Ғәҙелгәрәй ауылы ер-һыу атамалары

Ғәҙелгәрәй ауылы үҙгәртергә

Хәҙерге Ғәҙелгәрәй ауылы урынлашҡан ерҙә Ҡотан, Мәҡсүт ауылдарының мал көтөү өсөн йәйләү, утарҙары булған. Шул осорҙа Ырымбурҙан килгән бер хужа һәр бер хужалыҡҡа 12 сажымдан ер үлсәп биргән. Ауыл булһын өсөн урам, өй ултырған ерҙәрҙе планлаштырған. Янғын-фәлән хәүефһеҙлегенән сығып, өйҙәрҙе аралыҡлы итеп, үтер өсөн тыҡрыҡ та ҡалдыртҡан. Шулай итеп, йәйләүҙәрҙә ауылдар ҡалҡып сыҡҡан. Ғәҙелгәрәй ҡарт иң беренселәрҙән күсеп килеп ултырған. Уға яҡын туған-тыумасалары ҡушылған. Ауылдан туғыҙ саҡрым алыҫлыҡта Шүлгән йылғаһы буйында урынлашҡан Иҫке ыҙманан 25 өй күсерелгән. Ул ер хәҙер Иҫке ыҙма тип йөрөтөлә. Ғәҙелгәрәйҙә 93 өй булып, 1921 йылдағы йотлоҡтан һуң 33 хужалыҡ ҡына тороп ҡала.

Беренсе донъя, Граждандар һуғышы осоронан һуң ауыл бөтөнләй бәләкәсәйеп ҡалған. Темәс яғынан Таулыҡай, Этҡол ауылдарынан да килеп, хәҙерге Иҫке Аҡбулат ултырған урынды биләп, ауыл булып ултырғандар.

Ғәҙелгәрәй (Шүлгән) ауылы үткән быуат башынан билдәле. Ғәҙелгәрәй ауылы 23-сө йортто тәшкил иткән һәм Ырымбур өйәҙенең 9-сы башҡорт кантонына ҡараған. Уны Әҙелғужа тип тә атағандар. 1834 йылда – 213, 1859 йылда 330 кеше йәшәгән, ә беренсе совет иҫәбе 447 кешене күрһәткән.

Тауҙар, ҡаялар үҙгәртергә

Аҡҡашҡа тауы үҙгәртергә

(1-се вариант). Аҡҡашҡа тауы Мәҡсүт ауылы эргәһенән башланып, Ғәҙелгәрәй ауылының үрге осона үтеп, Ҡамшаҡлы тигән ергә етеп туҡтала. Ошо оло Аҡҡашҡа тауының уң яғынан ағып сыҡҡан йылға башын Шүлгән йылғаһы башы, ә оло яланын Шүлгән башы яланы тип атайҙар. Йылға, көнбайыштан төнъяҡҡа ҡарай Ғәҙелгәрәй ауылының түбәнге осонан үтеп, Сумған тигән соҡорға ҡоя. Унан Ташөй ауыҙының уң яғынан сығып, Ағиҙелгә ҡушыла. Шүлгән башы яланында колхоз осоронда бер өйҙә ҡуна ятып эшләп йөрөгәндәр. Колхоздың келәте лә булған. Бесән сабып кәбән дә ҡойғандар. Теге өйҙә төнгөлөккә йоҡларға ҡалған кешеләргә, ендәр өй баштарында шарт та шорт килеп, стеналарын һуғып, ҡуныусыларға ирек бирмәҫ булған, тип һөйләйҙәр.

Аҡҡашҡа тауы үҙгәртергә

(2 вариант). Беҙҙең ayылдың урамынан өҫкә күтәрелһәң, Аҡҡашҡа тауы башлана. Был тay бейек кенә. Аҡҡашҡа тауынан эскәрәк үтһәң, аҙашырға була. Һыбайлы кеше генә, атты үҙ яйына ҡуйып, аты ярҙамында тауҙан урман аша сыға ала. Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер бай. Был байҙың Аҡҡашҡа исемле аты ла булған. Берҙән-бер көндө был бай атын һыу эсерергә сығарып ебәргән. Аты һыуға киткәндән һуң, бик оҙаҡ ҡайтмаған. Бай атын көтөп арығас, артынан ҡapapғa китә. Ул шишмә эргәһенә килеп еткәс, атының шишмә эргәһендәге һаҙлыҡта ятҡанын күрә. Ул атын ҡотҡарыр өсөн шәберәк атларға тырыша. Барып етеүгә һуң була. Ат батып үлерлек булғас, бик ямғырлы яҙ айы булғандыр инде. Шунан был һаҙлыҡ эргәһендәге тayғa Аҡҡашҡа исеме бирелә. Ташмаяҡ, Оло Майған. Шүлгән күперен сыҡҡас, уң яҡта Оло Майған тауы бар. Элек оҙон ғына бер ташты тауға ҡаҙап ҡуйып, шуны Ташмаяҡ тип йөрөткәндәр. Аҙаҡ таш йығылған, юл төҙөгәндә юҡҡа сыҡҡан. Майған тауы. Элек бында бесән сапҡандар. Кәбән ҡойғанда, аҫтына батман менән май ултыртып ҡалдыра торған булғандар. Сөнки май һаҡлар өсөн баҙ-фәлән булмаған. Майған тауының исеме шунан тороп ҡалған. Шулай уҡ майҙы Антон яғындағы кәбәндәр аҫтына ла ултыртып ҡалдырған булғандар.

Боланатҡан үҙгәртергә

Боланатҡан ауылдан Шүлгән башына киткән юлда төшкән иң тәүге тay. Моғайын, элек был ерҙә ауылдың ниндәйҙер кешеһе болан атҡанға, был ер Боланатҡан, тип атала башлағандыр.

Тирмән тауы үҙгәртергә

Тирмән тауы – Ташөй урынлашҡан ҡаятау, ул Ағиҙел буйлап түбәнгә һуҙыла. Шүлгән йылғаһын аша сығып, 200 м ара киткәс, тура юл тay аша үргә артыла һәм Ғәҙелгәрәй ауылына алып бара. Был юлдан элек арба менән дә төшкәндәр. Ошо ер Тирмән тауы тип йөрөтөлә.

Ҡолағантaш үҙгәртергә

Яңы Аҡбулат ауылынан Иҙел үре яғында ятҡан ялан Ҡолағанташ яланы тип атала. Ҡасандыр тay битләүенән бик ҙур таш яланға тәгәрәп төшә һәм әлеге көндә лә ул шул урында ята. Уның ҡолап төшөүенә яҡынса 100-120 йыл самаһы бар. Сөнки таштың ҡолап төшкән яғында 1980 йылдарҙа 80 йәштәр тирәһендәге ҡайын үҫеп ултыра ине. Хәҙерге көндә ул ҡайын серегән, тик төпһәһе генә ултырып ҡалған.

Ыласын ҡаяһы үҙгәртергә

Ыласын ҡаяһы Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында, Аҡбулат ауылы ҡаршыһында, урынлашҡан. Элек был ҡаяны ыласындар төйәк иткәндәр. Улар кеше менә алмаҫлыҡ, йыртҡыс хайуандар теймәҫлек урындарҙа оялаған. Был ҡая эзбизташтан тора. Ул бик бейек һәм текә. Уны әле лә ыласындар төйәк итә. Шуғa бәйле Ыласын ҡаяһы тип атала.

Этаҫҡан тауы. Ҡасандыр бер кеше ошо ерҙә үҙенең этен аҫып китә. Шунан бирле был тауҙы Этаҫҡан тауы тиҙәр.

Атайсал тауы үҙгәртергә

1-се вариант Күсәк бей үҫеп еткәс, атаһы өсөн бөрйәндәрҙән үс ала башлай. Ул Бөрйән бейе Ҡарағөлөмбәтте ҡулға төшөрә, ныҡ язалай. Үҙ ырыуы яғына алып ҡайтырға сыға. Ҡарағөлөмбәт тыуған ерҙәренән айырылғыһы килмәй. Артабанғы ҡаты язалауҙарҙан һәм мәсхәрләүҙәрҙән бер юлы ҡотолорға теләп, дошманынан үлем һорай. Үҙен кесегә ҡуйып: "Атай, ошо ерҙә мине сал да ҡуй!", – тип үтенгән. Ошо һүҙҙәрҙе әйткән тауҙы Атайсал тауы тип йөрөтәләр. Tаy башындағы ҙур яланды Атайсал яланы тип атайҙар.

Атайсал тауы үҙгәртергә

2-се вариант Аталлы-уллы ике кеше тауҙан егелгән aт менән төшөп киләләр икән, ә тay бик текә. Күрәһең, матау (тышау) һалмағандарҙыр, aттың йөктө тoтoрғa көсө етмәй, һөрөнөп ҡолап китә. Арттан эткән йөк ҡамыт менән атты һыҡҡан. Ат үлеп бара, ти. Малай: "Атай, сал! Үлеп бара бит!", – тип ҡысҡырған. Атайсал шунан ҡалған, тиҙәр.

Йылғалар, шишмәләр, кисеүҙәр, шарлауыҡтар, ҡойо һәм күпер атамалары үҙгәртергә

Шүлгән йылғаһы үҙгәртергә

1-се вариант Шүлгән йылғаһы Ғәҙелгәрәй ауылынан 7 саҡрым төнъяҡта башлана һәм ауылдан көньяҡ-көнсығышта шаулап ер аҫтына инеп юғала. 6 саҡрымдан ҡеүәтле шишмә булып Шүлгән-Таш мәмерйәһе ауыҙында урғылып cығa. Ошонда диаметры 3 м булған бәләкәй генә күл хасил итә. Мәмерйә ауыҙынан 200 м гөрләп aғып Шүлгән Ағиҙелгә ҡоя. Шүлгән йылғаһына уң яҡтан Күсәй йылғаһы, ауыл эргәһендә Һарыла йылғаһы ҡушыла. Яр буйҙарында муйылдар ишелеп уңа. Бынан тыш балан, гөлйемеш ҡыуаҡлыҡтары, ҡырағай ҡapaғaт та үҫә. Ә ағастарында өҙөлөп-өҙөләп һайраған ҡоштар тауышынан бар тирә-яҡ илаһи моңға күмелә. Шүлгән йылғаһы буйҙары бик күп тарихи урындapғa бай. Мәҫәлән, данлы Йылҡысыҡҡан күле, донъяға билдәле Шүлгән-Таш мәмерйәһе. Йылғаны кисеп сығыуы бик ауыр һәм унда бер-нисә генә кисеү бар. Уның аша Шүлгән күпере бар. Ул элек өҫтәрәк булған һәм уны яңыраҡ аҫҡараҡ эшләнеләр. Шүлгән йылғаһы кешеләргә һаман да хеҙмәт итә, күңелдәргә ял, йәм биреп aғa ла aғa...

Шүлгән йылғаһы үҙгәртергә

2-се вариант “Урал батыр” эпосынан Шүлгән батша исеменән алынған.

Шүлгән йылғаһы үҙгәртергә

3-сө вариант Ауылда бик уҫал бер ҡарт йәшәгән. Унан бөтәһе лә ҡурҡҡандар. Бышылдашып ҡына һөйләшкәндәр. Хатта исемен әйтергә лә ҡурҡып "Шул" тип йөрөткәндәр. Бер ваҡыт был уҫал, яуыз бай үлеп киткән. Ауыл халҡы ғәҙәт буйынса һаман да бышылдашып ҡына бер-береһе менән “Шул үлгән”, тип һөйләшкәндәр, ошонан Шүлгән килеп сыҡҡан.

Шүлгән йылғаһы Ғәҙелгәрәй ауылынан 1,5 саҡрым алыҫлыкта, төнъяҡ-көнсығышта, ер аҫтына инеп юғала. Ошо урынды Сумған тип атап йөрөтәләр. Шүлгән йылғаһы артабанғы юлын ер аҫтынан дауам итә. Меңәрләгән йыл дауамында ул эзбизташты эретеп үҙенә юл һалған һәм Шүлгән-Таш мәмерйәһен барлыҡҡа килтергән. Һарыла йылғаһы (1 вариант).

Болондарҙан ҡаҙып һарыналар
Килтереп һалдым йылғаға йыумаға.
Һарыналарҙы йыуып, ҡарап ултырам
Һарыналар ятҡан ҡулымда
Күренә һарыһы ла.
Күптән инде исем тапмай инем
Йылға, исемең булыр Һарыла, — тип, ауылыбыҙға башлап нигеҙ ҡороп йәшәгән Ғәҙелгәрәй олатай йырлап ебәрә. Шул ваҡыттарҙан алып Аҡҡашҡа тауы аҫтынан ағып ятҡан йылғаны Һарыла тип йөрөтә башлайҙар.

Һарыла үҙгәртергә

2-се вариант Аҡҡашҡа тауы аҫтынан сығып ятҡан саф шишмә – ауылдың төп эскән һыуы. Шишмә башына улаҡ һалғандар һәм һыуҙы шунан алалар. Мал-тыуар һыуҙы бысратмаһын өсөн кәртәләп тә ҡуйғандар.

Бер ваҡыт ошо шишмә башында кешенең һары ала аты батҡан. Ул ваҡытта был урындар һаҙмат була. Шул һары-ала аттың исемен йылғаға Һарыла тип ҡушалар.

Һарыла үҙгәртергә

3-сө вариант Киндер туҡыманы буяр өсөн шишмә буйлап буяу ташы эҙләгәндәр. Кәрәкле һары ташты табалар. Ул матур ғына була һәм уға һоҡланып: “Иллә матур һары ла таш икән!" – тип ҡысҡырып ебәрәләр. Тик таш берәү генә була, бүтән таба алмайҙар.

Һарыла үҙгәртергә

4-се вариант Яҙ еткәс, балсыҡ иҙелеп, йылға һары төҫкә инә. Шуға ла уға “Һарыла” исемен бирәләр.

Буйлау үҙгәртергә

Ғәҙелгәрәйҙән 10 саҡрым көньяк-көнбайышта Аҡҡашҡа битләүенән Буйлау йылғаһы башлана һәм көньяҡҡа ҡарай аға. Икенсе исеме – Ҡыҙылъяр. Буйлау йылғаһы Бөрйән, Үҫәргән ырыуҙарының сиге булып иҫәпләнгән. Ҡарағөләмбәт Бабсаҡты үлтергәс, ерләргә Бөрйән ырыуынан тупраҡ бирмәгәс, Буйлауҙың уң яҡ ярынан ҡыҙыл мәтеле балсыҡты aт, дөйәләр менән ташып ерләгәндәр. Буйлау башы мәҡсүттәрҙең йәйләү урыны була.

Вашаш үҙгәртергә

Вашаш йылғаһы Ғәҙелгәрәй эргәһендәге Аҡҡашҡа һыртынан көнбайышта, 2 саҡрым алыҫлыҡта, башлана һәм көньяҡҡа ҡарап аға. Башы өс ҡушылдыҡтан тора: Оло Айыры, Урта Айыры һәм Ҡыр Айыры, ә йылға Мәҡсүт ауылы эргәһендә Ағиҙелгә ҡоя.

Баҙраш үҙгәртергә

Был йылға Аҡҡашҡа һыртынан башлана һәм төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай ағып, Нөгөш йылғаһына ҡоя. Ҡушылдыҡтары: Ҡуштуҡмаҡ, Байталһуйған, Уйтекә йылғалары. Элек йылға яры буйында Баҙраш һәм Дауыт утарҙары була. Шулай уҡ ауылдан көнсығышҡа ҡарай, яҡынса дүрт саҡрым алыҫлыҡта, Сауҡайорт атамалы аҡландар теҙмәһе бар. Хәҙерге көндәрҙә был ерҙәрҙә кешеләр малдарына бесән әҙерләй. Әйткәндәй, был урындар мал көтөү өсөн бик уңайлы. Эргәлә генә ике шишмә аға. Фаразлауҙар буйынса, бында элек сауҡалыҡ булған. Тик хәҙер ул ҙурайып урманға әйләнгән. Моғайын да, шул сауҡалыҡҡа бәйле был урынды Сауҡайорт тип атағандарҙыр. Ә "йорт" тип боронғо башҡорттарҙа йәйләү урынын йөрәткәндәр.

Ярыу йылғаһы үҙгәртергә

Күжә йылғаһының һул ҡушылдығы, ҡалын урмандар, тау үҙәне буйлап ағып, үҙенә юл ярып төшә. Шуның өсөн йылға Ярыу тип, ә Күжәгә ҡойған урыны Ярыу тамағы тип атала.

Антон шишмәһе үҙгәртергә

Сүбәк күперенән ауылға ингән саҡта, һул яҡта бейек булмаған тигеҙ ҡалҡыулыҡ ята. Был ҡалҡыулыҡта мал көтөп Антон тигән ҡарт йәшәгән. Элек сабынлыҡ булған, ә хәҙер ауылдың бер өлөшөн биләгән ерҙе Антон ере тиҙәр, ҡалҡыулыҡтың арт яғында сығып ятҡан шишмәне Антон шишмәһе тип йөрөтәләр.

Сумған үҙгәртергә

Шүлгән күперенән 600-700 м түбәнерәк төшһәң, йылға упҡын яһап, ер аҫтына сума. Ере шомло. Бигерәк тә яҙғы ташҡын һыуының шарлап упҡынға осоуын ҡарап тороу ныҡ тәьҫир итә. Ҡайһы берҙә һыу упҡынға һыймай аша китә һәм Йылҡысыҡҡан күленә ҡоя.

Олокүл үҙгәртергә

Сумғандан көньяҡҡа ҡарай 200 м ер китһәң, ике күл бар. Береһе – Оло күл, икенсеһе – Бәләкәй күл. Бәләкәй күл үҫемлектәр менән ҡапланып бөтөп, һаҙлыҡҡа әйләнгән. Оло күлде халыҡ әле лә файҙалана: элек-электән был күлгә кустарлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләр йүкә ағасының ҡабығын ҡуптарып алып серетергә hыуға батырғандар. Ошо эш һалабаш һалыу тип атала. Тейешле ваҡыт ятҡас, һалабашын, таҫмаланып ятҡан йүкәһен һыҙыралар. Һалабаштан төрлө әйберҙәр: ҡап, септә, арҡан, сбруй, һ.б. эшләгәндәр.

Бәләкәй күл үҙгәртергә

Күлде талдар һәм муйыл ағастары уратып алған. Белмәгән кеше күлдең барлығын да күрмәй. Ҡомалаҡ менән сырмалған, үтеп сыға алмаҫлыҡ талдарҙы йырып, ҡапыл күлгә барып сыҡһаң, үҙеңде әкиәт донъяһына сумғандай хис итәһең.

Йылҡысыҡҡан күле үҙгәртергә

Шүлгән тауы яланға сығып бөткән генә ерҙә, Ташөйгә барған юлдың уң яғында, aғacтap менән уратып алынған ҙур ғына күл ята. Исеме – Йылҡысыҡҡан. 79 йәшлек Хәйбулла бабай уның легендаһын түбәндәгесә һөйләне.

“Үҫәргән ырыуы кешеһе беҙҙең яҡҡа һунaрғa килә һәм бик күп итеп мал алып ҡайта. Ҡайтҡас, тапҡан малының сығышын һөйләй: “Бер күлгә тaп булдым. Күл тирәләй ҡаранып йөрөгәндә, бер эт килеп сыҡты. Эт тауышына хужаһы ла килеп сығып: "Егет, ни эҙләп йөрөйһөң?", – тип һораны. "Ошо яҡтapғa кейек тoтopғa килеп сыҡтым әле", – тип яуап бирҙем. "Һин, егет, ҡош-ҡортҡа зыян яһама, ҡайтып кит, бының өсөн мин һиңә мал бирәм. Тик артыңа ҡарама, эште боҙорһоң", – тине”. Был кеше күлдең эйәһе булып сыға, ул егеткә бер ебәк бау бирә лә артҡа ҡарамай сабырға ҡуша. Бер ваҡыт бейә артынан өйөр-өйөр мал сыға башлай, тирә-яҡ шау-шыу менән тула. Егет түҙмәй артына әйләнеп ҡарай. Малдың сығып бөтмәгәне күлгә кире сума. Ҡоро ергә сыҡҡандары егет артынан эйәрә. Ул шулай маллы була.”

Фатима күле үҙгәртергә

Был күл тирәһендә элек Фатима исемле тол ҡатын бесән сапҡан. Сабынлығына һәм ундағы күленә исеме берегеп ҡалған. Икенсе берәүҙәр был күлгә Фатима исемле кеше батып үлгән, тип тә һөйләйҙәр. Ләкин был дөрөҫ түгел.

Ығышма күле үҙгәртергә

Бер йылды күл ҡороп, төбөнә ҡайын, тал үҫә. Аҙаҡ күл һыу менән тула, ә үҫкән ағастары ере менән ҡуша күпсеп сығып, йөҙөп йөрөй башлай. Ел ыңғайына яй ғына, ығышып ҡына күсеп йөрөй. Шуға Ығышма тигән исем бирәләр. Аҙаҡ күсеп йөрөгән ағаслы утрауҙы ярға бәйләп ҡуйып беркетәләр. Ҡаты ҡоролоҡ килгән йылдарҙа күл ҡорой. 1921 һәм 1975 ҡоролоҡ йылдарында күлдең ҡороғаны билдәле.

Нафиҡ кисеүе үҙгәртергә

Шүлгән йылғаһы бик бормалы һәм текә ярлы. Уны теләгән ерҙән үтеп булмай. Унда бер-нисә кисеү бар, мәҫәлән, Ташкисеү, Нафиҡ кисеүе, Яркисеү. Шүлгән йылғаһының ярҙары текә булыу һөҙөмтәһендә, унан кешеләр арба менән үтә алмағандар. Шүлгән ауылындағы Нафиҡ тигән кеше Шүлгән йылғаһының эргә-тирәһен ағастан таҙартып, унда кисеү эшләгән, һәм был кисеүҙе оҙаҡламай Нафиҡ кисеүе, тип йөрөтә башлағандар. Әлеге көндә лә Нафиҡ кисеүе бар һәм унан aт менән йөрөйҙәр.

Ташкисеү үҙгәртергә

Шүлгән буйындағы дүрт кисеү ҙә ныҡ ҡойоло һәм бата. Тик ошо кисеү булған урында ғына йылға төбө ташлы. Oшоға бәйле был кисеү Ташкисеү тип атала.

Һибәт ҡойоһо үҙгәртергә

Һибәт ҡойоһо Сауҡайорт яланынан төньяҡтараҡ урынлашҡан шишмә һәм эргәһендә ҙур булмаған яландың атамаһы. Сауҡайорт элек йәйләү урыны була, унда мал эсерлек бәләкәй генә йылға аға. Тик йәй уртаһында ағымы көсһөҙләнә һәм һыуы йылына. Беҙҙең яҡта ҡойо тип һаҙлыҡлы, батҡаҡлы урынды әйтәләр. Һибәт исемле кеше ошо ҡойоло урынды ҡаҙып, ер өҫтөнә сыға алмай ятҡан шишмәне сығара. Йылға 50-60 м тирәһе ағып барғас, ер аҫтына һеңә. Шишмәнең һыуы һалҡын, таҙа. Хәҙер бесәнселәр, мал-тыуар өсөн шишмә һыуы бик ҡулай.

Үлебар йылғаһы үҙгәртергә

Был йылға Иҫке Аҡбулат (элекке ферма) эргәһендә Ямашлы йылғаһына ҡоя. Ике йылға ҡушылған ерҙә Бабсаҡ бейҙең ҡәбере (ҡорғaн) урынлашҡан. Үлгән кешенең ҡәбере булған өсөн йылғаға Үлебар тип ҡушҡандар.

Шүлгән тамағы үҙгәртергә

Шүлгән йылғаһы Сумғанда ер аҫтына инеп юғала һәм юлын ер аҫтынан дayам итә. Бөтә донъяға билдәле Шүлгән-Таш мәмерйәһе алдынан урғылып сыға һәм 200 м ара үткәс, Ағиҙел йылғаһына ҡоя. Йылға ҡыш көндәрендә лә туңмай. Шуның өсөн йылғаның йырҙаһын үҙгәртеп, унда һыу тирмәне төҙөйҙәр. Ғәҙелгәрәйҙән Шүлгән-Таш мәмерйәһенә тypaғa барған юл хәҙерге көндә лә Тирмән юлы, ә Ағиҙел йылғаһы буйына төшкән текә тay битләүен Тирмәнтау тип йөрөтәләр. Тирмәнсе булып Ырғыҙлы ауылынан түҙә урыҫ кешеһе, ә ул үлгәндән һуң, Ҡотандан Ғәлин Ғәле эшләй. Улар тирмәнде Ҡотанға күсереп алып ҡайтмаҡ булалар, тирмән ташын кәшмәккә тейәйҙәр. Ләкин кәшмәк түңкәрелеп, таш Ағиҙел төбөнә китә һәм уны һыу төбөнән ала алмайҙар.

Ҡушйылға башы үҙгәртергә

Ғәҙелгәрәй ауылынан 4 саҡрым төньяҡта Ҡушйылға башы яланы урынлашҡан. Был урын революцияға тиклем Ғәҙелгәрәй һәм Ҡотан ауылы кешеләренең йәйләү урыны була. Исеме үк әйтеп тора: ошо яландың урта өлөшөндә ике йылға килеп ҡушыла һәм уның һөҙөмтәһендә Ҡушйылға тип атала. Ҡушйылға Күжә йылғаһына барып ҡоя. Ҡойған урыны Ҡушйылға тамағы тип атала. Был урынға июль аҙаҡтарында йәйләү күсеп килер булған. Ҡотандар йылға тамағында, ә ғәҙелгәрәйҙәр Күжә буйында Ҡараяр эргәһендә туҡталғандар. Берәйһе вафат булып ҡалһа, ауылға алып ҡайтмағандар, йәйләү урынында ерләгәндәр. Шул осорҙоң тарихи шаһиты булып Ҡараяр эргәһендәге ҡәбер урындарының соҡорҙары һаҡлана. Ҡушйылға башында бөгөнгө көндә “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының умартасылығы бар.

Сүбәк күпере үҙгәртергә

Оло Майған менән Кесе Майған уя менән айырыла. Ауылға ингән генә ерҙә Кесе Майған итәге аҫтында Һарыла аша Сүбәк күпере ята. Элек күперҙе ағастан төҙөгәндәр. Өҫтөнә һалған aғac араһы бик эре булып мал тояғы төшкән. Шyғa күрә кешеләр ярыҡ араһына сүбәк тултырғандар. Сүбәк күпере тигән исем шунан ҡалған.

Хәйбулла йылғаһы үҙгәртергә

Ғәҙелгәрәй ауылы зыяратының уң яҡ уяһы буйлап ағып ятҡан йылғаны Сәғитов Хәйбулла бороп ауылға төшөрә, шуға Хәйбулла йылғаһы тип атайҙар.

Тәтегәс ҡаран яланы, шишмәһе һәм шарлауығы үҙгәртергә

Тәтегәс – башҡорт халҡы араһында киң билдәле шәхестәрҙең береһе. Ауылдан көньяҡта урынлашҡан Шүлгән мәмерйәһе өҫтөндәге ҙур яландар теҙмәһен Тәтегәс ҡараны тип атап йөрөтәләр. Борон заманда Ағиҙелдең яр буйында Тәтегәс ауылы ла булған. Был яланда, әйтеүҙәре буйынса, Тәтегәс бейҙең йәйләүе булған. Ялан уртаһында ғына һалҡын һыулы шишмә урғылып сыға. Мал көтөү өсөн бик уңайлы. Яланды борон-борондан Тәтегәс яланы, тип атайҙар, ә шишмәһен Тәтегәс ҡаран, тип йөрөтәләр. Ҡаран йылғаһы көньяҡҡа ҡарай аға һәм Шүлгән-Таш мәмерйәһе эргәһендә тарлауыҡ буйлап ағып, шунда Тәтегәс ҡаран шарлауығын барлыҡҡа килтерә.

Яландар, туғайҙар, сабынлыҡтар, йәйләүҙәр үҙгәртергә

Балатуғай (Балатуҡай) үҙгәртергә

Ырғыҙлы ауылы яғына барғанда Күлйорт тауын менеп еткәс, оҙон ғына тay төшөргә тура килә. Уны төшөп етткәс, ҙур булмаған ялан ята. Яландың уртаһынан ҙур булмаған шишмә аға, күп тә бармай ул карст бушлығына инеп юғала. Ошо шишмә буйында ҙур булмаған туғайы ла бар, йәғни бала туғай. Һуңғараҡ шишмәһен Бала туғай шишмәһе, тауын Бала туғай тауы тип атайҙар. Ваҡыт үтеү менән, Бала туғай Балатуҡайға әйләнә.

Тумарлыҡ үҙгәртергә

Был сабынлыҡта уйһыу урында яҙғылыҡ һыу йыйылған һәм унда сәсле дүңгәләк үҫкән. Уның башы тумырылған aғacҡa oҡшaп ултырған. Шунан һуң был ерҙе Тумарлыҡ яланы, тип атай башлағандар.

Ҡыяс туғайы үҙгәртергә

Элекке замандараҡ беҙҙең ауылда Ҡыяс исемле кеше булған. Ул әлеге Постубаева Таңһылыу һәм Сәғитов Миҙхәт ағайҙарҙың өйҙәре араһында йәшәгән. Ул ауылда иң оҫта солоҡ башын осороусы, тип һаналған. Солоҡ башын осорғандан һуң, һыңар аяғына баҫып, ағас башында берҙе әйләнеп сыҡҡан. Ундай солоҡсолар бик һирәк булған. Уның баҡсаһында оҙон ҡолға торған. Ул шунда менеп үҙенең таһыллығын арттырған. Ҡайһы берҙә баш түбән килеп төшкән. Әлеге Ҡыяс туғайында ул бесән сапҡан.

Ғилман туғайы үҙгәртергә

Майғанды үтеп, Шүлгән йылғаһы буйына төшһәң, ике туғай бер-береһенә тоташып тора. Был урында Сәғитов Ғилман бабай бесән сапҡан һәм кәбән һалғанда үлеп ҡалған.

Саҡай сабыны үҙгәртергә

Ҡотан юлынан барған саҡта ҡырын биттәге ҙур ғына ялан. Был ерҙәр Саҡай тигән кешенең сабыны булған. Элегерәк мал йөрөтәләр ине, 1986 йылда был ерҙә “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының контораһы һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн өйҙәр төҙөлә. Бөгөнгө көндә был сабын Ҡурсаулыҡ урамы тип йөрөтөлә.

Яғылбай үҙгәртергә

Был ерҙә Яғылбай исемле кеше бесән сапҡан булған.

Ҡуштуҡмаҡ үҙгәртергә

Ғәҙелгәрәйҙән төньяк-көнбайышта, бер саҡрым самаһы алыҫлыҡта, Ҡуштуҡмаҡ яланы бар. Был мәҡсүттәрҙең йәйләү урыны була. Ошо тирәлә солоҡтар күп була һәм йыл һайын ҡорт ҡунып торған солоҡ ағасына өҫтәп тағы ла бер умарта юналар. Икеһен дә айыуҙан һаҡлау өсөн туҡмаҡтар эләләр. Шуға бәйле был ялан Ҡуштуҡмаҡ тип атала.

Райман мороно үҙгәртергә

Шүлгән йылғаһының һул яҡ ярында, Тумарлыҡ сабынлығының ҡаршыһында, бик матур киң ялан бар. Был яланды Райман исеме менән йөрөткәндәр, сөнки элек был ерҙә Райман исемле кеше бесән сапҡан. Әлеге ваҡытта уны Райман мороно тип атайҙар.

Ҡолоҡ үҙгәртергә

Ҡолоҡ – Ғәҙелгәрәйҙән 5 саҡрым алыҫлыҡта төньяҡта урынлашҡан ялан һәм урман исеме. Ҡотандар Ғәҙелгәрәйгә күсеп килгәндә, улар араһында Ҡолоҡ Изгин да була. Халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса, 1816 йылда уға 41 йәш була һәм 1824 йылда вафат булыуы теркәлгән. Уның исеме менән аталып йөрөтөлгән сабынлыҡ ҡасандыр уныҡы булған. Хәҙерге көндә был урынды Хафизов Айрат сабынлыҡ итеп файҙалана. Сабынлыҡ эргәһендә һалҡын һыулы шишмәһе лә бар.

Аптал үлгән үҙгәртергә

Этаҫҡан тауын төшөү менән уң яҡта ялан ята. Уны һәм эргәһендәге сабынлыҡтарҙы Аптал үлгән тип йөрөтәләр. Килеп сығыу тарихын белмәйҙәр.

Бикйән сатлығы. үҙгәртергә

Аптал үлгән яланы бөтөп, Ташөйгә киткән юл сатлығында ҙур ғына ялан ята. Уны Бикйән сатлығы тип йөрөтәләр. Был тирәлә ауылдың байы Бикйән ҡарттың сабынлыҡтары булған. Ғөмүмән, бик күп ер-һыу атамалары сабынлыҡтар менән бәйле. Кем сапһа, ергә шуның исемен биргәндәр.

Насрый сабыны үҙгәртергә

Ауылдан көньяҡта Күлйорт тауының уң яғында урынлашҡан. Элекке ваҡытта унда Насретдин Сәғитов бесән сапҡан. Һуңынан Насретдин исемен ҡыҫҡартып Насырый сабыны, тип атап йөрөтә башлағандар. Насретдин Сәғитов – үрәтник Мөхәмәтшәрифтең малайы булған.

Ҡартүлгән үҙгәртергә

Транса йорттан үрҙәрәк, Күжә йылғаһының яр буйында, Ҡартүлгән яланы бар. Был урында революцияға тиклем 17 йорттан торған ауыл булған. Был ауыл кешеләрен Дьяков исемле урыҫ кешеһе яллап, aғac ҡырҡтырған һәм Күжәнән ағыҙҙырған. Ауыл 1924 йылдар тирәһендә тарҡалып бөткән, кешеләре Ғәҙелгәрәйгә күсеп килгән. Хәҙерге көндә был ялан “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы биләмәһендә ята.

Ҡамшаҡлы үҙгәртергә

Ғәҙелгәрәй ауылынан төньяҡҡа ҡарай ун бер саҡрым алыҫлыҡта Ҡамшаҡлы яланы урынлашҡан. Ялан һаҙматлыраҡ, ер өҫтөндә мүкләнгән урындары ла күп кенә. Шуғa күрә бында ҡамышҡа oҡшаш үләндәр өҫтөнлөк итә һәм шуға ла был урын Ҡамшаҡлы тип, ә ялан эргәһенән аҡҡан йылға Ҡамшаҡлы йылғаһы, тип атала. Ҡамшаҡлы йылғаһының Күжәгә ҡойған урыны Ҡамшаҡлы тамағы, тип йөрөтөлә.

Сыбайялан үҙгәртергә

Бына нисәмә йылдар инде Һыбай ҡашҡамы, әллә Сыбай ҡашҡамы, тигән бәхәс алып баралар. Минең уйлауымса, һуңғы варианты дөрөҫ булырға тейеш. Ғәҙелгәрәй ауылынан төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә, дүрт саҡрым алыҫлыҡта, Сыбай ялан тигән ер бар. Башҡорттарҙа "сыбай" һүҙе менән маңлайынан эйәк аҫтына тиклем аҡ ҡашҡаһы булған атты атағандар. Ошо яланды сыбай ҡашҡа төйәк иткән булған. Ошоға бәйле уны Сыбай ялан, тип атағандар. Шулай уҡ Сыба ялан, үлән сырмалып, сыбалып (диалект), төрлөсә үҫкәндән шундай исем алған, тигән фараз бар. Һәм тағы ла бер вариантты күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: формаһы буйынса был ялан сыбай aт ҡашҡаһын хәтерләтә. Бәлки, уның исеме ошонан аталғандыр ҙа.

Ҡыҙүлгән яланы үҙгәртергә

Уя эсенән сылтырап килеп сығып, үҙәндең бейек үләне араһынан, сысҡан эҙәрләгән бесәй кеүек, шым ғына ағып Ҡыҙүлгән йылғаһы Күжәгә ҡушыла. Уя буйлап өҫкә күтәрелһәң, Ҡыҙүлгән яланы йәйрәп ята. Унда совхоз өсөн бесән саптылар. Ялан ситендә шәм кеүек төҙ, оҙон ҡарағайҙар үҫә ине. Хәҙер ҡиммәтле ағастар юҡ, алып бөткәндәр.

Граждандар һуғышы осоронда беҙҙең тирәнән дә аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышып үткән. Ауылдарҙы талағандар, халҡын язалағандар, ҡатын-ҡыҙҙы көсләгәндәр. Шулай бер ваҡыт, һуғыш яҡынайғас, ауыл халҡы ошо тирәләге бер мәмерйәгә еткән ҡыҙҙарын йәшергән. Беҙҙә эреле-ваҡлы мәмерйәләр, таш ҡыуыштары, ер уйылған соҡорҙар аҙым һайын. Ауыр заманалар булғас, сәбәбе лә булғандыр, ҡыҙҙарҙың береһе үлгән. Ошо тирәлә ерләнгән. Шул ваҡиғалар шаңдауы булып исеме генә ҡалған.

Ҡартүлгән ер үҙгәртергә

Әүәлерәк был яландың атамаһын оло быуын кешеләре Ҡарт үлгән ер, тип һөйләйҙәр ине. Аҙаҡ ҡыҫҡарып Ҡартүлгән булып киткән. Ошо тирәлә яҙғы ташҡында һыуға батыпмы, әллә башҡа төр сәбәп менәнме, бер ҡарт үлгән һәм был ер Ҡартүлгән, тип йөрөтөлә башлаған.

Йәйләүҙәр үҙгәртергә

Сабынлыҡтар күп был яҡтарҙа. Ҡышын мал аҫырау өсөн утар төҙөлә. Аҙаҡ ун-ун ике өйлө ауылға әүерелә. Ауыл булырлыҡ шул: иҫ киткес хозур тәбиғәтле урын. Ҡуйы әрәмәлек эсендә Күжә аға, эргәһенән юл үтә. Юлсыға үтеп китергә урын бирәйем, тигән кеүек, ҡаршы тау, ҙур бөгөл яһап, артҡа сигенә, елле генә туғай яһай. Йылға аръяғында һалдат кеүек баҫҡан төҙ ҡарағайҙар күккә олғашып баҫып тора. Бирге яҡта бөҙрә сәсле зифа ҡайындар, хәтфә кеүек ялан ситендә, тыйнаҡ ҡыҙҙар һымаҡ оялып, ситтән генә үткенселәргә ҡарап ҡала.

Күлйорт, Туңйорт һәм Cayҡaйopт үҙгәртергә

Ғәҙелгәрәй ауылынан көньяҡҡа ҡарай ике йәйләү урыны булған. Уларҙың береһен – Күлйорт, икенсеһен – Туңйорт, тип йөрөткәндәр. Ҡайҙан ул ерҙәр бындай атама алғандарҙыр, берәү ҙә белмәй. Бары тик фараздар ғына бар.

Башҡорттарҙың төп шөғөлө малсылыҡ булған. Шул сәбәпле улар ер ҡарҙан әрселә башлау менән, малдарын йәйләүгә ҡыуғандар. Беренсе йәйләү урыны булып Күлйорт торған. Өлкән быуын кешеләренең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалғанда, шул йәйләү урынында күл булған. Тик оҙайлы йылдар дауамында уның һыуы, карст процестарына бәйле, ер аҫты бушлыҡтарына китеп бөткән. Күл урынында соҡор ғына тороп ҡалған. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, был ер үҙенең матур атамаһын – Күлйорт исемен юғалтмаған.

Икенсе йәйләү урыны – Туңйорт. Ул ер ауылдан ни бары ике саҡрым алыҫлыҡта ғына ята. Был урынға көҙгә табаныраҡ күсеп килгәндәр һәм шунда аҡҡан шишмә туңғансы көн иткәндәр. Ошоғa бәйләп тә инде йәйләү урынын Туңйорт тип атағандар.

Трансайорт үҙгәртергә

Ҡушйылға тамағынан өҫтәрәк урынлашҡан ялан Трансайорт тип атала. Йәйләү ваҡытында бурама аласыҡ эшләп, башын транса менән япҡандар. Шуға бәйле был урын ошо исем менән аталған.

Баҙ мороно үҙгәртергә

Башҡорттар малсылыҡтан тыш, арҡан ишеү, батман яһау һәм дегет ҡайнатыу менән дә шөғөлләнгәндәр. Дегет ҡайнатыу өсөн баҙ ҡаҙғандар һәм һыҙырылған ҡайын туҙын кәлепләп һалып яндырғандар. Заманында ошо ерҙә баҙ ҡаҙып, дегет ҡайнатыуҙан һуң “Баҙ мороно” тигән исем берегеп ҡалған.

Мәмерйәләр үҙгәртергә

Шүлгән мәмерйәһе үҙгәртергә

Ул өс ҡатлы ер аҫты ҡыуышлығынан тора, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 3 саҡрымдан ашыу. Һәр ерҙә, хатта аяҡ аҫтарында ла, таш майы ята. Бейек түшәм ярыҡтарынан һыу ағып тора, улар йыйылған урында сталактиттар барлыҡҡа килгән. Кальций йыйылмаһы менән ҡапланған стеналарҙа ҡырағай ат, мамонт һүрәттәре төшөрөлгән. Улар палеолит (таш быуат) осорона ҡарай.

Таш мәмерйә үҙгәртергә

Ғәҙелгәрәй ауылы эргәһендә бик күп мәмерйәләр бар. Уларҙың һәр береһенең үҙенә бәйле атамаһы һәм легендаһы бар. Ауыл эргәһендәге иң ҙур мәмерйә – Шүлгән-Таш мәмерйәһе. Уны элек халыҡ Ташөй тип йөрөткән, ә бәләкәйҙәрен мәмерйә тигәндәр. Шуларҙың береһе – Таш мәмерйә. Ул ауылдан көнсығышта 3 саҡрым алыҫлыҡта ята. Уның өс яғындағы яландарҙы Таш мәмерйә һырты, ә үҙәк эсендәге яландарҙы Таш мәмерйә буйы, тип атайҙар.

Ташөй үҙгәртергә

Йылҡысыҡҡан күленән һуң юл буйлап китһәң, Һорнай тауына етәһең. Ошо текә генә тауҙы менеп түбән төшһәң, Ағиҙел буйына килеп сығаһың. Иҙел буйлап 2 саҡрым түбән төшһәң, яр буйы ҡуйы урман, әрәмәлек менән ҡапланған, ә артында текә ҡаялы һырт һуҙылған ергә барып сығаһың. Ошо һырт ҡап ypтaғa бүленгән ерҙә Ташөй урынлашҡан. Уны белмәгән кеше таба алырлыҡ түгел: шул тиклем ҙур мәмерйә барлығын башҡа ла килтермәйһең. Текә ике ҡая араһының һул яғынан Ташөйҙөң ауыҙынан Шүлгән йылғаһы ағып сыға. Был йылға байтаҡ саҡрымдар ер аҫтынан аға. Элекке замандарҙа ерле халыҡ дошмандан ошонда йәшенеп йәшәгән, һәм уларҙы берәү ҙә таба алмаған. Юҡҡа ғына халыҡ уны Ташөй, тип атамай бит.

Аҡбулат мәмерйәһе үҙгәртергә

Ағиҙел йылғаһының эзбиз ташлы ярҙарында бәләкәй мәмерйәләр бик күп. Яңы Аҡбулат ауылының көнсығыш өлөшөндәге тay битләүендә бер мәмерйә бар. Ул – Аҡбулат мәмерйәһе. Был мәмерйәнең эсе әкиәттәгеләй матур һәм кеше һоҡландырғыс булғас, уны "Әкиәт" мәмерйәһе, тип тә йөрөтәләр.

Бабсаҡ бей ҡорғаны үҙгәртергә

Бөрйән ырыуы башлығы – Ҡарағөлөмбәт бей, ә ҡыпсаҡтарҙыҡы Бабсаҡ бей булған. Бөтөн ырыуҙар башлығы булып Мәсем хан торған.

Бер ваҡыт Мәсем хандың малдарын арыҫлан күпләп ҡыра икән. Йыртҡысты үлтерер өсөн хан батырҙар саҡыра. Тирә-яҡтан батырҙар йыйыла һәм януарҙы эҙләп сығып китәләр. Ҡарағөлөмбәт арыҫланды тaп итә һәм үлтерә. Ике ҡолағын да киҫеп ала ла Мәсем ханға китә. Бабсаҡ бей ҙә йөрөй торғас, үлгән арыҫланды таба, үҙенә үлтерергә тура килмәгән өсөн бик намыҫлана һәм башын ҡырҡып ала. Икеһе лә ханға килә. Береһендә – ҡолаҡ, икенсеһендә – баш. Арыҫланды кем беренсе үлтергән, тигән бәхәс тыуа. Ике аралағы бәхәсте сисеү өсөн бер ырыуҙың батырын Аҡбулат зыяраты урынлашҡан тay башына, икенсеһен Ямашлы йылғаһы аръяғындағы тауҙың битләүенә баҫтыралар. Улар бер-береһенә ҡаршы бер тапҡыр уҡ атырға тейеш булалар: кем хаҡ – шул тере ҡала. Батырҙар бер үк ваҡытта бер-береһенә тоҫҡап атып та ебәрәләр. Ҡарағөлөмбәт Бабсаҡ бейҙе үлтергәнсе ата: бик мәргән уҡсы була ул. Бабсаҡтыҡы теймәй. Боронғо йола буйынса һәләк булған кеше ҡаны ҡойолған ерҙә ерләнергә тейеш була. Ләкин бөрйәндәр, эше харам, һүҙе хаҡ булмаған ҡыпсаҡ бейен күмергә ер бирмәйҙәр. Бабсаҡтың ырыуҙаштары аттар, дөйәләр (ул ваҡытта башҡорттар дөйә лә көткәндәр) менән үҙ яғынан ер ташып, ҙур ҡорған өйәләр.

Ул ҡорған әле лә бар. Совет власы осоронда археологтар ҡорғанды ҡаҙалар. Хатта үҙҙәре лә ҡаҙмай, кеше яллап ҡаҙҙырталар. Ләкин кеше һөйәгенән башҡа бер нәмә лә тапмайҙар. Бей һынлы бей булғас, уны ҡәҙерләп, йола буйынса бөтөн әйберҙәрен, байлыҡтарын һалып күмгәндәрҙер. Ләкин ҡорған урта быуаттарҙа уҡ таланған була. Археологтар белемле кешеләр булһалар ҙа, хаслыҡ ҡылалар: ҡәберҙе аҡтарыу етмәгән, хатта кире күмеп тә китмәйҙәр. Ҡорған уртағa бүленгән көйө ҡала. Тапҡан һөйәктәргә анализ яһап, был кешенең 18 йәштәр тирәһендәге иp затынан булыуын билдәләйҙәр. Боронғо йола буйынсалыр инде, Бабсаҡты үлтергәс, уның ҡатынын Ҡарағөлөмбәт ала. Ҡатын ғоманлы була. Улы тыуып, үҫеп, иp еткәс атаһы ҡонон ҡайтара башлай. Үс алыу ваҡиғалары “Башҡорт халыҡ ижадында” тасуирланған. Тик, бөтөн ырыуҙы ҡырып бөтөрөп, бер йән ҡалып, шунан үрсеп киткән ырыуға берйән – бөрйән исеме бирелгән, тигән һүҙ хәҡиҡәткә тап килмәй. Бурджан – бөрйән тигән халыҡ тураһында ғалимдар байтаҡ мәғлүмәттәр асты, улар матбуғатта баҫылдылар.

Ике ырыу араһында ҡон ҡайтарыу оҙаҡ быуындар дауам итә. Бабсаҡ бей өсөн үс алып йөрөүсе улы Күсәк бейҙе лә һағалап үлтерәләр. Үсләшеү оҙаҡ дауам итеп, халыҡты бик йонсота. Шуға күрә ике ырыуҙың да старшиналары, йорт башлыҡтары йыйылып, 1784 йылда тыныслыҡ солохо төҙөйҙәр. (Йомағужин Миннәхмәт Ғылмитдин улы һәм Айсығолов Рауил Тимерйән улы йыйған материалдарҙан)

Ағастарҙа – кеше яҙмышы үҙгәртергә

Был юлдарҙы яҙырҙан алда бик күп уйланып йөрөргә мәжбүр булдым. Күп тигәнем, 5-6 йыл самаһы булалыр. Ошо осор эсендә урамдағы өй алдарында һәм ауыл эргәһендә исемдәре һаҡланып ҡалған ағастар һәм ер-һыу атамаларының килеп сығышы менән ҡыҙыҡһынып, күп кенә ауылдаштар менән аралашып, уларҙың тарихын һәм мәғәнәһен асыҡларға тырыштым. Түбәндә бәйән ителәсәк яҙма ауыл эсендә һәм эргәһендә үҫеп ултырған ағастар тураһында булыр.

Беҙгә улар бала саҡтан таныш, шуғамы, уларға әллә ни иғтибар ҙа итмәгәнбеҙ икән. Ләкин төптәнерәк уйлап, фәлсәфәүи фекер йөрөтһәң, кеше ғүмере лә ағастарҙыҡына оҡшаш кеүек. Ҡайһы берҙәре һин дә мин, ел-дауылдарға бирешмәй үҫеүен дауам итә; ҡайһыларын йәшен атҡан, әммә бирешмәгән; ҡайһылары ҡороған, ләкин һаман аумай ултыра бирә; ярты билдән һынған йә тамырынан ҡутарылып гөрһөлдәп ергә ауған, йә кеше йығып киткән ағастар ҙа бар.

Беҙҙең ауыл ҡатнаш урман менән киң япраҡлы урман зонаһы алмашынған ерҙә урынлашҡан. Ауылдан көнсығышта ҡатнаш урман өҫтөнлөк алһа, Аҡҡашҡа тауының көнсығыш битләүенән көнбайышҡа табан киң япраҡлы урман зонаһы башлана. Ауыл тирәләй 15 төргә яҡын ағас үҫһә лә, ауылдаштар ни өсөн ҡарағай һәм шыршыға өҫтөнлөк биргәндәрҙер, әйтеүе ҡыйын.

Халыҡ хәтере – мәңгелек, кеше хәтере – самалыраҡ. Кеше күп нәмәләрҙе оноторға, иҫендә тотмаҫҡа мөмкин. Ләкин халыҡ бергә йыйылып, иҫләгән ваҡиғаларын бергә төйнәһә, халыҡ хәтере барлыҡҡа килә. Түбәндәге яҙмалар шул халыҡ хәтеренә нигеҙләнеп тасиурлана.

Дәүләткирәй ҡарағайы үҙгәртергә

Шүлгән урамында Рәмзиә Әхмәтованың баҡсаһында йөҙ йәштән үткән ҡарағай ултыра. Ҡарамаҡҡа ябай ағас инде, ләкин ауылдың күргән-кисергәндәрен, унда йәшәгән кешеләрҙең барыһын да хәтерләй; ауылда барған тормошто шым ғына күҙәтә һәм йылдар балдағына төйнәй бара һымаҡ. Электән был ҡарағайҙы Дәүләткирәй ҡарағайы тип йөрөттөләр, әммә һуңғы ваҡытта был исем онотолоп бара. Ниҙәр күреп, нимәләр кисерҙе икән был ағасты ултыртыусы Дәүләткирәй олатай?..

Хәлиуллин Дәүләткирәй Бәҙретдин улы – ауылға нигеҙ һалыусы Ғәҙелгәрәй Тимербаевтың бишенсе быуыны, 1893 йылда хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Бала саҡ, йәшлек осоро ошо ауылда үтә. 1914 йылда Беренсе Бөтә донъя һуғышы башланғас, 21 йәшендә батша армияһына алына. Бер йыл һуғышта йөрөгәс, 1915 йылда немецтарға әсирлеккә эләгә. Һорау алырға саҡырғанда фуражкаһы ишек башына эләгеп башынан төшә һәм эсенән кейеп йөрөгән түбәтәйе менән комиссия алдына килеп баҫа. Уның мосолман кешеһе икәнлеген белеп, немец баронына ат ҡараусы итеп бирәләр. Ат йәнле, ҡара эшкә әрһеҙ Дәүләткирәйҙе немецтар йылы ҡабул итәләр: яҡшы ашаталар, кейендерәләр. Һуңғараҡ немкаға өйләндерергә лә тырышып ҡарайҙар. Өс йыл әсирлектә йөрөү дәүерендә немец телендә һөйләшергә өйрәнә, уларҙың мәҙәниәтен һеңдерә. 1918 йылда Германиянан тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Граждандар һуғышы, 1921 йылғы аслыҡ осоронда юлбаҫарҙарға ҡаршы отрядта һуғыша. 1923 йылда Ҡотан ауылы ҡыҙы Менәүәрә өләсәйгә өйләнә. Ауылда колхоздар ойошторола башлағас, ҡустыһы Сәлимгәрәй менән тәүгеләрҙән булып колхозға инәләр.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уны хеҙмәткә алалар. Өфөлә комиссия үткәс, Стәрлегә трудармияға оҙаталар. Заводта эшләп йөрөгәнендә уны Министрҙар Советында эшләп йөрөүсе Уразбаев күреп ҡала. Уразбаев заманында Бөрйәндә леспромхоз директоры булып эшләй һәм үтешләй Дәүләткирәй олатайҙарға фатирға төшөп йөрөгән була. “Һин – урман кешеһе, тимер-томор араһында йөрөгәнсе, районыңа ҡайт, унда ла эш етерлек”, – тип районға ҡайтара. Дәүләткирәй олатай Һөйөш менән Ырғыҙлы араһында Ҡорҡырауыҡ тигән урында ағас ҡырҡыуҙа йөрөй.

Һуғыштан һуң ауылда барлығы 12 ғаилә ҡала. Ситкә киткән ауылдаштарҙы ҡайтырға димләп, күптәренә ярҙам итеп, ауылды тергеҙеүгә тос өлөш индерә Дәүләткирәй ҡарт. Антон битләүенә баҙ ҡаҙып, дегет ҡайнатыу эшенә тотоналар. Дегет өсөн ағас мискәләрҙе үҙе эшләй. Эш араһында ауыл халҡына күнәсек, тырыз, батман, тырма һәм башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтары ла эшләп бирә.

Урманға барғанда балтаһы һәр саҡ билендә була. Юлдағы йығылған ағастарҙы таҙартыу, юлаусыларға ҡамасаулаған сыбыҡ-сатырҙы киҫеү, йылғалар, шишмәләр аша баҫма, күперҙәр һалыуҙы күңел ҡушыуы буйынса башҡара. Ауылдағы Һарыла шишмәһенә улаҡтар эшләп һалыу, уны яңыртыу, һыу алышын тәртиптә тотоуҙы ла үҙенең бурысы һанап, күңел биреп эшләй.

Беҙ бала саҡта Һарыла йылғаһында ике улаҡ булды. Аҫтағы улаҡта кер сайҡанылар, эсәк йыуҙылар, мал эсерҙеләр. Өҫтәге улаҡҡа тик эсер өсөн генә һыуға йөрөнөләр. Быларҙың барыһын да Дәүләткирәй олатай контролдә тотто, ябайлаштырып әйткәндә, халыҡты немец мәҙәниәтенә өйрәтте. 1950 йылдарҙа Баййегетов Хәйбулла бабай менән парник ҡороп сана эшләүҙе юлға һалдылар. Ул парник 1990 йылдарға тиклем хеҙмәт итте.

Беҙ иҫ белгәндә олатайға 65 йәш ине. Пенсия йәшендә булһа ла, почта ташыны. Уның өсөн махсус ике тәгәрмәсле, рессорлы арба эшләп алғайны. Эшләгән арба-саналары еңел, ҡулланыуға уңайлы булды. Балаларҙы яратты, кеҫәһендә һәр саҡ ирис кәнфите булыр ине. Ауыл халҡына ла һәр саҡ ғәҙел булды. Көҙ еткәс, ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы эйәртеп Аҡҡашҡа тауына баланға алып барып ҡайтыуы, фашистар концлагерын үтеп, иҫән-һау ауылға ҡайтҡан Ишморатов Әпҡәҙир бабай менән ултыртҡан ҡарағайы төбөндә икәүләп мәрәкәләшеп немецса һөйләшеп ултырыуҙары бала саҡтың яҡты хәтирәләре булып иҫтә ҡалған. Дәүләткирәй олатай 1967 йылдың ноябрендә 74 йәшендә донъя ҡуйҙы. Уның баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә ярты быуат ваҡыт үтте. Ошо осорҙа ауыл яҡынса өс тапҡырға ҙурайҙы, халыҡ һаны ла, малдар һаны ла артты. Тәбиғәткә баҫым йылдың-йылы көсәйә, йылғалар, урмандар, яландар көнкүреш ҡалдыҡтары менән бысрана. Дәүләткирәй ҡарағайының йылдар балдағына ҡоротоусылар түгел, ҡотҡарыусылар, һаҡлаусылар булып яҙылһаҡ ине...

Ялалетдин ҡарағайҙары үҙгәртергә

Ауылдың халыҡ телендә “Махнедаем” тип йөрөтөлгән, рәсми рәүештә Таулы тип теркәлгән урамының түбәһендә – Ғәлина Миңнурый еңгәйҙең баҡсаһында – 3 төп ҡарағай үҫеп ултыра. Заманында бер төп шыршыһы ла бар ине, уныһы ҡороған. Ололар һөйләүе буйынса, был урын Сафин Ялалетдиндың ултырышы булған. Ҡарағай һәм шыршы ағастарын да ул ултыртҡандыр.

Сафин Ялал Ғәҙелгәрәй ауылында Сафа Тимербулат улының ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Заманына күрә уҡымышлы була. Ырымбурҙа сик хеҙмәтен үтәй. Отпускыға ҡайтҡан ваҡытта донъя нығыта, Хәжәр исемле ҡыҙға өйләнеп донъя ҡора. Уларҙың ғаиләһендә өс ир бала: Ғәбделбарый 1918 йылда, Мөхәмәтзәки 1921 йылда, Абдулхай 1924 йылда тыуа. Ғаилә хәлле генә йәшәй. Ялал ҡарт балаларын уҡытырға тырыша. Ауылдарҙа колхозлашыу осоро башланғас, колхозға инә.

Тәүге репрессиялар тулҡынынан һуң 1937 йылда икенсеһе башлана. Ошо йылда Рәсәй Юғары Советына һайлауҙар үткәрелә. Кандидаттар итеп Исакова, Гинзбург, Ежовтар билдәләнә, һәм ауылға агитаторҙар килеп уларҙы һайларға өгөтләй. Ғәҙелгәрәй ауылында ла ошондай йыйылыш үткәрелә. Йыйылыш барышында агитатор кандидаттарҙың фамилияларын онотмаҫҡа, һайлау көнөндә тик уларға тауыш бирергә өндәгәс, теле тик тормаған Ялал ҡарт: “Ярай, онотһаҡ, эсәк йыуа (Исакова) тигәнен һайларбыҙ”, – тип ысҡындыра. Уның эргәһендә торған Сәғитов Хәйбулла ла уның һүҙен йөпләп: “Гинзбург – халыҡ дошманы”, – тип бер-ике һүҙ ҡыҫтыра. “Кандидаттың фамилияһынан көлөп мыҫҡыл иттеләр, халыҡ дошманы тип атанылар”, – тип уларҙы эҙәрлекләү башлана. Ялал ҡартҡа өйөндә мылтыҡ йәшереп тота, тип нахаҡ яла яғалар һәм ҡоралды таптыра башлайҙар. Эштең ҡайһы яҡҡа йүнәлеш алғанын һиҙемләгән ҡарт: “Мылтыҡ өйҙә юҡ, урманда йәшерелгән”, – ти. Милиционерҙарҙы эйәртеп, Ташкеләт яғына сығып, Шүлгән башынан әйләнеп ҡайталар, ҡоралды тапмайҙар. Ҡайтҡас: “Миндә мылтыҡ булманы ла, юҡ та. Мылтыҡ эҙләү һылтауы менән мин ер-һыуым менән хушлаштым. Алып китһәгеҙ ҙә ризамын”, – ти. Ошо китеүҙән Сафин Ялал да, Сәғитов Хәйбулла ла ғәйеп булалар. 1955 йылдар тирәһендә улдарына һәм ҡатынына уның үлеме тураһында хәбәр итәләр. Һуңғараҡ билдәле булыуынса, ул Мәләүез һәм Салауат ҡалалары төҙөүҙә ҡатнашҡан, шунда вафат булған.

Өс улы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Барый Украинала 1942 йылда һәләк була. Мөхәмәтзәки һәм Абдулхай һуғыштан иҫән-һау ҡайтып районда йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр. Яҙмыш ҡушыуымы, әллә бүтән сәбәптәнме, уларҙың һуңғы төйәктәре ауылда түгел. Ҡатыны Хәжәр еңгәй, Мөхәмәтзәки Иҫке Собханғолда, Абдулхай Брәтәк ауылында ерләнгән.

Ялалетдин ҡарт ултыртҡан ҡарағайҙар уның ҡарағайҙай өс улын, үҙен һәм ҡатынын хәтерләтеп, һаман да үҫеүҙәрен дауам итәләр. “Ауылдаштар! Бергә йыйылғанда беҙҙе лә онотмағыҙ, иҫләгеҙ,” – тип әкрен генә шыбырлайҙар төҫлө…

Шәкир ҡарағайы үҙгәртергә

Ауыл зыяратын үтеп, Ҡотан яғына киткән юлдың һул яғында солоҡло ҡарағай ултыра торғайны. Туҡһанынсы йылдар аҙағында был солоҡ ағасы тамырынан ҡубарылып ҡоланы. Беҙ бала саҡта уны “Шәкир ҡарағайы” тип йөрөттөләр. Еләк йыйһаҡ: “Шәкир ҡарағайы эргәһендә йыйҙыҡ”, һыйыр ҡыуһаҡ “Шәкир ҡарағайын үткәрҙек”, – тип телгә ала инек.

Сәғитов Шәкир Уйылдан улы Ғәҙелгәрәй ауылында тыуа. Хәлле генә йәшәй: мал тота, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Грамоталы була, Өфөлә уҡып ҡайтып, банкта бухгалтер булып эшләй. Уның яҙмышы тураһында 2002 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына килгән һеңлеһе Хафизова Хәҙисә инәй бәйән итте. “1931 йыл. Ҡушйылға тамағында йәйләүҙә ятабыҙ. Колхоз балалар өсөн детсад ойошторҙо, уның мөдире Хәлиуллин Дәүләткирәй ағай булды. Әсмә менән Фәтиханы детсадҡа алманылар, йәнәһе лә, заведующий үҙенең туғандарын йыйырға тейеш түгел, тинеләр. Шәкир ағайымдың ҡатыны Ҡанифа еңгәмдең һәм уның ҡустыһы Мөжәүир ағайымдың колхозға кереп эшләп йөрөгән саҡтары ине. Июлдең бер көнөндә Мөжәүир ағай менән Хәйрулла ағасҡа тағылған әүһелдәйҙә эйергә киттеләр. Күп тә тормай ауылдан ике милиционер килде һәм Мөжәүир ағайымды саҡырырға ҡушты. Ағайым килгәс тә уны ҡулға алдылар һәм алып киттеләр. Ҡанифа еңгә менән биш ҡыҙ: Фатима, Фатиха, Әсмә, Хөснә һәм мин – икенсе көнө ауылға ҡайттыҡ. Ауылға ҡайтҡас, өйгә индереп, йорт-йыһаздарҙы бүлделәр. Арыу әйберҙәрҙе бер яҡҡа, насарыраҡтарын икенсе яҡҡа өйҙөләр. Яҡшы әйберҙәрҙе колхоз файҙаһына тип алып сығып киттеләр. Өй, ике һыйыр, ат колхоз милкенә әйләнде. Был ваҡытта Шәкир ағайым Бөрйәндә Госбанкта бухгалтер булып эшләй ине, уны Бөрйәндә ҡулға алғандар.

Аҙаҡ ишеттек: ауылдан өс ғаиләне кулак яһап, Себергә һөргөнгә ҡыуырға тигән фарман булған. Шулай итеп беҙҙең ғаилә: Сәғитов Шәкир Уйылдан улы, ҡатыны Ҡанифа, ҡыҙҙары Әсмә, Хөснә һәм уның тәрбиәһендә булған ҡустыһы Мөжәүир, һеңлеләре Хәҙисә (мин), Фатима, Фатиха; Бикйәнов Шаһисолтан ҡатыны менән, Бикйәнов Шәүһәли ҡатыны Кәримә, улы Зәки менән (ҡыҙы Мәстүхәне ҡалдырҙылар) һөргөнгә ебәрелде. Беҙҙе ауылдан арба егеп Сафин Шәрәфулла, Сәғитов Ғилман бабайҙар Иҫке Собханғолға алып барҙылар. Икенсе ауылдарҙан да байтаҡ ҡына кешеләр йыйылды. Ошо уҡ бабайҙар тотҡондарҙы Әбйәлил Асҡарына тиклем ат менән алып барҙы. Унда сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратылған территорияға индерҙеләр. Бында беҙ Тарыуал, Әтек һәм башҡа ауылдарҙан килтерелгән кешеләрҙе тап иттек. Шәкир һәм Мөжәүир ағайымдарҙы беҙҙән алда алып килгәндәр ине. Ҡулға алынғандан һуң беҙҙең ғаилә ағзалары Асҡарҙа тәүгә осраштыҡ. Иртәгәһенә тракторға тейәп, Мәғнит ҡалаһына алып киттеләр. Барғас, товарный вагондарға тейәнеләр, һәр ғаиләгә ярты тоҡ сухари, һыу бирҙеләр.

Прокопҡа етмәҫ элгәре Киселевская станцияһында төшөрҙөләр ҙә аттар менән бер урыҫ ауылына алып килеп, бер-нисә ғаиләне бер өйгә урынлаштырҙылар. Оло өс кешене совхозға эшкә ебәрҙеләр. Декабрь айында райондан һәм Әбйәлилдән килгән халыҡты Прокопҡа күсерҙеләр. Тәүге эш землянка эшләп инеү булды. Эшкә әрһеҙ Шәкир һәм Мөжәүир ағайҙарым иң тәүгеләрҙән булып землянка төҙөп инделәр. Эшләп өлгөрә алмай өшөп үлеүселәр бик күп булды. Ошо ҡышта беҙҙең иң бәләкәй һеңлебеҙ Хөснә лә үлеп ҡалды. Яҙыу-һыҙыуға оҫта, русса һәйбәт һөйләшкән Шәкир ағайымды 1932 йылдың мартында комендатураға секретарь итеп алдылар, һуңынан магазинда һатыусы булып эшләне. 1933 йылда землянкала йәшәүселәр 27 барак төҙөнөләр һәм шунда күсеп сыҡтылар. 1933 йылда Шәкир ағайымды “Калинин” шахтаһына счетовод итеп эшкә күсерҙеләр, Мөжәүир ағай тайгаға ағас ҡырҡырға китте.

1934-1935 йылдарҙа икеһен дә шахтаға эшкә ебәрҙеләр. Шәкир ағайым бында ла һынатманы, горный мастер булып эшләне. Мөжәүир ағайым күмер сығарыуҙа алдынғылыҡты бирмәне һәм, алдынғы шахтер булараҡ, 1935 йылда ике этажлы йорттан квартира алды.

1937 йылда Шәкир ағайыма яҡшы эшләгәне өсөн паспорт бирелде һәм февраль айында Бөрйәнгә отпускыға ҡайта. Ауылда туғандар менән күрешеп, уларға үҙенең тотҡонлоҡта түгел, иректә йөрөгәнлеге тураһында һөйләй. Быны ишеткән Сәғитов Ғилман бабай уны күсеп ҡайтырға саҡыра. Шәкир ағайым Иҫке Собханғолға бара, яңынан банкка эшкә урынлаша һәм ғаиләһенә ҡайтырға сығырға ҡушып телеграмма һуға. Мөжәүир ағайым был ваҡытта өйләнеп, үҙаллы тормош көтә ине. Шәкир ағайымдың ҡушыуы буйынса, Мөжәүир ағайымдың ғаиләһе менән мин һәм Фатиха Прокопта ҡалдыҡ, ә Ҡанифа еңгәм Фатима, Әсмә, Себерҙә тыуған Әхәтен алып, Бөрйәнгә ҡайтырға сыға. Улар 1937 йылдың 3 майында юлға сыҡҡайнылар, күп михнәттәр сигеп ике ай үткәс кенә Бөрйәнгә ҡайтып етә алдылар. Себерҙә ағайымдың ике балаһы: Шүлгәндә тыуған Хөснә, Себерҙә тыуған Кузбасс исемле улы үлде һәм шунда ҡалдылар.

Мин Бөрйәнгә 1939 йылда ҡайттым. НКВД-ға барып иҫәпкә торҙом, һуңынан Әтектән справка алдым һәм паспорт алыуға өлгәштем. Райземотделға учетчик булып эшкә индем. 1940 йыл отпуск алып, Прокопҡа туғандарым эргәһенә киттем. Отпуск мәлендә ауырып китеп Прокопта тороп ҡалдым. Һуңынан кейәүгә сыҡтым, иптәшем менән дүрт бала үҫтерҙек. 1977 йылда ғаиләм менән Учалы районы Миндәк ҡасабаһына күсеп ҡайттыҡ, 1985 йылдан Учалы ҡалаһында йәшәйем.

Мөжәүир ағайым ғаиләһе менән 1950 йылдар башында Миндәккә ҡайтты һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шахтала эшләне. Тырыш хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ” ордены менән бүләкләнде. Шулай итеп мал, ҡорт көсө менән йәшәгән Сәғитовтар араһында шахтерҙар династияһы барлыҡҡа килде”, – тип һөйләне Хәҙисә инәй. Кейекбайҙа леспромхоз асылғас Шәкир олатай шунда эшкә төшә. Себер һалҡындары, шахта эше һаулығын ныҡ ҡаҡшата. 1942 йылда Кейекбайҙа вафат була. Һуғыш осоро, ир-ат юҡ кимәлдә, ҡар ҡалын булыу сәбәпле зыяратҡа юл яра алмайҙар. Шуға Үрге Ыҙма яланының тауға үрләгән ерҙәге ҡарағай төбөндә ерләйҙәр. Үҫеп ултырған солоғо ла, үҙенең ҡәбере лә юл эргәһенә тура килә. Киңәйтеп юл эшләгәндә тамырына зыян килеп солоғо ҡолап юҡҡа сыҡһа, ҡәбере лә тупраҡты ситкә һөрөү һөҙөмтәһендә күмелеп ҡала. Кеше яҙмышы ағас яҙмышы менән оҡшаш түгел тимә инде…

Әпҡәҙир ҡарағайы үҙгәртергә

Күптәр Боланатҡан тауының битләүендә яңғыҙ солоҡло ҡарағай ултырыуына иғтибар иткәне барҙыр. Ул ҡарағайҙы беҙ иҫ белгәндә үк Әпҡәҙир ҡарағайы тип йөрөтәләр ине. Ҡарағай әле ҡоромаған, йәшел килеш ултырыуын дауам итә, ләкин солоғо ябырға эшкинмәй. Солоҡ умартаһына үҙәгенән сереп һыу төшкән, йәшен атып, бер ни тиклем янған, ауыр ҡарҙы күтәрә алмай йыуан бер-нисә ботағы һынып төшкән. Хужаһының был донъялыҡты ташлап китеүенә утыҙ йылдан артыҡ ғүмер үтһә лә, солоҡло ҡарағайҙың ғүмере дауам итә. Документтарында күрһәтелгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Ишморатов Әпҡәҙир Вәхит улы 1913 йылдың 5 декабрендә Ғәҙелгәрәйҙә тыуған.

Улы Ишморатов Яҡуп уның тураһында икенсерәк мәғлүмәт бирҙе: “Атайым мәрхүм булып ҡалғас, мосолман йолаһы буйынса өсөн уҡытҡанда Сәғитова Хәтирә өләсәй: “1909 йылда Шүлгәнгә килен булып төшкәндә Әпҡәҙир имгәкләп йөрөй ине. Ул бер нисек тә 1913 йылғы түгел”, – тип һөйләгәйне. Архив документтарынан алынған мәғлүмәттәрҙә 1910 йылғы тип теркәлгән”.

Шулай итеп Әпҡәҙир бабайҙың тыуған йылы тураһында өс мәғлүмәт бар. Беҙгә уның ҡасан, нисәнсе йылда тыуыуы түгел, уның күргәндәре, кисергәндәре мөһимерәк.

Әпҡәҙир бабай йәш сағында ул осор балалары нимә кисерә, барыһын да үткәрә: 1921 йылғы аслыҡ, ликбезға йөрөп уҡып-яҙырға өйрәнеү, яңы ойошторолған колхозда эшләү. 1935 йылда Мәҡсүт ауылының данлыҡлы муллаһы Хәбир ҡарттың ҡыҙы Һөймәҫбикәгә өйләнә һәм һуғышҡа тиклем өс улы тыуа: 1936 йылғы Кәбир, 1938 йылғы Миңлебай, 1941 йылғы Билал.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 1 декабрендә армия сафына алына. 1275-се уҡсы полк составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1942 йылдың 16 авгусында ҡаты контузия ала һәм фашистарға әсирлеккә эләгә. 1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың апреленә тиклем Брянскиҙа хәрби әсирҙәр лагерында тотола. 1943 йылдың апрелендә әсирҙәрҙе Минскиға күсерәләр һәм унда август айына тиклем тоталар. 1943 йылдың 8 авгусында Германияға фашистик концентрацион лагерға оҙатыла. Һәр бер көнө тамуҡҡа тиң лагерҙа бер йыл да һигеҙ ай булып, меңләгән михнәттәр күреп тере ҡала. Уларҙың лагерын 1945 йылдың май айында Америка ғәскәрҙәре азат итә. Ләкин азат итеү – һин ирекле булыу тигәнде аңлатмай әле ул йылдарҙа. Америка ғәскәрҙәре хәрби әсирҙәрҙе совет ғәскәрҙәренә тапшыра. Махсус бүлек һәр әсирҙең ил алдында “күрһәткән хыянатын” билдәләп, СССР территорияһына оҙата.

Һаумы, Тыуған ил! Һаумы, Пермь өлкәһе! Тик уларҙы немең овчаркалары тотҡан НКВД һалдаттары, сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратылған зоналар һәм барактар ҡаршы ала. Тәүлегенә ун алты сәғәтлек эш көнө менән 1945 йылдың майынан 1947 йылдың апреленә тиклем кирбес заводында эшләп, үҙенең ил алдындағы “хыянатын” аҡлап, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.

Әпҡәҙир бабайҙы буш өй ҡаршы ала. Ҡатыны Һөймәҫбикә 1942 йылда Ырғыҙлыла тимерлектә эшләгән атаһына сепарат йүнәттерергә бара. Ауылдан Мәнәүрә өләсәй, Һөймәҫбикә инәй һәм йәш ҡыҙ Сабира өсәүләп юлға сығалар. Ҡотан кисеүен кисеп сығып, эштәрен эш итеп ҡайтырға юлланалар. Иҙел уртаһына еткәс, өҫтәп асылған быуа һыуы йылға кимәлен ҡапыл күтәреп ебәрә. Мәнәүрә өләсәй йөҙөп сыға ала, ә Сабира менән Һөймәҫбикә инәй һыуға батып үлә. Әпҡәҙир бабайҙың Дәүләтбикә апаһы фажиғәнән һуң әсәләре Хөсникамалды һәм Миңлебайҙы Мәҡсүткә алып ҡайта, ә Билалды Аҡбулаттан Мәхмүзә һәм Мәғәфүрә инәйҙәр тәрбиәгә ала. Һуғыштан алда тыуған тәүге улы Кәбир үлеп ҡалған була.

Әпҡәҙир бабай Мәҡсүткә апаһына килә һәм унда бер ни тиклем йәшәй. Һуңғараҡ балдыҙы Салиха инәйгә өйләнә һәм кире Шүлгәнгә йәшәргә ҡайта. 1948 йылда тыуған малайына яңынан Кәбир тип исем ҡушалар. Унан һуң Фатима, Кәрим, Хәнифә, Яҡуп, Йосоп, Әхмәт, Әнисә, Сәлим, Хәкимйән донъяға киләләр. Фатима менән Хәнифә йәшләй генә сирләп вафат булалар.

1949 йылдарҙа Ямашлы йылғаһы буйында ағас ҡырҡҡан ваҡытта Әпҡәҙир бабай ағастан баҫылып ҡазалана. Һуғышта алған контузия, ағастан баҫылыу уны ишетеү һәләтенән мәхрүм итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан колхозда эшләүен дауам итә. 1959 йылда ауыл көтөүен көткәндә Сафин Рәсүл ағай менән йылынырға тип ҡоро имәнгә ут төртәләр. Йылыла иҙрәп, йоҡомһорабыраҡ киттеме икән, әллә ишетмәү бәләһеме, Рәсүл ағайҙың ҡысҡырып: “Ҡас, ағас ҡолай!”, – тигән һүҙҙәрен ишетмәй һәм икенсегә ағастан баҫыла. Был баҫылыуҙан аяғы ныҡ ҡазалана: бабай таяҡҡа таянып йөрөй башлай. Уға икенсе группа инвалиды бирәләр һәм ҙур ғаилә бабайҙың 25 һум аҡсаһына ҡарап ҡала. Ҡалған ғүмерендә Әпҡәҙир бабай тик мал көсө менән генә йәшәне, тиһәк тә хата булмаҫ. Бер-бер артлы үҫеп килгән ете малай һәм бер ҡыҙҙы ашатыуы, кейендереүе, интернатта ятып уҡыған һәр бер балаһына айына ун ике һумды түләп барыуы, ай-һай, еңелдән булмағандыр…

Әпҡәҙир бабайҙың ишек алды, мал тотҡан ҡураһы, ялан кәртәләре һәр ваҡыт таҙа булды. Һарыҡ тиҙәктәренә тиклем һепертеп алып ҡуя торғайны. Концлагерҙарҙа йөрөп күңеле ҡайтыпмы, әллә үҙенең булмышы шулай булдымы – малайҙарына ҡатыраҡ булды. Билалы Силәбенән алып ҡайтып биргән еҙ таяғы, үҙенә генә хас тауыш сығарып, йыш булмаһа ла осоштора ине. Күңеле ҡатыраҡ булһа ла, бабайҙың ҡулы йомшаҡ булды. Һуғымды унан ғына салдырҙылар. Һуғым ашы ашап, тамаҡтарҙы бер аҙ “сылатып” алғас, ҡайһы берҙә концлагерь тормошон һөйләп алыр ине. “Аслығына ла, ауыр эшенә лә, төрлөсә кәмһетелеүҙәргә сыҙап була ул. Мунса индермәүҙәре үҙәккә ныҡ үтте”, – тип һөйләгәне әле лә хәтерҙә. Шуғалырмы, мунса инергә бик яратты, кәмендә ике-өс сәғәт мунсанан сыҡмай ултырыр ине.

Әпҡәҙир бабай менән Салиха инәйҙең балалары бер-бер артлы үҫә торҙолар, профессия алдылар, әрме хеҙмәтен үтәп, башлы-күҙле булып, һәр береһе үҙ донъяһын көтә торҙолар. Өлгөргәндәренә туйҙар үткәреп, донъялар төҙөшөп Салиха инәй алдараҡ, ә Әпҡәҙир бабай 1987 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Әпҡәҙир ҡарағайы Шүлгән, Ямашлы башына, Ҡамшаҡлыға, Күжәгә юл төшөп китеүселәрҙе оҙатып, ҡайтыусыларҙы ҡаршы алып ултырыуын һаман да дауам итә... (Миннәхмәт Йомағужин материалдары)