Яҙыу, уҡыу (йомаҡтар
- Ере аҡ,
Орлоғо ҡара,
Ҡул менән сәсәләр,
Ауыҙ менән йыялар. - Аҡбур менән бурлайыҡ,
Көмөш менән һырлайыҡ. - Иген сәсте биш малай,
Урҙылар ике ағай. - Бишәү сәсә, берәү йыя.
- Аҡ ер, ҡара тары,
Кем сәсһә, шул урыр. - Аҡ еремә ҡарағура сәстем.
- Аҡ ер өҫтөндә
Ҡара төлкө саба,
Эҙен белгән тотоп ала,
Белмәгәндәр ҡоро ҡала. - Ап-аҡ ҡарҙың өҫтөндә
Ҡара юрға юрғалай. - Ҡар өҫтөндә ҡара ҡарға.
- Аҡ ерҙә эҙ ҡалған,
Эҙ ҡалмаған, һүҙ ҡалған. - Ағы йәйелгән, ҡараһы һибелгән.
- Ҡара ҡарға йүгерә,
Юлы ҡарайып ҡала.