Йылҡы итенән әҙерләнгән өй колбасаһы — ҡаҙы, башҡорттарҙын иң боронғо ризыҡтарынын береһе һанала.

Ул оҙаҡ һаҡлана һәм ваҡыт үтеү менән сифатын һәм туҡлыҡлығын юғалтмай.

Тап ошондай ризыҡ күсмә тормош алып барған башҡорттар өсөн унайлы булған.

Ул бөгөн дә башҡорт милли ризыҡтары араһында күркәм урынды биләй.

Түбәндә килтерелгән ысул ин боронғоларҙан һанала.

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Ҡаҙылыҡ өсөн аттын ҡорһаҡ өлөшөндәге майлы ите алынған.

Итте 8-10 см оҙонлоғонда, 2 см киңлегендәге киҫәктәргә турағас, уға тоҙ менән борос ҡатнашмаһын ныҡ ҡына итеп ыуып, бер тәүлек һалҡын урында тоталар.

Һыйыр йәки аттын эсәктәрен йылы, аҙаҡ тоҙ һәм һеркә һалынған һалҡын һыуҙа йыуалар.

Эсәктәрҙе әйләндереп лайлаһын ҡырып алалар ҙа йәнә йыуалар.

Әҙер эсәктен бер осон еп менән нығытып бәйләйҙәр, ә икенсе башына әҙерләнгән эслекте тултыралар.

Тултырылған эсәкте бәйләйҙәр һәм бер нисә көнгә ҡояш аҫтына елләтергә элеп ҡуялар.

Аҙаҡ 1,5-2 ай самаһы, өлгөрөп еткәнгә тиклем, ҡаранғы урында тоталар. Бындай ҡаҙылыҡты 3-4 ай һаҡларға була, һыуыҡ урында булһа - биҡ ҡатып китмәй.

Уны шул килеш ашайҙар.

Хәҙерге ваҡытта күп урында ҡаҙыны бешереп ашау өсөн әҙерләүгә күстеләр.

Ҡаҙыны талғын утта бешерәләр.

Ҡайнап сыҡҡас та бер-ике урындан ҡаҙыны энә менән сәнсеп тишәләр (эсәк йыртылып таралмаһын өсөн).

Өҫтәлгә ҡаҙыны 1-1,5 см ҡаланлығында итеп киҫеп эҫе йәки һалҡын килеш бирәләр.

Ҡаҙылыҡ менән аш та әҙерләйҙәр.

Ваҡ итеп туралған иттән дә ҡаҙылыҡ әҙерләргә мөмкин.