- Аҡ ашъяулыҡ таптым,
Ер өҫтөнә яптым.
- Ап-аҡ булған ашъяулыҡ,
Ер өҫтөнә ташланыҡ.
- Ап-аҡ юрған таптым,
Ер өҫтөнә яптым.
- Ҡара урман өҫтөнә мамыҡ күпсек ташланым.
- Аҡбикәнең аҡ юрғанын
Йәйеп ҡуйҙым ҡантарҙа
Йыйып алдым һәүерҙә.
- Мамыҡ түшәгем
Ергә түшәнем.
- Ҡабара ла ҡабара,
Ҡабарынған мамыҡтай.
- Аҡ мамыҡ менән бөтә донъя тулған.
- Ҡара ерҙең өҫтөнә
Ҡаҙ мамығы кем һипкән?
Аҡ юрғанды кем теккән?
Ап-аҡ ондо кем түккән?
- Айыу бабай йөн тетә,
Йөнлө еңен һелкетә.
- Аҡ ҡына,
Семтеп ала саҡ ҡына,
Ята шым ғына,
Үлер ваҡыты етте иһә —
Илай тын ғына.
- Тауышһыҙ-тынһыҙ оса,
Ышыҡҡа килеп боҫа,
Шым ғына ята-ята ла
Үлер алдынан бер геүләп ала.
- Ҡанатһыҙ — оса,
Аяҡһыҙ — саба;
Тышта өйөлә,
Өйҙә йәйелә.
- Осоп килә,
Йөҙөп ҡайта.
- Осоп килә, йөҙөп китә,
Ваҡыт еткәс, һеңеп бөтә.
- Урамда — батыр,
Өйҙә — илаҡ.
- Тышта — тау,
Өйҙә — һыу.
- Ҡыш буйы ятты-ятты ла
Яҙ еткәс, тороп сапты.
- Ҡышын ята таштай,
Яҙын саба аттай.
- Ятты-ятты ла
Йылғаға ҡарай сапты.
- Өй урата аҡ арҡан.
- Мамыҡ юрған,
Ҡат-ҡат һыр(ы)ған —
Үҙе һып-һыуыҡ.
- Шәкәр тиһәң — шәкәр түгел,
һөт тә түгел — үҙе аҡ;
Мамыҡ тиһәң — мамыҡ түгел,
Йә, был нимә? Уйлап тап.