Ҡабаҡлы тары бутҡаһы
Үҙенсәлектәре
үҙгәртергәҠабаҡ ҡушылған тары бутҡаһы бик тәмле. Балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә иң шәп аҙыҡ. Энергия өҫтәй, сирҙәрҙән, стрестарҙан һаҡлай. Бутҡа еңел әҙерләнә, нәзәкәтле һәм тәмле килеп сыға. Ҡабаҡлы тары бутҡаһын һыуҙа ла, һөттә лә бешерергә, йөҙөм, сәтләүек йә дәрсен ҡушырға була.
Ингредиенттары
үҙгәртергә- 1 стакан тары
- 500 грамм ҡабаҡ
- 2,5 стакан һыу
- 1-2 стакан һөт
- 2-3 аш ҡалағы шәкәр
- самалап тоҙ
- 40 грамм аҡ май
- йөҙөм (теләк буйынса)
- дәрсен (теләк буйынса)
- 1 ҡалаҡ бал
Әҙерләү ысулы:
Ҡабаҡ әҙерләү: Ҡара һары төҫтәге тәмле ҡабаҡты һайлайбыҙ. Тышын йыуабыҙ, һөртәбеҙ, ир-егеттәр тышын һыҙырырға ярҙам итә.
Ҡабаҡты эре кубик формаһында турайбыҙ. Туралған ҡабаҡты йә 2,5 стакан һыуҙа йә духовкала 15 минут бешерәбеҙ. Ҡабаҡ киҫәктәрен төйгөс менән төйәбеҙ. Теләк буйынса, бер нисә ҡабаҡ киҫәген ҡалдырырға ла була.
Тары ярмаһын әҙерләү: Тарыны ваҡ таш йә сүптән таҙартабыҙ. Бутҡа тәмле булһын өсөн, тары ярмаһын йыуыу ғына кәрәкмәй, ә ҡайнар һыу ағыҙырға кәрәк, шул көйө 10-15 минут тотҡас, һыуын түгергә. Тарының саңы ла, әскелтем тәме лә юғала.
Тарыны ҡабаҡҡа ҡушҡас, бер семтем тоҙ төшөрәбеҙ ҙә, бутҡаны һүрән утта 15 минут бешерәбеҙ. Бутҡаны көйҙөрмәҫкә! Бутҡа әҙер булғас, май һәм шәкәр өҫтәйбеҙ. Тарыға майҙы йәлләмәҫкә: ҡабаҡлы тары бутҡаһын тап май ауыҙҙа иреп торорлоҡ итә. Май һәм ҡабаҡтың үҙенең дә татлы тәме барлығын иҫтә тотоп, шәкәрҙе аҙ миҡдарҙа ҡушабыҙ. Ҡабаҡлы тары бутҡаһына мотлаҡ (теләк буйынса) ҡайнатылған һөт ҡушабыҙ. Кемгәлер ҡуйы, кемгәлер шыйығыраҡ бутҡа оҡшай, һеҙҙең ҡарамаҡҡа. Һөттө күберәк һалыуҙан зыян юҡ, сөнки бутҡа, ултыра биргәс, тағы ла бер аҙ дым һеңдерә. Кәрәк тип тапһаҡ, йөҙөм йә дәрсен (корица) өҫтәп, 1-2 минут бешерәбеҙ. Утты һүндергәс, бутҡаны, тамам өлгөрһөн өсөн, 15-20 минутҡа ултыртып торабыҙ. Теләк буйынса, һөт ҡушып ашарға йә булмаһа баллы һыу бутап ашарға мөмкин.