Ҡаҙы

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • Һимеҙ йылҡы ите
  • Эре малдың уртаса йыуанлыҡтағы майлы эсәктәре
  • Тәмләткестәр: тоҙ, борос

Беренсе ысул

Һимеҙ йылҡының һум итен (ҡорһаҡ өлөшөн алһаң, яҡшыраҡ) 8-10 см оҙонлоғонда, 2 см тирәһе киңлектәге киҫәктәргә бүлергә, унан һуң яҡшылап тоҙлап, борослап ыуырға һәм бер тәүлек буйына һалҡында тоторға. Һыйырҙың йәки йылҡынының эсәктәрен йылы һыуҙа, унан һуң, бер-нисә тапҡыр алмаштырып, тоҙ һәм аш һеркәһе һалынған һалҡын һыуҙа йыуырға. Эсәктәрҙе әйләндереп, лайлаһы бөткәнсә тағы йыуырға. Эсәктең бер осон еп менән бәйләп, икенсе яғынан әҙер эслекте тултыраһың. Тултырылған эсәкте бәйләп, бер нисә көнгә ҡояшлы еләҫ урында эләһең. Артабан 1,5-2 ай тирәһе ҡараңғы һалҡын урында әҙер булғанса тоторға. Бындай ҡаҙылыҡты 3-4 ай һаҡларға мөмкин. Бешерелмәгән килеш тә, бешереп тә ашарға мөмкин.

Икенсе ысул

Был осраҡта тултырылған ҡаҙылыҡты туңдырып һаҡларға мөмкин. Бешереп әҙерләгәндә, ҡайнап сыҡҡас, бер-нисә урындан энә менән тишкеләп, талғын утта бешерәләр. Бешкән ҡаҙыны 1-1,5 ҡалынлыҡтағы киҫәктәргә бүлеп, картуф һәм һуған менән ҡатыштырып та, үҙен генә лә тәҡдим итергә мөмкин.