Ҡайынғол шишмәһе (Туҡ ҡушылдығы)

53°53′23″ с. ш. 57°27′10″ в. д. (G)

Ҡайынғол шишмәһе


Ҡайынғол шишмәһе — Туҡ йылғаһының ҡушылдығы. Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙылгвардия районы Тәңес - (рус.Верхне-Ильясово) ауылы эргәһенән башлана. Инеше Тәңес (Мөхәмәтша Буранғолов тыуған) ауылынан төнъяҡҡа ҡарай 2-3 км алыҫлыҡта башлана. Ике-өс километр аҡҡас, Тәңес ауылы эргәһендә Туҡ йылғаһына барып ҡушыла. Һыуы тәмле булғанға, халыҡ уның һыуын алып ҡайтып, тик сәйгә генә тотонор булған. Шишмә буйҙары баланға, ҡомалаҡҡа бай.

Ҡайынлығол шишмәһе башланған уйһыулыҡта ҡайындар күп булғанға халыҡ уға Ҡайынғол тип исем биргән.


Лилиә