Ҡар яуыу (йомаҡтар)
- Аҡ ябалаҡ аҡ кейеҙгә ятыр.
- Тау башында еңгәләр
Талир тәңкә һибәләр. - Аҡ түшәгем йыртылды —
Бөтә ергә йөн тулды. - Әбейемдең түшәге йыртылған,
Донъя булып, йөн тулған. - Йәш килен һыуға бара,
Тәңкәләре ҡойолоп ҡала. - Ҡотора ла үкерә,
Барлыҡ ерҙе тултыра. - Бейек бура бурайҙар,
Ҡойма менән урайҙар. - Ирбәгәй ҙә һирбәгәй,
Ирекһеҙләп, ил биләй. - Тәңкә төшә, тәңкә төшә,
Төшкән ере аҡ була,
Төшә килә юҡ була.