Ҡаш, күҙ
- Ике ҡара ат,
Ике ҡарағат.
- Күреүсе күл буйының
Юғары яғы урманлыҡ.
- Ҡамышлы күл ҡашлағында һыҙағай урман.
- Ике ҡара яҡташ ята.
- Ике батыр
Аяҡ осло ятыр.
- Ике бәндә
Аяҡ осташ хәлдә.
- Ике егет аяҡлы-осло ятҡан.
- Ишек башы уратма,
Уны эҙләрһең бер атна.
- Тау башына мендем,
Пар көйәнтә элдем.