Ҡабала еп иләү (йомаҡтар)
- Берәү һауа,
Берәү имә,
Имә лә төшөп йүгерә,
Йүгерә-йүгерә һимерә. - Һике аҫтында ҡартығыҙ,
һаҡалынан тартығыҙ. - Ситән аша эт эсәк һөйрәй.
- Юғары менер — бәлли,
Түбән төшөр — бәлли.
Бүтәгәһен күтәрә алмай
Илап торор бәлли. - Юғары менер аҡҡанат,
Түбән төшөр аҡҡанат,
Бүтәгәһен күтәрә алмай,
Илап торор аҡҡанат. - Ултырҙым төпкә,
Ҡараным мүккә,
Тоттом аҡ ҡайын,
Яланым майын.