- Ул ни нәмә?
Ҡанға оҡшай — ҡаны юҡ,
Ҡатыны юҡ, ире юҡ,
Балаларының һаны юҡ.
- Йәшел башлы хан,
Хандың эсе ҡан,
Ҡан эсендә мең йән.
- Йәшел һарай эсендә,
Ҡыҙыл баяр ултыра.
- Шар,
Шар эсендә ҡан,
Ҡан эсендә хан балалары.
- Тәҙрә, ишек ҡуймаған, Эсен кемдер буяған.
- Үҙе ҡып-ҡыҙыл,Күлдәге йәм-йәшел.
- Бер йомарлам йомро таш, Эсендә көнгә бешкән аш.
- Тышы йәшел, эсе ҡыҙыл, Аҡса биреп алалар.Уны күргән балалар Тилмерешеп ҡалалар.
- Эсе ҡып-ҡыҙыл,Тышы йәм-йәшел.
- Үҙе шарҙай,Эсе ҡандай,Тәме балдай.
- Түңәрәк тәнле,Бал кеүек тәмле.
- Өйө йәшелгә буялған, Эсендә ҡыҙыл шаршау.
- Дала тулып аунап ята, Йомро-йомро тубал баш.Эсе йәшерен, тышы йәшел, Үҙе шундай тәмле аш*