Ҡамыр эсендә ҡурылған топинамбур

Ҡамыр эсендә ҡурылған топинамбур

  • 500 грамм топинамбур
  • 2 аш ҡалағы он
  • 1 йомортҡа
  • 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ
  • ҡара борос, тоҙ

Топинамбурҙы һәйбәтләп йыуырға, таҙаларға. Тоҙло һыуға һалып, бешереп алырға. Йомортҡаны, ондо һәм ҡаймаҡты, кәрәгенсә тоҙ, борос һалып, миксерҙа туғып алырға. Топинамбурҙың һәр киҫәген ошо шыйыҡсаға манып алырға ла ҡайнап ултырған майға төшөрөргә. Ҡыҙғылт һары төҫкә ингәнсе бешерергә, сулпы менән һөҙөп алырға. Өҫтәлгә туралған әнис япрағы, йәшел һуған һәм ҡаймаҡ менән бирергә мөмкин.