- Алтын ҡашлы,
Көмөш башлы,
Туҡһан ике йәшле.
- Ҡара мыйыҡлы еҙнәм
Һағынып-һағынып килгән.
- Аҡ юрғанын ташлай,
Һыртын аса башлай.
- Ҡар иреп, ер күренер,
Һайрар ҡоштар ҙа килер,
Йәшел үләндәр үҫер,-
Был ниндәй ваҡыт етер?
- Аҡ юрғаным алып ҡуйҙым,
Йәшел юрғаным йәйеп ҡуйҙым.