Ҡандала (йомаҡтар)
- Кәштә буйлап ҡыҙыл йомғаҡ тәгәрәй.
- Аҫты таҡта, өҫтө таҡта,
Ҡаныңды эсеп тик ята. - Аҫты таҡта, өҫтө таҡта,
Ҡыҙыл егет ҡарап ята. - Ике таҡта араһында
Ҡыҙыл егет ҡыҫылып ята. - Сытыр-мытыр араһынан
Ҡыҙыл егет ҡарап ята. - Ҡыҙыл ҡорһаҡлы бала
Кеше таларға бара. - Өй тирәләй ҡыҙыл бойҙай сәселгән.
- Аҫта түшәге,
Өҫтә түшәге,
Мине таларға иҫәбе.