Ҡатыҡ

  • 5-6 литр һөткә 150-200 г әсетке алына

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Һөттән ҡаймағын айырып алғас, ҡайнатып сығаралар.
Ҡайнаған һөт һалынған һауытты алдан әҙерләп ҡуйылған урынға ҡуйып, 25-30℃ тиклем һыуыталар.
Аҙаҡ уға әсетке (ойотҡос) — бер-ике көнлөк әсегән ҡатыҡ һалына.
Уны тәүҙә яҡшылап болғаталар, аҙаҡ һауытты ҡапҡас менән ябып, өҫтән сепрәк менән ҡаплап ҡуялар.
Һауытты икенсе урынға күсерергә, һелкетергә ярамай. Бүлмәлә 20-25℃ йылы булһа, ҡатыҡ 5-7 сәғәттән әҙер була.
Һалҡында ҡатыҡ 3-4 тәүлек һаҡлана.
Бындай ҡатыҡҡа ҡаймаҡ, төрлө еләктәр, ҡайнатма, шәкәр йәки бал өҫтәп, тәбиғи килеш ҡулланалар.
Өс көндән һун ҡатыҡ әсей, был ваҡытта уны ашҡа һалалар. Әгәр ҡатыҡ яһағанда йәшерәк әсетке ҡулланһан, ул оҙағыраҡ һаҡлана.