Ҡаҙан кәкереһе
Ҡаҙан кәкереһе
Үҙенсәлектәре
үҙгәртергәСалауат районы территорияһында боронғо Табын ҡәбиләһенең Түбәләҫ ырыуына ҡараған ауылдарында, Әйле ырыуы башҡорттарында Ҡаҙан кәкереһе тип аталған тәмле ашамлыҡ әҙерләү киң таралған. Уны бигерәк тә бала-саға ярата.
Ингредиенттар
үҙгәртергәЭслек өсөн:
- 1 кг эремсек (эремсеккә туралған йәшел һуған, укроп ҡушырға мөмкин)
- 1 стакан ҡаймаҡ
- 4 йомортҡа
- шәкәр
Тышлыҡ өсөн:
- 0,5 л йылымыс һыу
- Етерлек кимәлдә он
- 4 йомортҡа
- сама менән тоҙ
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергәИң алда эслек әҙерләйбеҙ: эремсек, ҡаймаҡ, йомортҡа, шәкәрҙе бергә ҡушып, баҫабыҙ ҙа ситкә ҡуйып торабыҙ.
Йылымыс һыуға йомортҡаларҙы ҡушып, бер аҙ тоҙ һалып, ҡамырҙы уртаса ҡатылыҡта баҫабыҙ.
Ҡамырҙы, билмән ҡамыры ҡалынлығында, йоҡа итеп йәйәбеҙ ҙә түңәрәкләп киҫәбеҙ.
Һәр түңәрәккә берәр ҡалаҡ эремсек һалып, ярым айға оҡшатып, кәкрәйтеп ҡымтыйбыҙ.
Кәкереләрҙе ҡайнап торған бер аҙ тоҙ ҡушылған һыуға һалып, өҫкә ҡалҡып сыҡҡансы, бешерергә кәрәк. Бешеп сыҡҡас, тишекле сүмес менән һөҙөп, тәрилкәләргә һалабыҙ. Өҫтөнә май йәки ҡаймаҡ һалып, туралған йәшел һуған, укроп менән биҙәп, табынға бирәбеҙ.
«Шоңҡар» журналы, 2-се һан, 2011 йыл. Хажиева Зифа