Ҡап эсендә картуф

Картуфты ҡапта бешергәндә мәшәҡәте аҙ. Бөтә ингредиенттарҙы ҡушып болғатып духовкаға оҙатаһың да, бешеп сыҡҡансы онотаһың. Минут һайын асып ҡарап, көйөп китмәһен, тип эргәһендә тороу кәрәкмәй.

Ингредиенттары

үҙгәртергә
  • 1 кг картуф
  • 2-3 һарымһаҡ теше
  • 3 аш ҡалағы үҫемлек майы
  • Тәменсә йәшел тәмләткестәр (укроп, петрушка, картуф өсөн махсус әҙер тәмләткестәр)
  • Тәменсә тоҙ

Картуфты йыуырға, әрсеп бер аҙ киптереп алырға. Ҙур туҫтаҡҡа һалырға, ҙурлыҡтары буйынса бер иш булырлыҡ итеп эреләрен киҫәктәргә бүлгеләп алырға. Һәр бер киҫәген теш таҙартҡыс менән бер-нисә урындан тишергә.

Һарымһаҡты таҙартып, махсус һарымһаҡ иҙә торған ҡоролма ярҙамында иҙергә.

Йәшел тәмләткестәрҙе йыуып киптерергә, ваҡ ҡына итеп турарға.

Айырым һауытта соус әҙерләйбеҙ. Үҫемлек майын, һарымһаҡты, йәшел тәмләткестәрҙе һәм тоҙҙо бергә ҡушып, яҡшылап болғайбыҙ. Килеп сыҡҡан соусты картуф өҫтөнә ҡоябыҙ, һәйбәтләп болғайбыҙ.

Магазиндарҙа һатылған быҡтырып бешереү өсөн тәғәйенләнгән махсус ҡаптарға картуфты һалып, ике яҡ осон нығытып бәйләйбеҙ. Бешергәндә ҡап шартламаһын өсөн бер-нисә урындан энә менән тишәбеҙ.

Картуфлы ҡапты табаға һалып алдан 200 градусҡа тиклем йылытылған духовкаға ҡуябыҙ. Бер сәғәт бешерәбеҙ.

Картуфтың бешеп еткәнме юҡмы икәнен белеү өсөн картуфты бысаҡ йәки сәнске ярҙамында ҡапты үтәләй тишеп ҡарап белеп була. Әгәр картуф бешеп сыҡҡан икән, духовканы һүндереп, тағы ла бер 10 минут самаһы тоторға кәрәк.

Был картуфты ит, балыҡ, йәшелсә йәки салат менән бирергә мөмкин.