Башҡортостан ҡоштары

Яғалбайяғылбай, яғал ҡош (урыҫса — дербник, дробник, мышатник, латинса — Falco columbarius L.). Йыртҡыс ҡош, ваҡ ыласын, Ҙурлығы — күгәрсендән бәләкәйерәк.

Төньяҡ һәм Көнсығыш Европала, Азияла һәм Тҡньяҡ Америкала урманлы һәм урман-дала зонаһында осрай. Күсмә ҡош.

Был төр ыласындың ҡанаттары осло һәм оҙон, сыбар ҡойроғо ҡыҫҡа, осонда ҡара һыҙаты бар. Һырты нәҙек ҡара өҙөк һыҙаттар менән сыбарланған күкһел һоро, ҡорһаҡ тирәһе шундай уҡ һыҙатлы һарғылт ерән төҫтә.

Ҡыйғырҙан айырмаһы — «мыйығы юҡ» кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө — ерән.

Тауышы яңғырауыҡлы: «ки-ки-ки».

Асыҡ урындарҙы — йылға үҙәндәрен, һаҙлыҡтарҙы, далаларҙы, һирәк урманды, диңгеҙ яр буйҙарын үҙ итә.

Ҡара урманда осрамай, урман ситендә бала сығара. Ояһы ағас башында, ҡая таш һикәлтәләрендә, һирәкләп түңгәктәрҙә була.

3-4 бөртөк эре ерәнһыу көрән төрткөлө, таплы һарғылт ҡабыҡлы йомортҡа һала.

Инә ҡош та, ата яғалбай ҙа, алмашлап, күкәй баҫа. 25-32 көндә ҡошсоҡтар сығып бөтә.

Икеһе лә ҡошсоҡтарын ихлас ҡарайҙар, йылыталар, ашаталар. 25-30 көндә ҡошсоҡтар үҙ аллы оса ала.

Ваҡ ҡош-ҡортҡа һунар итә, һирәгерәк — кимереүселәрҙе, кеҫәрткеләрҙе һәм бөжәктәрҙе аулай.

Тәбиғи ғүмеренең оҙонлоғо — 11 йылдан артмай.

Элек ауға йөрөр өсөн эйәләштергәндәр.

Ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә

үҙгәртергә
  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап). Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1986 й., 10 б.