Ғәҙелгәрәй ауылында медицина
Ғәҙелгәрәй ауылында медицина үҫеше
Октябрь революцияһына тиклем башҡорт халҡы медицина ярҙамынан мәхрүм булған. Ғәҙәттә халыҡ дауаланыуҙың берҙән-бер сығанағына – халыҡ медицинаһы дауаларын белгән кешеләргә мөрәжәғәт итер булған. Ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр балаларын үҙҙәре дауалаған. Шулай уҡ һәр ауылда тиерлек махсус халыҡ табиптары ла булған. Уларҙың күптәре бер йәки бер-нисә йүнәлеш буйынса дауалағандар. Дөйөм башҡорт халҡына характерлы был күренеш беҙҙең Ғәҙелгәрәй ауылында да күҙәтелгән. Мәҫәлән, үлән белгестәре, быуын ултыртыусылар, кендек инәйҙәре, һөлөк һалыусылар, һылап дауалаусылар һәм им-томсолар. Им-томсолар үҙ сиратында тағы ла бер-нисә төргә бүленә: арбаусылар, ноҡотсолар, имселәр һәм өшкөрөп дауалаусы муллалар.
Беҙҙең ауылда ла халыҡ медицинаһын өйрәнеп, ярҙам күрһәтеүселәр әле лә халыҡ хәтерендә һаҡлана. Ошо ауылда тыуып 103 йәшкә тиклем йәшәгән Сафин Шәрифулла Бохарала уҡып дини белем ала, ярҙам һорап килеүселәрҙе өшкөрөп дауалай. Ул хатта йыландарҙы арбап үлтерә алған, шуға йылан сағып ҡазаланыусылар уға мөрәжәғәт иткәндәр.
Сәғитов Ғилман, Сафин Әхмәтйән бабайҙар халыҡты өшкөрөп дауалау ысулдарын киң ҡулланғандар. Әгәр уларҙың өшкөрөү көсө етмәһә, эргәләге көслө мулла Уйылдан бабайға барырға тәҡдим иткәндәр. Ямаш (Үрге Нөгөш) ауылында тыуып үҫеп Шүлгәнгә килен булып төшкән Хәлиуллина Зөлфиә (Зөлфәрә) һәм Сәғитова Мәрхәбә инәйҙәрҙе ауылдаштары әле лә оло хөрмәт менән иҫкә ала һәм рәхмәт әйтә. Улар икеһе лә им-томға, мейе ҡағыу, быуын ултыртыу, өшкөрөү, һылау һәм үләндәр менән дауалауға маһир булдылар. Мәрхәбә инәй – үҙ заманының билдәле кендек инәһе. Үҙенең һөйләүе буйынса 114 баланы яҡты донъяға ҡабул итә. Шулай уҡ им-томға Маликова Шәмсиә, уның килене Маликова Йәнбикә, Сәғитова Хәжирә өләсәйҙәр маһир була.
1950 йылдар башында районда трахома тигән йоғошло күҙ ауырыуы тарала һәм кешеләрҙең һуҡырайыу осраҡтары йышая башлай. Район үҙәк дауаханаһы белгестәре сирләүселәрҙе дауалап өлгөрә алмайҙар, һәм был сирҙе дауалау өсөн махсус курстар асыла. Беҙҙең ауылдан был курсҡа Тимербаева Сәмәрә апай уҡырға төшә. Уҡыуҙы уңышлы тамамлағас, Сәмәрә апайҙы Аҡбулатҡа, ә Ғәҙелгәрәйгә Төлкөбаева (Тимербаева) Люциәне эшкә ебәрәләр.
Люциә Сәғит ҡыҙы Тимербаева 1952 йылда эш башлай. Ул эшләй башлағанда ауылда 36 кеше күҙ ауырыуы менән яфаланған була. 1958 йылда ауылда трахматоз пунктын бөтөрәләр. Люциә Сәғит ҡыҙы бөтә ғүмерен Шүлгән ауылының һаулығын һаҡлауға бирҙе, пенсияға сыҡҡансы ФАП-та санитарка булып эшләне. Тимербаев Ибраһим Фәтхетдин улына кейәүгә сығып, 4 балаға ғүмер биреп, матур ғаилә булып йәшәнеләр. 1958 йылда Ғәҙелгәрәй ауылында ФАП асыла. Ул Ғәҙелгәрәй, Аҡбулат, Кейекбай, Мәндәғол, Әтек ауылдарын хеҙмәтләндерә. Тәүге дипломлы медицина белгесе булып Насырова Мәүерә (Маша) Абдрафиҡ ҡыҙы эш башлай. Мәүерә Абдрафиҡ ҡыҙы 1937 йылда Ишембай ҡалаһында күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы, аҙаҡ әсәһе һуғышҡа алына. Атаһы һуғыштан ҡайта алмай, ә әсәһе һуғыштан һуң күп тә үтмәй ауырып үлеп китә. Балаларҙы тәүҙә өләсәләре ҡарай, һуңғараҡ балалар йорттарына тараталар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ете бала төрлө яҡҡа оҙатылып, улар бер-береһен юғалталар. Мәүерә Абдрафиҡ ҡыҙы Ишембай балалар йортонда тәрбиәләнә. Өфөлә 1-се һанлы медицина училищеһын тамамлап, Ғәҙелгәрәй ауылына эшкә килә. Сафин Самат Әхмәтйән улына кейәүгә сыға. Ауыл халҡы уны үҙ күреп, яратып, Маша еңгәй, тип йөрөтә. 6 балаға ғүмер биреп, татыу ғүмер кисерәләр. 1969 йылда Кейекбай ауылына күсеп китәләр. Унда ла фельдшер булып эшләй. Пенсия йәшенә еткәс, ауыл советында секретарь булып эшләй. Балалар үлемен булдырмағаны өсөн Һаулыҡ һаҡлау Министрлығының Маҡтау ҡағыҙы, ҡиммәтле бүләктәр менән наградлана. 2009 йылда ҡапыл донъя ҡуя.
Сафина Мәүерә апай Кейекбайға күсеп киткәс ауылда йәш белгес, Нәби ауылы ҡыҙы Абдуллина Рәйсә эш башлай. Ишморатов Кәбир менән ғаилә ҡорғас, 1974 йылда Күжә поселогына эшкә китәләр. Күжә ябылғас Ишембайға күсәләр һәм ҡалған ғүмерҙәре ошо ҡалала үтә.
1976 йылда Яңы Монасип ауылы ҡыҙы Дәүләтбаева (Йомағужина) Зәйнәп Хәмит ҡыҙы эшкә килә һәм ошонда төпләнеп, 2011 йылға тиклем ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. 1983 йылда ФАП өсөн яңы здание төҙөлә, һәм медицина ярҙамы күрһәтеүҙең мөмкинлектәре арта.
Зәйнәп Хәмит ҡыҙы декрет ялында, отпускыла булған осорҙа Ҡыуандыҡов Факил, Әхмәтйәнова Зөмәрә Барый ҡыҙы, Ишморатова Гөлназ Мөхәмәт ҡыҙы, Йомағужина Гөлсиә Ғәҙелша ҡыҙы ваҡытлыса эшләп торҙолар. Ауылда фельдшер штаты берәү генә булғас, был дипломлы белгестәр башҡа тармаҡтарҙа эшләһәләр ҙә, кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә һәр ваҡыт ярҙам киттеләр һәм итәләр.
2011 йылдан алып ауыл халҡының һаулығын һаҡлау һағында Хәлиуллина Сәйҙә Айса ҡыҙы уңышлы эшләп йөрөй. Уға социаль медицина хеҙмәткәре Ишморатова Гөлназ Мөхәмәт ҡыҙы ярҙам итә. (Миннәхмәт Йомағужин, Әҡлимә Сафина әҙерләне)