Ҡанифа юлы
Башҡортостанда дүрт төп юл булған :
- Себер юлы,
- Нуғай юлы,
- Ҡазан юлы,
- Уҫа юлы.
Ҡанифа юлы Нуғай юлының бер тармағы, Иҫке почтовый тракт (Р. Г. Насыров "Быуаттар һәм быуындар", "Века и поколения" ).
Ҡанифа Сураш батырҙың ҡыҙы була. Батырша ихтилал әҙерләп йөрөгәндә, Темәс, Әмин, Иҫәнбәт ауылдарынан ир-егеттәр таш сығартып ятҡан, ҡыҙҙарҙы мыҫҡыллаған Брагинды үлтерәләр (филологик фәндәр кандидаты Фәнүзә Нәҙершина "Легендалар һәм риүәйәттәр").
Карателдәрҙән ҡасып 10-50 меңләп башҡорт ғаиләләре менән ҡаҙаҡ далаһына ҡаса. 1-2 йылдан әбей батша амнистия вәғәҙә иткәс, ҡайтырға булалар. Әммә ҡаҙаҡтар уларҙың малын, ҡатын-ҡыҙҙарын талап алып ҡала.
18 йәш тулмайынса кейәүгә бирмә тип, Сураш ҡыҙы Ҡанифаны бер башҡорт әбейенә аҫырауға ҡалдыра.18 йәш тулып килгәндә әбей Ҡанифаны ҡасырып ҡайтарып ебәрә.
Юлдан тайпылмайынса, төндәрен генә атлап, Ҡанифа Верхнеуральскка тиклем барып етә, шунда ғына кешеләргә күренә.Хәбәр ебәртеп, атаһы Сураш бей килеп ала.
Тыуған илен ташламаған ҡыҙ иҫтәлегенә был юлды уның исеме менән йөрөтәләр.Бер ниндәй ҙә мал ҡыумаған ул, йәшенеп кенә ҡайтҡан.Малы менән ҡаҙаҡ далаһынан ҡайтып та етә алмаҫ ине