләр.
Бабай үлеге
үҙгәртергәЯуымбай - Байназар юлында Тарбаҡ тауында , юлдың һул яҡ яғындағы Ҡарасура исемле олатай ерләнгән ҡәберлекте әйтәләр. Ул 1736 -1817 йылдарҙа йәшәгән. 81 йәшендә донъя ҡуя. Уның атаһы Сурағол була. Элек – электән ауылдарҙа мәсеттәр булған, аҙан тауышы яңғырап торған.
Ҡарасура олатай ошондай васыят әйтеп ҡалдырған: “Мин үлеп китһәм, Яуымбай менән Байназар ауылдары араһына (уртаһына) ерләрһегеҙ. Ике ауылдың да аҙан тауышын ишетеп ятырмын, ике ҡатынымды ла икеһен ике яғыма ерләгеҙ”.
Олатайҙың васыятын боҙмай, уның васыятын үтәп, уны әйткән еренә ерләйҙәр. Әле ҡәберлек бар. Эргәһендә ҡарағай ағастары үҫеп ултыра. Ә ҡәбере тимер рәшәткә менән кәртәләнеп ҡуйылған. Туғандары уның ҡәберен тәрбиәләп тота.
Дүртсүмәле тауы
үҙгәртергәЯуымбай ауылынан мәһәҙейгә барған саҡта, тәүге күренеп торған тау Дүртсүмәле , тип атала. Элегерәк унда дүрт юл дүрт боролош менән булған. Шул дүрт урындан тауҙың мороно сығып торған.
Хисмәт сабыны
үҙгәртергәЯуымбайҙан оло юл буйлап, Мәһәҙей яғына барғанда ,Дүртсүмәле тауына күтәрелгәс, Хисмәт сабыны, тигән ялансыҡ бар. Элек шул урында Хисмәт тигән кеше бесән сапҡан.Шуға бәйле был урын Хисмәт сабыны исемен ала.
Дегәнәк күпере, тауы, шишмәһе һәм яланы
үҙгәртергәТашөй яғына китеп барғанда иҫке юлдан Тамарҙыҡҡа күтәрелеп барғанда , йылға аша сыҡҡан мәлдә элекке күпер булған урынды күрергә була. Хәҙер инде ул күпер юҡ. Был ерҙең тауында ла , яланында ла дегәнәк шул тиклем дә күп итеп үҫә. Шунлыҡтан ул Дегәнәк күпере, яланы, тауы, шишмә аҡҡан ерҙе лә Дегәнәк шишмәһе, ти ҙә ҡуялар.
Айбикә тауы, яланы, үҙәге, шишмәһе
үҙгәртергәБер ғаилә сабынлығында бесән эшләп йөрөгән ваҡытта, ҡатын ауырып китеп, уның ҡыҙ балаһы тыуған. Тулы ай булғанлыҡтан, уға Айбикә , тип исем ҡушҡандар.Шунан халыҡ был ҡыҙ донъяға килгән урындарҙы Айбикә тауы, яланы, үҙәге, шишмәһе , тип атап йөрөтә башлаған.
Майғойған
үҙгәртергәОло юлдан Байназар ауылы яғына барғанда Тумарҙыҡ яланын үткәс, һулаҡайҙағы ялан “Майғойған” тип атала. Һул Тумарҙыҡ яланы менән Майғойған яланы араһында бәләкәй генә соҡор бар.Соҡорҙоң эсе бик һалҡын булған.Эҫе йәй көндәрендә эшселәр һәм бесәнселәр үҙҙәре менән алып килгән һөттәрен,майҙарын әсемәһен тип,шунда ултыртҡандар.Ошо “Май ҡуйған” тигән һүҙҙән, “Майғойған “тигән исем барлыҡҡа килгән.
Тағы бер фараз бар:Элек бында бер әбей май килтереп йәшереп ҡуйып йөрөгән.Кемдән һәм ни өсөн йәшергәне билдәһеҙ.Шулай ҙа атамаһы халыҡ араһында таралып киткән.
Сусаҡтау
үҙгәртергәОлотау янында, суҡайып, Сусаҡтау тауы урынлашҡан. Уның үҙәге Сусаҡ исеме менән йөрөтөлә. Суҡайып торғанға Сусаҡтау ана шулай аталған.
Ташморон ҡаяһы
үҙгәртергәОло юл буйлап, Мәһәҙей яғына барғанда, һулаҡай яҡтағы Санатөшкән яғындағы ҡая Ташморон тип атала.Олоғор тигән тауының ошо ере таш менән ҡапланған. Унда ағас үҫмәй.
Олоғор тауы
үҙгәртергәАуылдың төньяғындағы иң бейек тауы Олоғор тип атап йөрөтөлә. Элек уны Олоҡыр, тип тә әйткәндәр. Хәҙер Олоғорға әйләнгән.
Санатөшкән үҙәге
үҙгәртергәСанатөшкән үҙәге Олоғор тауында урынлашҡан.Олоғор тауы яғынан бесәнлеккә йөрөгәндәр. Әлбиттә, Ҡаршытауға менеп, кире төшөүе бик хәлде алған. Бер мәл берәү ҡышҡылыҡ сана менән үҙәктән шыуып төшкән. Сана төшкән юдында ҡарҙа ярылып ятып ҡала. Шунан алып, был үҙәк Санатөшкән үҙәге булып ҡалған да инде.
Төлкөғасҡан үҙәге
үҙгәртергәҠартөй урамы яғына гелдә лә бер төлкө төшөп, ҡош-ҡортто урлап ҡаса. Бер көндө һунарсы шул төлкөнө тотоп алырға теләй.Ваҡыты еткәс, һунарсы уны аулап алырға, тип, шул урынға килә. Төлкөнө баҫтырып һунарсы уны тота алмай. Үҙәк буйлап хәйләкәр төлкө һунарсынан ҡасып ҡотола. Шул мәлдән алып был үҙәкте Төлкөғасҡан үҙәге, тип атап йөрөтәләр.
Суҡтал
үҙгәртергәБорон йылға буйындағы яланда суғым ғына тал ағастары үҫеп ултырған. Был яланды шуға күрә Суҡтал, тип йөрөтә башлайҙар. Аҙағыраҡ уның йылғаһын да, тауын да Суҡтал исеме менән йөрөтәләр. Йылғаның һыуы бик тәмле булған. Яры буйында бик суғым, тәмле муйыл ағастарыҫеп ултырған.
Сәтрәй яланы
үҙгәртергәБыл ялан элек бәләкәс киҫәктәргә бүленгән була. Сәтрәй эргәһендә йылға ла бар.Ул йылға сылтыр-сылтыр тауыш сығарып аҡҡан.
Үтә тишек ҡаяһы
үҙгәртергәҮтә тишек ҡаяһы Оҙонуй яланының һулаҡай яҡ осондағы Бешәке йылғаһына төшкән ерҙә урынлашҡан. Ул ҡая – тау тишеге. Был ерҙә эзбизташ күп булған. Ямғыр мәлендә һыу шул эзбизташты йыуып, ебеткән. Тауҙағы эзбизташ йыуыла-йыуыла килеп, унан тишек барлыҡҡа килгән. Шунан һуң был ҡаяны Үтәтишек ҡаяһы тип йөрөтә башлайҙар.
Ҡаратәкә яланы
үҙгәртергә“Ҡаратәкә” яланы тип ауылдан көнбайышта, алыҫ түгел бер яланға әйтәләр. Борон бер бай кеше был яланда бесән сабып эшләгән була. Яңғыҙына бесән сабып эшләүе бик ауырға тура килә уға. Шуға күрә кешеләр яллап бесән саптырған һәм бесәнселәрҙе ашатыр өсөн үҙенең ҡара тәкәһен салған. Ошо ваҡиғанан һуң был ялан “Ҡаратәкә” исемен йөрөтә.
Икенсе фараз: Бер кеше үҙенең һаулығы өсөн ҡорбан ашатырға тип,был урында ҡара тәкәһен салған. Үҙенең туғандарын,ярлылырҙы ошо яланға ҡорбан ашына саҡырған, табын урыны ”Ҡаратәкә” тип атала башлаған.
Әсеү тауы, яланы, йылғаһы
үҙгәртергәМәһәҙей яғына китеп барғанда Әсеү тауы күренә. Уның янындағы ялан да, йылға ла шул исем менән йөрөтөлә. Тауҙың ҡайһы бер таштары әсе, тәмле. Элек кешеләргә әсеүташ бик файҙалы булған. Әле лә был таштың файҙаһы бик ҙур, шифалы.
Ҡаҙғаньяр
үҙгәртергәЭлек кешеләр Әсеүйорт яланына йәйләүгә йөрөгәндәр. Яланға барған юл бик насар була. Кешеләр арба менән йөрөр булғандар. Был юлда арбалары онталып, әйберҙәре төшөп ҡалыр булған. Бер мәл кешеләр ярҙы соҡоп, юлды яҡшылап эшләп алғандар. Шунан һуң, был ер Ҡаҙғаньяр тип йөрөтөлә башлаған.
Һыусумған йылғаһы
үҙгәртергәСәтрәй яланы ситенән Һыусумған йылғаһы аға. Башы Оҙонғоштан башлана. Һәм Сәтрәй яланына ҡарай ағып, ер аҫтына сума.
Турат соҡоро
үҙгәртергәТашөй мәмерйәһе яланында соҡор эсендә бәләкәй батҡаҡлы күл булған. Шул күлдә бер кешенең туры аты батып үлгән. Күлдең һыуы кибеүгә дусар була. Был ер Турат соҡоро исеме менән ҡалған.
Ҡара тәкә үҙәге
үҙгәртергәТашөй мәмерйәһе янында берәүҙең ҡара тәкәһе аҙаша. Уны тере килеш шул үҙәктән ҡыш табып ала.
Мәһәҙей әсеүе
үҙгәртергәМәһәҙей әсеүе Мәһәҙей яғында урынлашҡан. Был ерҙәге тупраҡ менән таштан әсе тәм сыға.
Саптарат яланы
үҙгәртергәЭлек был яланда йыйындар, ат ярыштары, һабантуйҙар үкәрелгән. Ат ярыштарында күбеһенсә саптар аттар еңгән. Шуның өсөн Саптарат яланы,тип йөрөтә башлайҙар.
Балайылға
үҙгәртергәБашартты аша төшкәс, Балайылға яланы урынлашҡан. Һул яҡта Балайылға йылғаһы ағып ята. Йылға бик тә бәләкәй булғанға Балайылға тигәндәр.
Ленинград
үҙгәртергәЯуымбай ауылының Ҡыпсаҡ яғына китеп барған юлдағы бер урамы Ленинград исеме менән йөрөтөлә. Элек хәҙерге Ленинград ялан булған. Ә исеме Ялан осо, тип аталған булған. Был яланда мал да көткәндәр, үлән дә сәскәндәр. Ауылда өй һалыу өсөн урындар ҡалмай башлағас, ошо яланды өй һалыу өсөн биргәндәр. Йәштәр өй һалып, гөрләтеп йәшәй башлайҙар. Йәштәр урамы исемен алған урамды күпселек кешеләр Ленинград урамы тиҙәр, Йәш сағында бер апай Өфөлә эшләп йөрөгәндән һуң, Ленинград ҡалаһына барып та эшләй. Ауылға бер ҡайтҡанында, Уфа не город, үәт Ленинград, исмаһам, город, тиеп һала. Мәрәкәсел халыҡ быны эләктереп ала ла , шул һүҙҙәрҙе әйткеләп йөрөй башлайҙар. Ниһайәт, теге апай ҡайтып ауылға, кейәүгә сығып, ошо яланға өй һалып, йәшәй башлаған. Шунан халыҡ Ленинград урамы , тип атаған да ҡуйған.
Бурташ
үҙгәртергәБурташ ауылдан дүрт саҡрым алыҫта урынлашҡан. Унда Бурташ тауы, яланы, йылғаһы бар. Бында аҡбур ташы күп. Аҡбурҙы тағы “бурташ” ,тип тә әйтәләр. Ул таш аҡ төҫтә һәм ҡояшҡа ялтырай ҙа.
Уртағыр
үҙгәртергәУртағыр Яуымбай ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул ике тау уртаһында ята. Ул яланда Уртағыр йылғаһы һә Уртағыр тауы бар.
Немец тауы
үҙгәртергәБыл тау ауылдың һырт яғында урынлашҡан. Немец тауында Граждандар һуғышы осорондағы окоптар ҡалған. Элегерәк бәләкәй малайҙар шунда атыш уйнар булғандар. Берәүҙәре немец булып, ә икенселәре беҙҙекеләр булып уйнаған.
Вертолет яланы
үҙгәртергәВертолет яланы немец тауы түбәһендә урынлашҡан. Ул яланда геологтар вертолет менән ер тикшереп йөрөгәндәр. Вертолет йыш төшөп йөрөгәнлектән, был яланды вертолет яланы , тип атап йөрөтә башлағандар.
Сыңғырауыҡ соҡоро, урманы
үҙгәртергәБилән тигән яландың уң яғындағы урманда киңлеге ун биш метр самаһындағы бер соҡор бар. Ул соҡорға таш ташлаһаң, аҫҡа сыңғырабыраҡ оҙаҡ төшөп китә. Шуға Сыңғырауыҡ соҡоро, тип атағандар. Был соҡор урынлашҡан урман Сыңғырауыҡ урманы, тип йөрөтөлә.
Тарбаҡ яланы
үҙгәртергәАуылдан Байназар яғына китеп барғанда, юлдың уң яғындағы яланды Тарбаҡ яланы, тип йөрөтәләр. Унан ауыл тирәһендәге бөтә тауҙар ҙа ап-асыҡ күренә. Сабынлыҡтарҙың тармаҡланып, ботаҡлы ағасҡа оҡшап торғаны өсөн Тарбаҡ яланы , тип әйткәндәр.
Аралғыр тауы һәм йылғаһы
үҙгәртергәАралғыр тауы Олоғор һәм Шәрифә тауҙарының араһында урын алған.Уны ике яҡлап та тауҙар уратҡас, Аралғыр, тип исемләгәндәр. Был тау эргәһенән аҡҡан йылғаның исеме лә Аралғыр йылғаһы, тип әйтелгән.
Аҡйылға
үҙгәртергәАҡбейек тауының артында Аҡйылға йылғаһы аға. Уның һыуы бик таҙа һәм шифалы ла.
Ҡарайғыр
үҙгәртергәЯуымбай ауылынан ике саҡрым алыҫлыҡтағы ялан, тау, йылға Ҡарайғыр тигән исем менән йөрөтөлә. Элек унда ат өйөрҙәре йөрөгән. Бер өйөрҙә Ҡара айғыр исемле ат та булған.
Бүреләр бында бик күп була. Бүреләрҙең ҡолондарҙы нисек булһа ла алып ҡасҡылары килгән. Ләкин Ҡара айғыр үҙенең өйөрөн ныҡ һаҡлай. Өйөрөнән бер бөртөк тә ат юҡғалыуға дусар булмаған. Шул тиклем ныҡ һаҡлаған ул. Уның иҫтәлегенә шул ерҙе Ҡарайғыр яланы, Ҡарайғыр йылғаһы, тип атағандар. Ҡарайғырҙа бик оҙаҡ йылдар дауамында колхоз һабантуйҙары үткәрелгән.
Әрҙәнә үре
үҙгәртергәҠыпсаҡ ауылы яғына китеп барғанда, үргә менгән тәүге тау Әрҙәнә үре, тип атап йөрөтөлә. Был тауҙа элек, ҡайын ағасын ҡырҡып, утын әҙерләр булғандар. Ҡайындың туҙын һыҙырып, дегет ҡайнатҡандар. Ә утынды ҡышҡылыҡҡа әрҙәнә – әрҙәнә итеп өйгәндәр. Шуға күрә, был ергә Әрҙәнә үре исеме бирелгән дә инде. Әҙерләне: Хәйбуллина Элина Айҙар ҡыҙы, Бөрйән районының Яуымбай мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Етәксеһе: Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы, Яуымбай мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы
“Урал батыр ере” асыҡ Интернет конкурсына
үҙгәртергәЯуымбай ауылы ер-һыу атамалары. Яуымбай ауылы тарихы
Яуымбай ауылы төрлө йылдарҙа төрлөсә атап йөрөтөлгән: Абласкин, Иҫке Ыҙма, Ҡайнөй, Яуымбай. Был һаналып утелгән исемдәрҙең һәр береһе тәрән мәғәнәгә эйә. Был исемдәрҙә ауылдың тарихы сағыла. Был атамаларҙың тарихына күҙ һалайыҡ. Ауылға 1775 – 1780 йылдарҙа нигеҙ һалына, тип фаразлана. 1840 йылда, ауылдар барлыҡҡа килә бвашлағас, Яуымбай исеме ҡушыла. Уға тиклемдә ата-олатайҙарыбыҙ ошо ерҙә йәшәгәнлеге билдәле. Яуымбай ауылында әлеге ваҡытта 160 хужалыҡ, 183 йорт, 670 кеше йәшәй, тип иҫәпләнә. Яуымбай атамаһы Яуымбай Ҡошйетәров исеме менән бәйле.Ул 1779 йылда тыуған. Уның ике ҡатыны булған. Яуымбай ҡарт бик бай булған. Өйөр-өйөр йылҡыларын ул яланға йыйып, иҫәпләр булған. Ялан тулһа, мал теүәл, ә тулмаһа- малына бер-бер хәл булған була. Ҡыш көнө улар тибендә йөрөгән.Яҙ еткәс, Яуымбай ҡарт йәйләргә- Үҙән буйҙарына киткән. Үҙе һәр саҡ алдан барыр булған. Ә көтөүе артынан эйәргән. Атһөйәр ҡарт ауылдан өс саҡрым алыҫлашыуға , көтөүҙең артҡы осо саҡ ауылдан сыҡҡан. Яуымбай ҡартты бөтәһе лә ихтирам иткән. Ул оҫта ҡурайсы, йырсы булған. Яуымбай ҡарт уйнаған көйҙәр ауылда быуындан-быуынға тапшырыла килгән.
Шәрифә тауы
үҙгәртергәТәүге варианты буйынса, ауылда элек бик матур Шәрифә исемле ҡыҙ йәшәгән.Уның яратып йөрөгән егете булған. Уны ата- әсәһе көсләп үҙе яратмаған кешегә кейәүгә бирер булғас, өйөнән ҡасып китә. Тауҙа йәшенеп йәшәй. Шунан бирле был тау ҡыҙҙың исемен йөрөтә башлаған.
Икенсе варианты буйынса, элек ауылда Шәрифә исемле ҡатын йәшәгән. Төндә уны ендәр осороп алып китә. Ләкин уның балаһы бар икәнлеген белгәс, уны кире осороп бер тауға ташлап китәләр. Ауыл халҡы ҡатындың юғалғанын белгәс, эҙләргә сығалар. Оҙаҡ эҙләй торғас ошо тауҙа табалар. Шунан бирле тау Шәрифә исемен йөрөтә. Шәрифә тауы ауылдың үр яғында урынлашҡан. Был тауға ҡарап, һоҡланмаған кеше юҡ. Бөтәһе лә был тауҙы белә. Һауа торошона бәйле фараздар тыуҙырған был урындар иҫ киткес матур ҙа, мөғжизәле лә. Оло быуын кешеләре һөйләүе буйынса, Шәрифә тауы шаулаһа, көн боҙола: йәй көндәре Шәрифә тауы шаулап торһа, көн боҙола, ҡышын ажғыр буран сыға.
Ҡыҙылташ тауы
үҙгәртергәҠыҙылташ тауы ауылдың төньяҡ - көнсығышында урынлашҡан. Ул - Аҡбейектән ҡала килә, иң ҙур тауҙарҙың береһе.Элек, 1917-1919 йылдарҙа, аҡтар һәм ҡыҙылдар һуғышҡан ваҡыттарҙа булған был хәл: граждандар һуғышы осоронда, ҡыҙылдар яғынан бер яралы кеше ҡасып, аҡтарҙан йәшеренеп, бер тауға барып ята. Ул төнөн ауылға килә лә, ашарына алып, кире шул тауға бара. Әммә аҡтар уның ауылға килгеләп йөрөгәнәен һиҙеп ҡалып, тоталар. Уны ошо тауҙа аталар. Яраһынан аҡҡан ҡан ташҡа һеңә, һәм ул ҡыҙыл төҫкә инә. Шунан бирле был тауҙы Ҡыҙылташ тип йөрөтәләр. Икенсе версияһы буйынса, шул осорҙа ҡыҙылдарҙың ҡулында аҡтарҙың ике һалдаты торған. Бер мәл аҡтар ҡыҙылдарҙан ҡасҡан.Аҙаҡ уларҙы ҡыҙылдар күреп ҡалғандар һәм баҫтыра башлағандар. Аҡтар был мәлдә был тауҙа бер таш артында йәшеренеп тәмәке тартып ятҡандар. Был ике һалдатты табып атып ебәргәндәр. Шул ташҡа ҡып- ҡыҙыл булып уларҙың ҡандары аҡҡан. Аҙаҡ был тауҙы Ҡыҙылташ тип йөрөтә башлағандар.
Олотау
үҙгәртергәБөрйән районының Яуымбай ауылы эргәһендәге тауҙарҙың иң оҙоно - Оло тау. Яуымбайҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан ҙур, матур, мәғрур тау. Тау артына инеп, ҡояш юғалып байый. Уның башынан бөтә ауыл ус төбөндәгеләй генә күренеп тора. Уның бер бүлкәтен Сусаҡтау тип йөрөтәләр. Үҙәктәре : Сусаҡ үҙәге, Саталы үҙәк, Шәшкеғасҡан үҙәге, Ҡарағаслы үҙәк. ( Информация Яуымбай мәктәбенең юғары категориялы география, биология һәм йәмғиәт белеме фәндәре уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы Фаяз Бирғәле улы Ғизәтуллиндың "Яуымбайҙың хәтер китабы. Бөрйән районы Яуымбай ауылы тарихы һәм ер-һыу атамаларының килеп сығышы" исемле китабы мәғлүмәттәренә таянып бирелде).
Аждаһа сыҡҡан
үҙгәртергәАуылдан ике саҡрым тирәһе алыҫлыҡта , оло юлдың Уң яғындағы Тумарҙыҡ яланында “Аждаһа сыҡҡан” тигән урын бар. Борон был урында ҡуйы, бейек талдар уратып алған бәләкәй генә күл булған.Бер көн шул күл өҫтөндә, көслө ел сығып, ҡойон өйөрөлә башлаған. Ҡап-ҡара төҫтәге ҡойон бейеккә күтәрелә. Ауыл халҡы, ҡойондо куреп, күлдән аждаһа сыҡҡан, ә был уның ҡойроғо тип уйлағандар.
Шул көндән башлап, был урынды Аждаһа сыҡҡан, тип йөрөтә башлайҙар. Һаҙлыҡ бөгөнгәсә һаҡланмаған. Иген сәсеү өсөн яланды ҙурайтҡас, күл кибә. Ә күл урыны соҡор булып, әле лә беленеп ята.
Өкө ҡаяһы
үҙгәртергәБорон бер өкө таш-ҡая араһында йәшәгән, ти. Ул таш-ҡая араһынан төрлө ҡорттарҙы ашар булған. Бер ваҡыт һунарсы һунарға сыҡҡан. Ул, оҙаҡ ҡына йөрөй торғас, бер мышы атып алған һәм ҡайтыр юлға сыҡҡан. Тағы берәй нәмә осрамаҫмы тип килә торғас, өкөгә тап була. Өкө таш- ҡая араһына инеп китә. Ҡарт был хәлде ауылдаштарына һөйләп бирә. Ауыл кешеләре был урынды Өкө ҡаяһы тип йөрөтә башлайҙар. Ҡыҙылташ тауының ауылдан күренгән яғында Өкө ҡаяһы , тип аталған тау (ҡая) бар. Элек был ҡаяла өкөләр һәм бөркөттәр бик күпләп оялаған.Был ҡоштар ауылға килеп, ҡош-ҡортҡа тейә башлағас, һунарсылар уларҙы атҡандар. Өкөләр төйәге булғанлыҡтан, ул тау-ҡаяны Өкө ҡаяһы , тип атай башлайҙар.
Ҡайнөй йылғаһы
үҙгәртергәБыл йылға ауылдың уртаһынан ағып үтә. Яуымбай ҡарт үҙенә өй һалырға булған. Өй нигеҙен ҡайындан башлаған. Нигеҙ урынын ҡаҙа башлағас, был урындан урғылып һыу сыға башлаған. Һәм үҙенә юл алып, йылға булып ағып киткән. Яуымбай ҡарт тап был һыу урғылған ергә өйөн һалмай, арыраҡ нигеҙ ҡороп ултыра. Ә йылға Ҡайнөй тип атала башлаған.
Бәҙек күпере
үҙгәртергәЭлек Яуымбай ауылында Бәҙрикамал исемле әбей йәшәгән. Ул бик сос, тырыш һәм көслө әбей булған.Ул мәлдәрҙә яуымбайҙар Башарт, Балайылға йәйләүҙәрендә йәйләгәндәр.Йәйләүгә барған мәлдә бер ерҙә йылға аша сығырға тура килгән. Юлаусылар ошо йылға аша йәйәүләп, йә ат менән бик ыҙа сигеп үтеп йөрөр булғандар. Ләкин бер кем дә күпер төҙөргә уйламаған. Бәҙрикамал , ир-егеттәргә үс итеп, күпер һалған. Яуымбайҙар күпер һалыусының исемен ҡушаматҡа әйләндереп, Бәҙек күпере , тип йөрөтә башлағандар.
Осло ҡая (Пистолет ҡаяһы)
үҙгәртергәСусаҡ үҙәгенең уң яғындағы ослайып сығып торған ҡаяны Ослоҡая йәки Пистолет ҡаяһы тип атап йөрөтәләр.Был ҡая тауҙан ослайып сығып, пистолетҡа оҡшап торған өсөн ошо исемде алған.Асфальт юл һалынған мәлдә ҡаяның осо емерелеүгә дусар була, ә атамаһы ҡалған.
Һыусумған башы, тауы, үҙәге һәм йылғаһы
үҙгәртергәАуылдан төньяҡ- көнбайыштағы дүрт саҡрым алыҫлыҡтағы ер Һыусумған , тип атала. Ошондағы үҙәк буйлап ағып барған йылға ҡапыл ер аҫтына сума. Сумған ерендә киңлеге дүрт һәм тәрәнлеге өс метр самаһы соҡор барлыҡҡа килә.Шуға күрә был йылғаны, үҙәкте, тауҙы ла Һыусумған, ә йылғаның башын Һыусумған башы , тип атап йөрөтәләр. Ауылдаштарҙың һөйләүе буйынса, Һыусумған йылғаһы ер аҫтына сумып, аҫтан ағып барып, Шарҡырауыҡ үҙәгендәге Шар йәки Шарҡырауыҡ исемле йылға булып, киреағып килеп сыға.
Ҡартөй
үҙгәртергәАуылдың аръяҡ өлөшө Ҡартөй, тип атала. Был яҡты ололар ғына Ҡартөй, тип әйтәләр. Ә йәштәр , күберәген, аръяҡ , ти. Сөнки ул йылғаның аръяғында һәм Шәрифә тауының арт яғында урынлашҡан. Бер ҡарт бабай иҫке, бәләкәй генә өйҙә йәшәгән. Уға башҡалар өйөңдө яңыртайыҡ , тиһәләр ҙә, риза булмаған. Ул , мин ошо өйөм менән бергә ҡартаям , ти ҙә шул өйөндә йәшәүен дауам итә. Шуға күрә, ауылдың был өлөшө Ҡартөй яғы һәм урамы исемен алған.
Ҡолош
үҙгәртергәҠолош үҙәге - ауылдан арҡа яланы яғына сыға торған үҙәк. Был үҙәктә кәкре ҡайын ағасы үҫә. Ололарҙың һөйләүе буйынса, ошо ҡайын төбөндә Ҡолош исемле ҡарт ерләнгән, шуға күрә был үҙәкте Ҡолош үҙәге тип йөрөтәләр.
Ташөй мәмерйәһе
үҙгәртергәТашөй мәмерйәһе - ауылдан Ҡайнөй йылғаһы буйлап түбәнгә ҡарай ике- өс саҡырым алыҫлыҡта урынлашһа, Сыңғырауыҡ Олотау буйынан алты- ете саҡырым алыҫлыҡта ята. Ололарҙың һөйләүе буйынса Ташөй менән Сыңғырауыҡ ер аҫты юлдарынан тоташ булырға тейешле. Элегерәк Сыңғырауыҡ соҡорона ике эт төшөрөп ебәргәндәр. Бер аҙна тигәндә генә, икеһе лә хәле бөтөп Ташөй мәмерйәһе ауыҙынан килеп сығалар, әммә шунда уҡ һуҡыраялар, имеш. Элегерәк, Сыңғырауыҡ соҡорона таш ырғытһаң, сыңғырлатып, оҙаҡ тауыш сығарып төшөп китер булған, шунлыҡтан был урынды Сыңғырауыҡ соҡоро, тип йөрөтәләр. Ташөй мәмерйәһе инде Яуымбай һәм башҡа ауыл халҡын үҙенең матурлығы менән арбап, үҙенә саҡырып торһа ла, бөгөнгө көдә лә асылмаҫ сер булып һаҡлана.
Сәңгелде яланы
үҙгәртергәБорон ошо яланда йәйләү тотоп ятҡандар. Низам исемле бик уҡымышлы кеше лә йәйләгән булған. Ошо йәйләүҙән туғыҙ ирҙе иҫән- һау ҡайтыуҙарын теләп һуғышҡа оҙатҡандар. Уларҙың барыһы ла иҫән- һау ҡайтҡандар. Шул хөрмәткә был яланды Иҫәнкилде, тип атағандар. Яйлап телдән- телгә күсә килә, Сәңгелде, тип атап йөрөтә башлағандар.
Аҡбейек тауы
үҙгәртергәЯуымбай ауылын тирә- яҡлап күп тауҙар уратып алған: Олотау, Шәрифә , Сусаҡтау, Ҡыҙылташ, Өкө ҡаяһы, Бурама тауы, Аҡбейек һ.б. Шул тауҙар араһында иң бейек ғорур тау ул Аҡбейек. Был тау исеменең килеп сығышы ике төрлө. Берәүҙәр әйтеүенсә, ул тау алыҫтан бик бейек булып ағарып күренеп торғас, уны Аҡбейек тип исемләгәндәр. Икенселәр әйтеүенсә, бер ҡарт ике улын алып, урманға сығып киткән. Алдарында ҙур тау торған. Был тауға улдары йүгереп кенә менеп киткәндәр. Ҡарт менә торғас артта тороп ҡалған. Ул бик арыған һәм кәпәсен сисеп, бер ташҡа ултырған да: «Ах, бейек», тип әйткән, имеш. Шунан был тауҙы Аҡ бейек тип атағандар.
Өмөткән (Өмиткән) яланы
үҙгәртергәБорон Яуымбай ҡарт малдарына бесәнде өмә менән саптырған. Гел генә өмә менән саптырғанға ул бесән эшләгән яланды, Өмә иткән тип атағандар. Һуңғараҡ ябайлаштырып телдән- телгә күсә килеп Өмөткән (Өмиткән) яланы, тип үҙгәреп киткән.
Баҙъялан
үҙгәртергәЭлекке ваҡытта ауылға терәлеп ятҡан яланда тәрән баҙҙар ҡаҙып ҡайын туҙынан дегет ҡайнатҡандар. Дегет хужалыҡ эштәре өсөн кәрәкле әйберҙәренән иҫәпләнгән булған. Мал ауырыуҙарына ла дегет яҡшы дауа булған. Шул осорҙан бирле был яланды Баҙъялан тип йөрөтә башлағандар. Бөгөнгө көндә лә бында барлыҡҡа килгән урамды Баҙъялан урамы. тип йөрөтәләр.
Ҡотоҡтар
үҙгәртергәАуылда биш ҡотоҡ бар.Шуларҙың дүртеһен кем эшләгән,шуның исеме менән йөрөй: Ишбулды ҡотоғо, Хисам ҡотоғо, Хужа ҡотоғо (Мөхәмәтхужа) һәм Сусаҡ үҙәгендәге Сауматаш ҡотоғо. Ҡотоҡтар йылға буйында урынлашҡандар. Яҙ көндәрендә Ҡайнөй йылғаһы ташыу сәбәпле, ҡотоҡтарға һыу төшкән һәм эсергә яраҡлы булмаған,шунлыҡтан ауыл халҡы Сусаҡ үҙәгендә урынлашҡан Сауматаш ҡотоғонан һыу ташыған.
Ауылдың һырт яғында “Аҡ ҡотоҡ” бар.Уның һыуы таҙа, йомшаҡ булғанлыҡтан шундай исем алған. Ауыл халҡы Аҡ ҡотоҡтоң һыуы йомшаҡ булғанлыҡтан, кер йыуыр өсөн ҡулланған.
Айбикә
үҙгәртергәБорон күп урындарҙа бесәнде ятып эшләгәндәр. Был ерҙәлә бер ғаилә ҡыуыш ҡороп, ҡуна ҡалып бесән эшләгән.Бала табырға ваҡыты етһә лә ҡатыны, тиҙерәк бесәнде эшләп бөтәйек тип,ауылға ҡайтмай йөрөгән. Әммә бер төндә ул ҡапыл ауырып китеп ҡыҙ бала тапҡан.Бәпәй тулы ай яҡтыһында донъяға килгәс, уға Айбикә тип исем ҡушалар.Аҙағыраҡ ҡыҙ бала тыуған ерҙәге ер-һыуҙы ла уның исеме менән йөрөтә башлайҙар.Айбикә тауы,Айбикә яланы,Айбикә үҙәге, Айбикә ерҙәре һ.б.
Сәфәр соҡоро
үҙгәртергә1980 - 90 йылдарҙа ат менән ер һөрөп йөрөгәндәр. Унда Назаров Ҡотлоғәлләм олатай менән Сәфәр исемле олатай ҙа була. Улар яланда төнгөлөккә йоҡларға ҡалалар. Төндә өшөмәҫ өсөн ҡайын төбөнә ут яғалар. Оҙаҡ эшләп арығас, икеһе лә ҡаты йоҡоға тала. Бер ваҡыт ут ҡайынға күсә. Ҡайын янып Сәфәр олатайҙың өҫтөнә йығыла.Ҡотлоғәлләм олатай Сәфәр олатайҙы көскә ҡайын аҫтынан һөрәп сығара. Шул мажара иҫтәлегенән Сәфәр соҡоро тип йөрөтәләр.
Ҡарасура ҡәбере йәки Бабай үлеге
үҙгәртергәБорон бик уҡымышлы, дин тотҡан Ҡарасура исемле ҡарт йәшәгән. Ул бик изге күңелле , йомарт булған. Үлер алдынан ул: «Мине Яуымбай ауылы менән Байназар ауылы уртаһындағы иң ҡалҡыу ергә ерләгеҙ» тип васыят әйткән. Ике ауыл мәсетенән аҙан тауышын тыңлап ятырмын тигән ул. Уның теләгенә ҡаршы килмәй, бер ҡалҡыу ергә ерләгәндәр. Әлеге ваҡытта был ҡәберлек бар һәм тәрбиәләп тотола. Быуындар алмашынған һайын исемдәрҙә үҙгәрә килеп, хәҙер “Ҡарасура” ҡәбере - “Бабай үлеге”нә әйләнеп киткән.
Бураматау
үҙгәртергәБыл тау Олотау буйлап барғандан һуң башлана. Унда элек кемдер бура бураған. Бурама тауы.тип, Ялан осоноң һул яҡтағы тауы атала.(Бурама – ул тиҙ ваҡыт арауыкғында ғына ағастан бурап, йәй көндәре генә йәшәр өсөн мүкһеҙ күтәрелгән бәләкәй генә өй). Йорттоң иҙәне булмаған.Иҙән урынына ылыҫ йәки үлән түшәлгән. Ҡыйығы ике яҡлы, тәпәш тыранса менән ябылған. Өйҙөң тәҙрәләре булмаған. Был өйҙө тәбиғәт шарттарынан ( ямғырҙан, елдән) һәм йыртҡыс хайуандарҙан һаҡланыр өсөн төҙөгәндәр. Ул өйҙө , ҡайҙа кәрәк, шул ергә тиҙ ваҡыт эсендә тиреп, күсереп йөрөткәндәр. Ошо тауҙа ла бурама ултыртҡандар һәм ул оҙаҡ йылдар буйы ултырған. Хәҙерге көндә инде сереп бөткән, бура ҡалдыҡтары ғына ятып ҡалған. Шуға ла был тауҙы Бурама , тип атап йөрөткәндәр. Тау итәгенән башланған йылға Бурама йылғаһы, тип атала. Ул йылға урман ситенән Йәштәр урамы буйлап аға ла Ҡайнөйгә барып ҡушыла. Уны икенсе төрлө Арҡыры йылға, тип тә йөрөтәләр. Шулай ҙа, Бурама йылғаһы, тип атау дөрөҫ.
Информанттар, ҡулланылған әҙәбиәт
үҙгәртергә- Информация Яуымбай мәктәбенең юғары категориялы география, биология һәм йәмғиәт белеме фәндәре уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы Фаяз Бирғәле улы Ғизәтуллиндың "Яуымбайҙың хәтер китабы.
- Бөрйән районы Яуымбай ауылы тарихы һәм ер-һыу атамаларының килеп сығышы" исемле китабы мәғлүмәттәренә таянып бирелде
- Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Усманова М.Ғ. , Өфө, 2016 йыл.
- Экспедиция материалдары – 2009, Бөрйән районы.
Әҙерләне: Илназ Илшат улы Азанғолов, Бөрйән районының Яуымбай мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, “Сатҡылар” әҙәби-ижад түңәрәге ағзаһы Етәксеһе: Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы, Яуымбай мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы