Ҡаҙан (йомаҡтар)
Ҡаҙан, ут
- Ҡарабайҙы Ҡыҙылбай ялай.
- Ҡараһы ҡарап тора,
Ҡыҙылы ялап тора. - Ҡара һыйырым ҡарап тора,
Ҡыҙыл һыйырым ялап тора. - — Оҙон ағай, ҡайҙа бараһың?
— Ырылдама, ҡарап үт, ҡара арҡамды ялап үт.
- Өҫтө яҡты, төбө ҡараңғы.
- Йом, йом, йом ҡара,
Йомаҡ эсе сөм-ҡара. - Уттан һыуҙы һөйҙөрә,
Тотһаң, ҡулды көйҙөрә. - Ҡолағы бар — ишетмәй
Тигеҙ ергә ултырмай. - Ҡара һыйырымдың ҡарыны йыуан.
- Ҡола бейәм ҡойоға батҡан,
Ҡолағы күренеп ятҡан. - Муйылдай ҡара егет
Көҙгө тотоп ултыра. - Ҡараңғы өйҙә ҡара ҡалпаҡ.
Тағанға аҫылған ҡаҙан
- Ҡара бесәйем ҡойроғонан аҫылған.
- Ҡарабай аттан йығылды,
Иле, йорто йыйылды.
Ҡаҙан ҡапҡасы
- Ҡара һыйырымдың ҡабырғаһы
Ҡаҙаныма һыйманы. - Атаһы балаһын күтәреп тора.